Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, әҙәм балаһы бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөү, йөк ташыу өсөн элек ат, дөйә һәм башҡа хайуандарҙы файҙаланған. Аллаһ Тәғәлә «Ҡөрьән Кәрим»дә: «Мин һеҙгә менеп йөрөү өсөн хайуандар яраттым», — тигән. Ләкин замандар үтеү менән, ғилем алға китеү арҡаһында бындай йәнлектәргә ихтыяж кәмегән, уларҙың урынына техника барлыҡҡа килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Хәмзә хажи» мәрхәмәтлек фонды етәксеһе, «Хәмзә» мәсете имамы Хәмзә хажи Ғәлләмов тураһында хәбәрҙар булмаған кеше юҡтыр. Уның халҡыбыҙ өсөн ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрлөк түгел. Күптән түгел Ҡариҙел районының Яҡуп ауылында “Туймөхәмәт” мәсетенең элекке бинаһы урынында яңы иман йорто асылыуы ла — Хәмзә хажи Ғәлләмовтың тағы бер изге ғәмәле.
Туймөхәмәт әүлиәнең мәсет урыны әле һаман бар. Ике быуат ваҡыт үтһә лә, таштан өйөлгән иман йорто стеналары ваҡыт һынауҙарына бирешмәгән, емерелмәгән. Бында эргә-тирә ауылдар, хатта республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән, сит өлкәләрҙән килгән кешеләр ата-бабаларының рухына аят уҡый, хәйер һала ине.
Бер нисә йыл элек яҡуптар мәсет һалдырыу тураһындағы уй-теләк менән Хәмзә хажиға мөрәжәғәт итә. Һөнәре буйынса архитектор булған диндар, мәсет тик таштан булырға тейеш, ти. Был теләген тормошҡа ашырыуҙа уға яҡын-тирәләге эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла. Ауыл егеттәренән төҙөлгән бригада тиҙ арала мәсет манараһын күтәреп ҡуя, ҡыйығын яба. Быуаттар тарихын һаҡлаған таш өйөмдәре иһә рәшәткә менән уратып алына. Урындағы халыҡты мәсет өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙығанда һыуҙың таҙалығы, бер бөртөк тә ҡомдоң сыҡмауы таң ҡалдыра. Минераль һыу сығанағының булыуы ихтимал, тип, Хәмзә хәҙрәт һыуҙы тикшертергә биргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә Ер йөҙөндәге бөтә кешегә: «Эй, әҙәм балалары! Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яраттым, йәғни атабыҙ – Әҙәм, әсәбеҙ – Һауа», – тип мөрәжәғәт итә. Бөгөнгө генетика ғалимдары ла бөтәбеҙҙең гены бер кешегә барып тоташыуын раҫлай. Әммә Хоҙай Тәғәлә үҙенең хикмәте менән кешеләрҙе төрлө халыҡ, төрлө милләт итеп яратҡан.
Аллаһ Тәғәлә төрлө телдәрҙе кешеләрҙең бер-береһе менән танышыуы, аралашыуы, шулай уҡ мәғрифәтте, фәнде үҫтереү, уңыш-ҡаҙаныштарҙы уртаҡлашыу, яҡшылыҡ таратыу өсөн биргән. Ерҙәге бөтә кеше тыуғандан алып тел менән эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
“Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен ярата”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Һәр эшкә: “Бөйөк рәхмәт үә шәфҡәт эйәһе Аллаһтың исем-шәрифе менән башлайым”, — тип тотонабыҙ. Хоҙай Тәғәлә үҙендәге ошо рәхимлелек, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы йән эйәләренә бүлеп биргән. Араларында иң бөйөгө — һөйөү. Бөтөн күркәм һыҙаттарҙың, тойғоларҙың инеш башы, сығанағы ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 843 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Аллаһ Тәғәләм, барыһын да һинең ихтыярға тапшырам..."Әбүләйес ауылында балалар, ҡатын-ҡыҙ бер ай самаһы мәсеттә ойошторолған дини дәрестәргә йөрөгән. Ғилемде Өфөлә дини белем алып ҡайтҡан Миңниса Йылҡыбаева өйрәткән. Был хаҡта ауылдаштарынан ишетеп белгәйнек. Әле иһә Әбүләйес абыстайын үҙе менән ҡапма-ҡаршы ултырып тыңлайбыҙ:
— Урта мәктәпте тамамлағас, Йылайырҙа тегенсегә уҡыным. Кейәүгә сығып, дүрт бала таптым. Әммә яҙмыш елдәре тыуған ауылыма кире ҡайтырға мәжбүр итте. Ҡайҙа ниндәй эш бар, барыһын да башҡарҙым, сөнки балаларҙы ҡарарға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Етмәһә, нәҡ шул осорҙа совхозда эш хаҡы түләнмәне, шуға күрә ауылдаштарыма, туғандарыма кейем тегеп, йүнәтеп, шәл бәйләп көн күрергә тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1161 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
"Ҡөрьән Кәрим"дәге тәүге аят-кәримә "Һине юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!" тигән һөйләмдән башланған. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда ҙур мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте һәм һиммәте сағылдырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғлүм булыуынса, быйыл Өфөлә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 225 йыл тула. Ике быуаттан ашыу ваҡытта ниҙәр кисерелде? Дини үҫеш йәһәтенән ниндәй уңыштарға өлгәштек? Уларҙа Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының өлөшө ҙурмы? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында, шулай уҡ ил кимәлендә билдәләнәсәк оло юбилейға әҙерлек барышы, республикабыҙҙың бөгөнгө рухи тормошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса редакцияла “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Һөйләшеүҙә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов, уның ярҙамсыһы Артур хәҙрәт Сөләймәнов, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең директоры Ильяс хәҙрәт Мөхәмәҙиев, Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Йома” тапшырыуын әҙерләп алып барыусы Морат хажи Лоҡманов ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1098 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларының һәр береһенә ниндәйҙер мөмкинлек биргән: берәүҙең аҡылы, зиһене үткерерәк, икенсенең көсө күберәк, ҡайһыларҙың һәләте хайран ҡалмалы, йөҙө һоҡланғыс... Шул уҡ ваҡытта Хоҙай әҙәм балаларын сәләмәтлек яғынан да айырмалыҡтарға дусар итә. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Исламда "социаль йәһәттән яҡланғанлыҡ" тигән төшөнсә ҙур урында тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 Алға
Бит башына