Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер-береһе менән танышһын тип...”

Бөгөн – Башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан динебеҙҙә халыҡтарҙың рухи ҡиммәтенә ҡарата ниҙәр әйтелгәнен иҫкә төшөрәйек.

“Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яралттым” тиелгән изге Ҡөрьәндә. Быны бөгөн генетика ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҙа раҫ­лай. Шулай булғас, барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшергә тейеш инек, ләкин аяттың дауамында “Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө ҡәүем иттек” тигән һүҙҙәр бар. Тимәк, бындай бүленеш – Аллаһ Тә­ғәләнең хикмәте, Уның бар­лығына һәм берлегенә дәлил.

Һәр милләткә Раббыбыҙ тарафынан тел бирелгән. Был рухи хазинаны һаҡлау, уның ҡәҙерен белеү, тимәк, Аллаһ Тәғәләнең ниғмәтенә рәхмәтле булыу, ҡушҡанын үтәү. Кире осраҡта иһә – һәләкәткә бер аҙым. Динебеҙ өйрәткәнсә, Раббы­быҙға иң яҡыны – тәҡүәле халыҡ. Ә был сифаттың нигеҙендә, мәғлүм ки, иң беренсе иман, телһөйәрлек, илһөйәрлек төшөнсәләре ята.

Алда әйтелгәнсә, Аллаһ Тәғәлә ҡәүемдәрҙе бер-бе­реһе менән танышһын өсөн яралтҡан. Тимәк, халыҡтар төрлө телдәрҙе өй­рәнеп, ғилем уртаҡлашып, дуҫ, татыу йәшәргә тейеш. Белемде арттырыу, даими камиллаштырыу тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Күпме тел өйрәнһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була. Әммә әҙәм балаһы иң тәүҙә үҙенең туған телен яҡшы белергә, уны ҡәҙерләргә тейеш. Шул саҡта ғына башҡа ғилемдәргә юл асылыр, ти дин әһелдәре.

Мәғлүм булыуынса, Аллаһ Тәғәләне лә һәр халыҡ үҙ һүҙе менән бөйөкләй. Был, әлбиттә, телдәрҙең байлығын, киң­леген, илаһи матурлығын күр­һәтә. Раббыбыҙға теләктәребеҙҙе үҙе­беҙсә, туған телебеҙ аша еткерә алыуыбыҙ – оло хикмәт, Аллаһтың барлығына һәм берлегенә дәлил.

Туған телебеҙҙең тормошта әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар кил­термәҫ” тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ята. Телдең төптәрәк тороуы, тимәк, уйламайынса әйтелгән һүҙҙәрҙән һаҡ булыу зарурлығы хаҡында ла оноторға ярамай. Алдан һәр саҡ аҡыл йөрөргә тейеш. Шул саҡта туған телебеҙҙең бәҫе артҡандан-артыр, тамыры нығынғандан-нығыныр, иншаллаһ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әс-сәләмү ғәләйкүм!

Әс-сәләмү ғәләйкүм! 11.01.2019 // Иман

“Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: “әс-сәләмү ғәләйкүм!”...

Тотош уҡырға 79

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй 11.01.2019 // Иман

Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек....

Тотош уҡырға 121

Рухын яҡтыртып...

Рухын яҡтыртып... 11.01.2019 // Иман

Мәрхүмдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 51 көн тулыуҙы үткәрергә кәрәкме? Был мәсьәләгә ҡарата диндарҙар...

Тотош уҡырға 129

Сама белмәү зарары

Сама белмәү зарары 11.01.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, бер нәмәне лә сиктән ашып яратырға ярамай. Артыҡ һөйөү әҙәм балаһын...

Тотош уҡырға 117

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла 11.01.2019 // Иман

“Мин өммәтемде юҡҡа сығарыуы ихтимал бер нәмәнән ҡурҡам, ул – байлыҡ, – тигән пәйғәмбәребеҙ...

Тотош уҡырға 103

“Ерҙең рәхәтлегенән файҙаланығыҙ”

“Ерҙең рәхәтлегенән файҙаланығыҙ” 11.01.2019 // Иман

Әҙәм менән Һауа тарихынан. “Әҙәм балаһы унда төрлө башбаштаҡлыҡ ҡылыр, ҡан ҡойор, дошманлыҡ...

Тотош уҡырға 110

Биргән ҡулға – бәрәкәт

Биргән ҡулға – бәрәкәт 04.01.2019 // Иман

Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғәлә ҡаза күргәндәргә ҡырҙан аҡсалата ярҙам итеү мөмкинлеге асылды....

Тотош уҡырға 110

“Әбделмән” балаларҙы көтә

“Әбделмән” балаларҙы көтә 04.01.2019 // Иман

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы “Әбделмән” мәсетендә 10 ғинуарҙа “Иман нуры” конкурсы...

Тотош уҡырға 71

Йәшерә лә бел

Йәшерә лә бел 04.01.2019 // Иман

Айырыуса байрамдарҙан һуң Интернет селтәрендә кешеләрҙең шәхси тормошонан фотоһүрәттәр күбәйә....

Тотош уҡырға 169

Ҡөрьәндәге “950 йыл”

Ҡөрьәндәге “950 йыл” 04.01.2019 // Иман

Әҙәм балаларының Аллаһтың барлығын һәм берлеген танымауы сәбәпле Ер йөҙөнә төрлө һәләкәт, ғәрәсәт...

Тотош уҡырға 177

Изгелек ҡылыуҙа ярышайыҡ

Изгелек ҡылыуҙа ярышайыҡ 28.12.2018 // Иман

Бөрйән районының Иҫке Монасип мәсете имам-хатибы Сабит хәҙрәт Бикмәтов мәрхәмәтле кешеләрҙән...

Тотош уҡырға 103

Һынау – һәммәбеҙҙеке

Һынау – һәммәбеҙҙеке 28.12.2018 // Иман

Донъя – һынау йорто. Ҡөрьәндә был хаҡта күп тапҡыр тәҡрарлана. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ауырлыҡ,...

Тотош уҡырға 191