Сүлдә йөрөгән әҙәмдең һыуһыҙлыҡтан ирендәре кибеп, йөрәге яна икән. Ниһайәт, юлда бер ҡойоно табып, төшөп һыу эсеп сыға. Нәҡ шул арала һыуһыҙлыҡтан телен сығарған, хәлһеҙләнгән, ер өҫтөндәге үләндәрҙе ялаған бер этте күрә. Хайуандың был хәлен аңлаған һәм ҡыҙғанған әҙәм:
Ком: 0 // Уҡынылар: 175 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Операция яһатып ҡайтҡас, ҡорбан салдырырға инем. Ҡорбан ғәйетендә ҡорбан салыу тураһында мәғлүмәт күп. Ә ниәт ҡорбанын салыу тураһында аңлап етмәйем. Үткән йыл телевизорҙан алып барыусы: “Ниәт ҡорбаны салдырған кеше үҙе ул итте ашарға, ҡунаҡ саҡырып ашатырға ла тейеш түгел, итен тулыһынса мохтаждарға таратырға тейеш”, – тип аңлатҡан һымаҡ булды. Был осраҡта ла итте өс өлөшкә бүләләр мин белгәндән. Әллә яңылыш аңланыммы?

Т. МӘҠСҮТОВ.
Нуриман районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 196 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге ниәтле әбейҙән фәһем алайыҡБик әүәл була был хәл. Төркиәлә бер батша, һис кемдән ярҙам алмайынса, фәҡәт үҙенең аҡсаһына мәсет төҙөтөргә ниәтләй. Белә: иман йорто һалған кешегә Аллаһ Тәғәлә ожмахта һарай әҙерләп ҡуйыр, тиелә хәҙистәрҙә. Көс-ҡеүәте, аҡсаһы, власы бар саҡта әлеге батша ла сауап алырға итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ояның ике нигеҙ ташыАллаһ Тәғәлә барлыҡ йән эйәләрен дә парлы итеп яралтҡан. Нәҫел-ырыуҙы һаҡлау, дауам итеү – Исламдың иң изге ҡағиҙәләренең береһе. Шәриғәт ҡанундары буйынса, бер-береһенә ят булған ике кеше өйләнешеп, никах уҡытып, ғаилә ҡора. Улар бер-береһенә терәк булып, атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең нәҫелен донъяла дауам итә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт үҙенең бер хәҙисендә өйләнеүҙең сауаплы эш икәнен былай дәлилләй: “Дин буйынса өйләнгән кеше диндең яртыһын тамамлаған булыр. Икенсе яртыһы өсөн дә Аллаға һыйынһын, Аллаға таянһын”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нух пәйғәмбәрҙең бесәйе булған, ти. Шулай бер саҡ пәйғәмбәр күрпәһен (тортонон) сисеп ташлаған икән, бесәй барған да бының сабыуына ятып йоҡлап киткән. Нух пәйғәмбәр быны уятырға йәлләп, салғыйын ҡайсы менән киҫкән дә тортонон алып ҡуйған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 139 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ҡыҙыма ете йәш тулып, мәктәпкә төшөргә ваҡыты еткәйне, исемем оҡшамай, икенсене ҡушайыҡ, тип уйға һалды. Исем алмаштырыуға дин нисек ҡарай?
Ком: 0 // Уҡынылар: 181 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл нурға сумды“Кем дә кем изгелек ҡыла, Аллаһ Тәғәлә үҙенә арттырып әжерен бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бында аҡса ғына түгел, ә тел, ҡул, фекер ярҙамы, мәсет төҙөү һәм башҡалар күҙ уңында тотола. Шөкөр, һәр аҙна тиерлек республикабыҙҙа иман йорттары ҡалҡа. Күптән түгел Яңы Яуыш ауылы иман йорто манараһынан түгелгән нурға сорналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 158 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Минең ҡыҙым христиан динен ҡабул итте. Һеҙ был күренешкә нисек ҡарайһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Х. МӨҘӘРИСОВА.
Ком: 0 // Уҡынылар: 156 тапҡыр // Тотош уҡырға
40 һанының серле күренештәргә бәйле мәғәнәләре бихисап. Төрлө диндәр мәҙәниәтендә ул айырым бер урын алып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 252 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғриәттән йәнем ашланаАҙандың ихлас моңо

Бер ишетеү менән хайран итте
Аҙан моңдарының тауышы –
Быуат төпкөлөнән ташып сыҡҡан
Мосолмандың йөрәк һағышы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 208 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 65 Алға
Бит башына