Хәрәкәттән килгән бәрәкәт“Әҙәм балаһының холоҡ-фиғеле лә, исеме лә, кейеме лә, йөрөш-торошо ла матур булырға тейеш”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ошо сифаттарға эйә кеше, күркәм өлгө күрһәтеп, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә алыр, тимәк, өммәткә ҡеүәт өҫтәлер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
· Әгәр Аллаһ һеҙгә балалар бирһә, уларҙы иғтибар менән тәр­биәләгеҙ. Яҡшылыҡ һәм әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәтеп, күркәмлек­кә ғәҙәтләндерегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 90 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосол­манда­ры­ның Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ком: 0 // Уҡынылар: 98 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләкәй Ватан хаҡынаҮткән быуатта, ил халҡы диндән ситләштерелгән осорҙа, рухи ҡиммәтебеҙҙе күңел төпкөлөндә һаҡлап, тамырын һулытмаған өлкән быуын. Улар үҙ тоғролоғо, намыҫы менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшкәнгә бөгөн Ислам йәшәйешебеҙҙең төп терәгенә әйләнә баралыр. Замандаштарыбыҙҙың иман йорттарына йыш ҡына олатай-өләсәйҙәренең исемен ҡушыуы ла – динде һаҡлап ҡалған өлкән быуынға оло хөрмәт билдәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юҡҡа ғына тыумай ергә әҙәм –
Яҡты эҙе ҡалһын юлынан.
Яҡшылығы, изгелеге еңеп,
Үҙе күрер ҡыҙы, улынан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 64 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Олоғайыуҙан ҡурҡам, ҡартлыҡ шатлыҡ түгел бит инде, ти ҙә хафалана күршем. Ә мин ундай ауыр уйҙарға бирелмәҫкә тырышам. Дөрөҫ йәшәһәң, ҡартлыҡ тик шатлыҡтан торалыр бит...

Г. ҒИЛМАНОВА.
Архангел районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәләм бирҙе “Сәләм”Һәр халыҡтың күңел төпкөлөнә, тамырҙарына һалынған, киләсәк быуындарға еткерергә тейешле рухи ҡиммәттәре бар. Иҫке Ябалаҡлы ауылында йәшәүселәр был йәһәттән үҙ иңенә һалынған бурысты элек-электән ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән атҡара. Мәҫәлән, борон бында ике мәсет булып та, йома намаҙҙарында уларға халыҡтың һыймауы, Совет осоронда ла кешеләрҙең имандан айырылмауы – рухи ҡиммәткә тоғролоҡтоң, дөрөҫ йәшәүгә ынтылыштың күркәм өлгөһө, ныҡлы дәлиле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил терәге һәм биҙәге – йәштәрУлың булһа, илгә терәк, ҡыҙың булһа, илгә биҙәк, ти халыҡ. Үҙ ғаиләләрендә генә түгел, тыуып үҫкән ил-ерҙәрендә терәк һәм биҙәк булырҙай йәштәр заманыбыҙҙы йәмләй. Талғәт Юнысов менән Фатима Янбаева ла күптәргә өлгө булырлыҡ замандаштарыбыҙ рәтендә. Күптән түгел генә милли йолаларға ярашлы никах туйҙарын да үткәрҙе улар. Йәштәр менән яҡындан танышыу маҡсатында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 104 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ!”– Кешегә ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Ә ниңә һуң ошо ваҡытты тик үҙең теләгәнсә үткәреү мөмкин түгел? Бар нәмәнең самаһы, сиге бар, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын үтәргә бурыслыһың. Үҙең түгел, ә йәмғиәт өсөн йәшәргә тейешһең кеүек килеп сыға...

Р. МЕРӘҪОВ.
Салауат ҡалаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урау-урау юлдар аша...Сәхнә биҙәгенә әүерелгән талант эйәләре күп районыбыҙҙа. Улар араһында көслө һәм яғымлы тауышы, гармунда уйнап, моңло итеп йырлауы менән һоҡландырған, һәр ролде тәжрибәле артистар кеүек оҫта башҡарған Тимерғәзим Усманов та бар. “Сатҡылар” халыҡ театрында шөғөлләнә ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 62 Алға
Бит башына