Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йортоң ниндәй – илең шундай

Подъездан башланған тәрбиә нимәгә илтә?

Киләһе йылдың ғинуарынан республикала подъездарҙы ремонтлау буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Төп маҡсат – һәр кешенең иртәһе матурлыҡтан илһам алып башланырға тейеш. Исламда был йәһәттән ни әйтелә?

Динебеҙҙең нигеҙе – таҙалыҡ, матурлыҡ. Әҙәм балаһының күңеле пак, саф булырға, кейеме, йәшәгән урынының йыйнаҡлығы, күркәмлеге менән һоҡландырырға тейеш. Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм гелән шуға саҡырған. Уның аҡ төҫтәге кейемгә өҫтөнлөк биргәне, һәр йәһәттән таҙалыҡҡа әйҙәгәне билдәле. Йыйыштырылған, төҙөк урында сәләмәтлек була, ә һаулыҡ – Исламда иң юғары төшөнсә. Ошонан сығып әйткәндә, күңел бөтөнлө­гөнөң нигеҙе – йәшәгән ереңдең, эргә-тирәңдең таҙалығында, матур­лы­ғында. Ғәмһеҙлек, ялҡаулыҡ сәбәпле ҡыйланған, емерелгән, бысратылған урында иһә төрлө ауырыу тамыр йәйә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Әҙәм балаһының бәхете – йортоноң күркәм, яҡты булыуында”, – тигән. Ғаиләңде хәстәрләү, балаларҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Исламда бөйөк тәғлимәттәрҙең береһе. Йәшәгән урының матур, нурлы икән, өйҙә гелән тыныслыҡ була. Әҙәм балаһы бындай “ҡәлғә”лә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт, көс туплап йәшәй. Белеүебеҙсә, йорт тәҙрәләре­нең ҡояшҡа ҡаратып урынлаштырылыуы ла мө­һим. Яҡтылыҡ төшмәгән өйҙө төрлө сир һағалап тора, унда хатта гөл дә үҫмәй.

Йәшәгән урындың матурлығы, төҙөклөгө, уңайлы шарттар ғаиләнең ныҡлығына, балаларҙың тәрбиәлеле­генә нигеҙ һала. Йәш быуын бындай мөхиттә яҡтыға ынтылып, булғандың ҡәҙерен белергә, һаҡларға өйрәнеп, берҙәмлеккә таяныу мөһимлегенә инанып үҫә. Иншаллаһ, улар үҙҙәре лә балаларын шулай тәрбиәләйәсәк. Ә көн дә бысраҡ, ҡарауһыҙ подъез­дарҙы күреп үҫкәндәр киләсәктә ниндәй булыр?..

Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен – шәх­си өйөндәме, күп ҡатлы йорттамы – үҙен хужаларса тойорға, тимәк, ошо урынды хәстәрләргә, ҡәҙерләргә те­йеш. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын Ер йөҙөн йәмләү өсөн ебәргән. Ә ма­турлыҡ тиҙ тарала. Мәҫәлән, кемдер ишегенең төбөнә гөл ултыртып ҡуйҙы икән, күршеһендәге малай бында сүп ташларға, диуарға ниҙер яҙырға ҡыймаясаҡ. Ошолай һәр тупһанан, подъездан, йорттан башланған матурлыҡ, тәрбиәлелек, күркәмлек тора-бара бар донъяны яҡтырта.

Таҙалыҡ, төҙөклөк – күңел бөтөн­лөгөнөң, имен тор­моштоң нигеҙе. Йортоң ниндәй – илең дә шундай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Ватанды һөйөү – иман­дың бер өлөшө” тигән һүҙҙәренең хаҡлығын йәнә бер ҡат раҫлай был.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әс-сәләмү ғәләйкүм!

Әс-сәләмү ғәләйкүм! 11.01.2019 // Иман

“Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: “әс-сәләмү ғәләйкүм!”...

Тотош уҡырға 80

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй 11.01.2019 // Иман

Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек....

Тотош уҡырға 123

Рухын яҡтыртып...

Рухын яҡтыртып... 11.01.2019 // Иман

Мәрхүмдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 51 көн тулыуҙы үткәрергә кәрәкме? Был мәсьәләгә ҡарата диндарҙар...

Тотош уҡырға 132

Сама белмәү зарары

Сама белмәү зарары 11.01.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, бер нәмәне лә сиктән ашып яратырға ярамай. Артыҡ һөйөү әҙәм балаһын...

Тотош уҡырға 119

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла 11.01.2019 // Иман

“Мин өммәтемде юҡҡа сығарыуы ихтимал бер нәмәнән ҡурҡам, ул – байлыҡ, – тигән пәйғәмбәребеҙ...

Тотош уҡырға 108

“Ерҙең рәхәтлегенән файҙаланығыҙ”

“Ерҙең рәхәтлегенән файҙаланығыҙ” 11.01.2019 // Иман

Әҙәм менән Һауа тарихынан. “Әҙәм балаһы унда төрлө башбаштаҡлыҡ ҡылыр, ҡан ҡойор, дошманлыҡ...

Тотош уҡырға 113

Биргән ҡулға – бәрәкәт

Биргән ҡулға – бәрәкәт 04.01.2019 // Иман

Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғәлә ҡаза күргәндәргә ҡырҙан аҡсалата ярҙам итеү мөмкинлеге асылды....

Тотош уҡырға 114

“Әбделмән” балаларҙы көтә

“Әбделмән” балаларҙы көтә 04.01.2019 // Иман

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы “Әбделмән” мәсетендә 10 ғинуарҙа “Иман нуры” конкурсы...

Тотош уҡырға 72

Йәшерә лә бел

Йәшерә лә бел 04.01.2019 // Иман

Айырыуса байрамдарҙан һуң Интернет селтәрендә кешеләрҙең шәхси тормошонан фотоһүрәттәр күбәйә....

Тотош уҡырға 171

Ҡөрьәндәге “950 йыл”

Ҡөрьәндәге “950 йыл” 04.01.2019 // Иман

Әҙәм балаларының Аллаһтың барлығын һәм берлеген танымауы сәбәпле Ер йөҙөнә төрлө һәләкәт, ғәрәсәт...

Тотош уҡырға 180

Изгелек ҡылыуҙа ярышайыҡ

Изгелек ҡылыуҙа ярышайыҡ 28.12.2018 // Иман

Бөрйән районының Иҫке Монасип мәсете имам-хатибы Сабит хәҙрәт Бикмәтов мәрхәмәтле кешеләрҙән...

Тотош уҡырға 103

Һынау – һәммәбеҙҙеке

Һынау – һәммәбеҙҙеке 28.12.2018 // Иман

Донъя – һынау йорто. Ҡөрьәндә был хаҡта күп тапҡыр тәҡрарлана. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ауырлыҡ,...

Тотош уҡырға 194