Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшерә лә бел
Айырыуса байрамдарҙан һуң Интернет селтәрендә кешеләрҙең шәхси тормошонан фотоһүрәттәр күбәйә. Динебеҙҙә быға ҡараш нисек?

Исламда йән эйәлә­ре­нең һынын яһау ты­йыл­ған. Шулай бул­ма­һа, Мө­хәммәт ғәләйһис-сә­ләм­дең рәсеме һаҡланыр, ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөр, һөҙөмтәлә был дине­беҙ­ҙең төп нигеҙен боҙоуға килтерер ине. Һынын күр­мәһәк тә, боронғо дини яҙ­ма­лар аша Пәйғәмбәребеҙҙең холоҡ-фиғе­лен беләбеҙ, ҡиәфәтен сыра­мытабыҙ. Яҡшы ғәмәл­дәр, изгелек һүрәтһеҙ ҙә күңелдәрҙә матур хәтирә булып йәшәй, быуындан быуынға күсә килә.

Хәҙер фото сәнғәте ныҡ алға китте. Был, әлбиттә, яҡшы күренеш. Тик кешеләр артыҡ мауыға кеүек. Интернет сел­тәр­ендә күптәрҙең, айырыуса йәш быуын вәкил­дәренең, тормошо асыҡтан-асыҡ сағылыш таба: ул кем менән дуҫ, ҡайҙа ял итергә барған, ниндәй йортта, ғаиләлә йәшәй, ҡайһы ерҙә эшләй, уҡый... Яҙмаларҙан иһә был кешенең уй-маҡсаттарын да беләһең. Ғөмүмән, эске һәм тышҡы тормош интернетта тулыһынса күрһәтелә.

Ә беҙҙе бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡ­шы күңеллеләр генә уратып алмаған. Кемдең­дер, хатта ки дуҫ, ҡәрҙәш тип һанап йөрөгән кешеһенең матур уңыш-ҡаҙа­нышы, күркәм, мул тормошо сағылған фото­һүрәтен, хис-тойғоһо һалынған яҙмаларын көнсөллөгө аша насар ниәттә файҙаланған әҙәм балалары ла юҡ түгелдер. Шул уҡ ваҡытта күҙ тейеү тигән күренеш тә киң таралған. Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уның бар­лығын раҫлаған, эҙемтәһе насар булыу ихтималлығын әйткән.

Шуның өсөн дә тормо­шо­боҙҙағы ҡайһы бер хәлдәрҙе, хис-тойғобоҙҙо аҡыл­лы рәүештә йәшерә белергә, һәр аҙымыбыҙ ха­ҡында һөйләп йөрөмәҫкә тейешбеҙҙер. Үҙе­беҙҙең дә, башҡаларҙың да күңел тыныслығын, һаулығын, ғүмерен һаҡлайыҡ. Иңебеҙгә балаларыбыҙҙың именлеге өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ һалынғанын да онотмаһаҡ ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әс-сәләмү ғәләйкүм!

Әс-сәләмү ғәләйкүм! 11.01.2019 // Иман

“Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: “әс-сәләмү ғәләйкүм!”...

Тотош уҡырға 79

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй 11.01.2019 // Иман

Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек....

Тотош уҡырға 121

Рухын яҡтыртып...

Рухын яҡтыртып... 11.01.2019 // Иман

Мәрхүмдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 51 көн тулыуҙы үткәрергә кәрәкме? Был мәсьәләгә ҡарата диндарҙар...

Тотош уҡырға 129

Сама белмәү зарары

Сама белмәү зарары 11.01.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, бер нәмәне лә сиктән ашып яратырға ярамай. Артыҡ һөйөү әҙәм балаһын...

Тотош уҡырға 117

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла 11.01.2019 // Иман

“Мин өммәтемде юҡҡа сығарыуы ихтимал бер нәмәнән ҡурҡам, ул – байлыҡ, – тигән пәйғәмбәребеҙ...

Тотош уҡырға 103

“Ерҙең рәхәтлегенән файҙаланығыҙ”

“Ерҙең рәхәтлегенән файҙаланығыҙ” 11.01.2019 // Иман

Әҙәм менән Һауа тарихынан. “Әҙәм балаһы унда төрлө башбаштаҡлыҡ ҡылыр, ҡан ҡойор, дошманлыҡ...

Тотош уҡырға 110

Биргән ҡулға – бәрәкәт

Биргән ҡулға – бәрәкәт 04.01.2019 // Иман

Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғәлә ҡаза күргәндәргә ҡырҙан аҡсалата ярҙам итеү мөмкинлеге асылды....

Тотош уҡырға 110

“Әбделмән” балаларҙы көтә

“Әбделмән” балаларҙы көтә 04.01.2019 // Иман

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы “Әбделмән” мәсетендә 10 ғинуарҙа “Иман нуры” конкурсы...

Тотош уҡырға 71

Ҡөрьәндәге “950 йыл”

Ҡөрьәндәге “950 йыл” 04.01.2019 // Иман

Әҙәм балаларының Аллаһтың барлығын һәм берлеген танымауы сәбәпле Ер йөҙөнә төрлө һәләкәт, ғәрәсәт...

Тотош уҡырға 177

Изгелек ҡылыуҙа ярышайыҡ

Изгелек ҡылыуҙа ярышайыҡ 28.12.2018 // Иман

Бөрйән районының Иҫке Монасип мәсете имам-хатибы Сабит хәҙрәт Бикмәтов мәрхәмәтле кешеләрҙән...

Тотош уҡырға 103

Һынау – һәммәбеҙҙеке

Һынау – һәммәбеҙҙеке 28.12.2018 // Иман

Донъя – һынау йорто. Ҡөрьәндә был хаҡта күп тапҡыр тәҡрарлана. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ауырлыҡ,...

Тотош уҡырға 191

Йәнем әрнене...

Йәнем әрнене... 28.12.2018 // Иман

Ғаиләбеҙ менән кибеткә инеп барабыҙ. Беҙҙән алда – ҙурыраҡ ҡыҙлы атай-әсәй. Ишектән ингән ерҙә үк...

Тотош уҡырға 233