Өс дуҫ бәхет тураһында хыяллана. Тик уны һәр береһе үҙенсә аңлай. Тәүгеһе байлыҡта тип һанаһа, икенсеһе – талантта, өсөнсөһө ғаиләлә күрә.
Өлкәнәйгәс, дуҫтарға осрашыу насип була. “Байлыҡ туп­ланым, тик бәхет кисермәнем”, – тип көрһөнә беренсеһе. “Талантлы булдым, ләкин бәхет эҙләмәнем. Яңғыҙлыҡ­тан йонсоп китәм был донъянан”, – тип зарлана икенсеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 58 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бигүк еңел булмаған шарттарҙа йәшәгән ҡатын һәр таңды шөкөр итеүҙән башлай, ти:
– Бәхетлемен, Хоҙайым! Ҡайһы ваҡыт эсеп алһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы өйҙә йәшәйбеҙ. Эш булмаһа ла, үҙ шөғөлөм­дән аҡса килеп тора. Балаларым һау-сәләмәт: йүгерә лә һикерә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әүлиәләрҙе ҡәҙерләйекСентябрь аҙағында халҡыбыҙҙың иң ҡеүәтле әүлиәләренең береһе Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбере янында ҡылынған ҡәбәхәтлек бөтә Башҡортостанды тетрәндерҙе. Күп тә үтмәне, Мерәҫ ауылы эргәһендәге Йәғәфәр әүлиәнең дә ҡәбер ташын онтап, ер менән тигеҙләнеләр, артынса уҡ Муллаҡайҙағы Нурыш әүлиәнең ҡәберенең кәртәһен юҡ итеп, маҡамын таратып ҡуйҙылар. Был әшәке эштәр ҡайһы бер дин әһелдәренең: “Ҡәберҙе изгеләштерәләр. Унда барып табыналар, тауаф ҡылып йөрөйҙәр”, – тигән сығыштарынан һуң башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнйегеткә йәнә йән өрөпБер йыл элек Йәнйегет халҡы тыуған төйәгенең ике быуатлыҡ оло байрамын билдәләгәйне. Быйыл улар йәнә ҙур ҡыуаныс кисерҙе: көҙ башында ауылда күркәм иман йорто асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Мин бәләкәй саҡта яһиллығы, хатта ки әҙәпһеҙлеге менән дан алған бер инәй хәҙер аят-доға уҡып, дини мәжлестәрҙең уртаһында йөрөй. Ауыл халҡы хәйерҙе лә тап уға бирә. Ә минең был инәйгә күңелем тартмай, элекке холҡо иҫемдән сыҡмай...
Р. ҒАЙСИНА.
Белорет районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олатай ейәненә һөйләй:
– Әҙәм балаһының күңелендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара. Тәүгеһе көнсөллөк, намыҫһыҙлыҡ, ялған, мин-минлек, тәкәбберлек кеүек тойғоларҙы өҫкә сығарырға теләһә, икенсеһе иман, тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелек, тоғролоҡ яҡлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Көҙ һатырға тип утыҙҙан ашыу ҡаҙ аҫрағайныҡ. Күптән түгел күршенең эте инеп ҡош-ҡорттоң яртыһын тиерлек тамаҡлап сыҡҡан. Хаҡын түләттереп алам, ти ирем. Ислам ҡануны буйынса был дөрөҫ булырмы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Х. АҪЫЛОВА.
Ауырғазы районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 90 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рөхсәт һорау өс мәртәбә була. Әгәр инергә тиһәләр – кер, юҡ икән, кире ҡайтып кит”, – тип өйрәтә хәҙистәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур йорт – ауылға ҡотИслам матурлыҡты һөйә. Күңеле, тышҡы ҡиәфәте күркәм булыу менән бергә, кешенең йәшәгән ере, уны уратып алған мөхит тә һоҡланыу тыуҙырырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 121 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер кеше инеш яры буйына ау ҡора. Уға, аҙыҡҡа алданып, ҡоштар эләгә. Теге кеше һаҡ ҡына шул урынға яҡынлай. Килеп еттем генә тигәндә, ҡоштар ауы-ние менән бергә шаулап осоп китә. Ғәжәпкә ҡалған аусы уларҙың артынан йүнәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 62 Алға
Бит башына