“Изгелекле милләтемдең Күңел күктәрен яҡтырт!” Районыбыҙҙа 30-ға яҡын мәсет бар. Рамаҙан айы башланыр алдынан, йома көндө, тағы ла бер иман йорто ҡалҡып сыҡты.
Иҫке Күктау халҡы изге эште үҙе башланы: бер йыл элек тап ошо ва­ҡытта ауылдаштар бергәләп иҫке мәсет ихатаһында өмә үткәреп, яңыһына нигеҙ һалды. Төп ниәт, әлбиттә, ди­небеҙҙе үҫтереү, йәштәр күңелендә әхлаҡ, иман тәрбиәләү, эскелекте бөтөрөү, кешеләрҙе дуҫ, татыу йәшәргә өндәү ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шифалы ямғыр бир, Раббым! – Һуңғы йылдарҙа йәй ҡоро килә. “Был хәл әҙәм балаларының Аллаһ ­ шөкөр итмәй йәшәүенә, иманһыҙ ҡыланыуҙарға бәйле” тигән һүҙ­ҙәргә ҡарата ни әйтерһегеҙ, Нур­мөхәмәт хәҙрәт?

Д. ИСКӘНДӘРОВА.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
–Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың бәйгеһе уҙғарылды. Байрам “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
А
асман и., фарс. – күк, күк йөҙө
асыл и., ғәр. – 1. тамыр, нигеҙ; 2. төп мәғәнә, эске йөкмәтке
аҫалат и., ғәр. – затлы нәҫел
Ком: 0 // Уҡынылар: 614 тапҡыр // Тотош уҡырға
һөйөнөсөбөҙ ҙур: мәсеттәр күбәйә Быйылғы июнь Силәбе өлкәһе мосолмандары өсөн һөйөнөслө ваҡиғаларға бай булды. Мәҫәлән, Златоуст ҡалаһында һәм Арғаяш районының Ҡорман ауылында иман йорттары асылды.
Ҡала үҙәгендәге мәсет күптән иҫкергәйне. Халыҡ яңыһы төҙөлгәнен түҙемһеҙлек менән көттө. Хыялдары тормошҡа ашты уларҙың: әле ҡалҡып сыҡҡан иман йорто күркәм, ҙур, унда ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат өсөн айырым бүлмәләр бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Намаҙ уҡыу, сәхәр, ауыҙ асыу ваҡыты
Ком: 0 // Уҡынылар: 1630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихласлығы менән арбаны М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Лариса Маликова беҙҙең Мәһәҙей мәктәбендә педагогик практика үтте.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ-үҙенә талапсан, ныҡышмал, тырыш, һәр кемгә иғтибарлы ҡыҙға һоҡланып туйманыҡ. Филолог һөнәрен үҙ­ләштергән Лариса кластан тыш сараларҙа ла ихлас ҡатнашты, балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ихтирамын яуланы. Практика аҙағында уға мәктәптең Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләк тап­шырылды.
Уңған, иманлы йәш белгескә яҡты киләсәк, ижади уңыштар теләйбеҙ. Мәһәҙей мәктәбендә үткән практикаң күңелеңә талмаҫ ҡанат ҡуйһын, хыялдарың тормошҡа ашһын, Лариса!
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! “Иман” махсус битенең үткән һандарының береһендә арҙаҡлы ғалим Әкрәм Бейешевтең “Башҡорт телендә йөрөгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре” тигән китабынан мәғлүмәт бирә башлағайныҡ. Уны дауам итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Бөгөн кис ҡояш байыу менән, иншаллаһ, изге Рамаҙан шәриф айына аяҡ баҫабыҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләйем!
Исламдың биш терәгенең береһе булған Ураҙа мәле – тәҡүәлек, Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәргә һәм тыйылырға өйрәнеү осоро. “Кем дә кем ураҙа тотоп та, насар уй-фекерҙән, һүҙҙән, эштән туҡтамай икән, Хоҙай Тәғәлә уның асығыуына мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмышы һаман да йөрәкте тетрәндерә Иле, халҡы, дине, мәҙәниәте өсөн йәнен фиҙа ҡылған арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһында Башҡортостандың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡов та бар. Уҙған быуаттағы репрессия шауҡымын күптәргә ҡарағанда алдараҡ татый башлаған, тотҡонлоҡтан башы сыҡмаған кеше ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 57 58 59 60 61 62 63 64 65 ... 70 Алға
Бит башына