“Ерҙең рәхәтлегенән файҙаланығыҙ”11.01.2019

Әҙәм менән Һауа тарихынан.

“Әҙәм балаһы унда төрлө башбаштаҡлыҡ ҡылыр, ҡан ҡойор, дошманлыҡ орлоҡтары сәсер бит, – тип борсоулы уйын белдерә фәрештәләр, Аллаһ Тәғәлә Ергә урынбаҫарын ебәреү хаҡындағы ҡарарын еткергәс. – Ә беҙ, Раббым, Һине данлайбыҙ, ғибәҙәттәреңде өҫтөн ҡуябыҙ...” Был һүҙҙәргә яуап шулай яңғырай: “Мин һеҙ белмәгәнде беләм”. Раббыбыҙҙың әйткәне “кешелектең барлыҡҡа килеү маҡсатын яҡшы беләм” тигән төшөнсәне бирә.

Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде үҙе яралта. “Мин кешене ҡуйы һәм төҫөн үҙгәр­теүсән балсыҡтан ҡойоп яһа­йым, – ти фәрештәләренә. – Те­йешле һынды эшләгәс, уға Үҙем­дең йәнемде өрәм. Алдында хөрмәт менән баш эйегеҙ”. Барлыҡ фәрештәләр әйтелгәнде үтәй. Иблис кенә уларға ҡушылыуҙан баш тарта. “Эй, Раббым, Һин мине – уттан, ә әҙәм балаһын балсыҡ­тан бар иттең. Уның алдында баш эйәһем юҡ”, – тип тәкәбберлек күр­һәтә. Бы­ның өсөн иблис Аллаһ Тәғәләнең мәң­гелек асыуына дусар була. “Үҙең­де һәм Әҙәмдең һине тыңлаған тоҡомдарын тамуҡ­тың мәңгелек хө­кө­мө көтә, – ти Раббыбыҙ. – Ә Минең ҡолда­рымды үҙеңә әүрәтә алмаҫ­һың”.

Әҙәм балаһы Йәннәттә һис тә тын­ғылыҡ таба алмай. Яңғыҙ­лыҡтан күңеле һыҙлай. Ә бер саҡ уянып китһә, баш осонда кеше ултыра икән (Аллаһ уны Әҙәмдең ҡабырға­һынан яһаған). “Кем һин?” – тип һо­рай Әҙәм. “Мин – ҡатын”. “Ни өсөн яратылдың?” “Һиңә йыуаныс булыу өсөн”.
Анабыҙ Һауаның шулай ҡабыр­ға­нан яратылыуына бәйле пәйғәм­бә­­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм аҙаҡ ошондай һүҙҙәр әйткән: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп тор­ған ҡабырғанан яһалған. Әгәр был ҡыйышлыҡты турайтырға тырышһағыҙ, уны һындырырһығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдырһағыҙ, кәкрелек бөт­мәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”.

Аллаһ Тәғәлә Әҙәм менән Һауаға йәннәттә бер ағастыҡынан башҡа барлыҡ емеште ашарға рөхсәт итә. Ҡөрьәндә был тыйыл­ған аҙыҡтың исеме аталмай, сөнки уны белеү­ҙән һис кемгә файҙа булмаҫ тип ҡарар ҡылына. Әҙәм менән Һауаның бәхетенә көнләш­кән иблис иһә уларҙы барлыҡ бәрәкәттән мәхрүм итеү маҡ­сатында хәйләкәр план ҡора. Һө­ҙөмтәлә ир менән ҡатын, шайтан ҡот­ҡоһона бирелеп, тыйыл­ған емеш­тән ауыҙ итә. “Быны эшләргә яра­ма­ғанлығы хаҡында әйтмә­немме? Шайтандың һеҙгә дошман икәнлеге, изгелек теләмәгәнлеге тураһында белдермәнемме?!” – тип шелтә бел­дерә Раббыбыҙ. Әҙәм менән Һауа, гонаһтарын ғәфү итеүҙе үтенеп, Аллаһҡа тәүбә ҡыла. “Һеҙ Ергә төшәһегеҙ. Уның рәхәтлегенән үлгәнгә тиклем файҙаланығыҙ”, – ти Раббыбыҙ. Ошолай Әҙәм менән Һауаға, шулай уҡ иблискә йән­нәт­те ҡалды­рырға бойорола. Бер-бе­реһенә дошман булараҡ, улар һәр ваҡыт үҙ-ара көрәш алып бара, был һаман да дауам итә.

Ергә төшөп, бөтөнләй икенсе тормош башлаған Әҙәм менән Һауаның Хабил менән Ҡабил исемле улдары хаҡында хикәйәт бар. Ғәрәп тарих­сы­һы Мөхәммәт ибн Исхаҡтың (922 – 1005) әйте­үенсә, ғаилә башлығы ба­ҡыйлыҡ­ҡа күсер алдынан улы Шисҡа тәүлектең төрлө мәлендә ниндәй до­ғалар ҡылырға кәрәклеген аңлата. Ғөмүмән, Әҙәмдең барлыҡ тоҡомо ошо улынан таралған тип раҫлана. “Шис” һүҙе “Аллаһтың мәрхәмәте” тигән төшөнсәне бирә.

Ислам ғалимы, хоҡуҡ белгесе Ибн Касир (1301 – 1373) билдә­ләгәнсә, Әҙәм ғәләйһис-сәләм йома көндө баҡыйлыҡҡа күсә. Фәрештәләр уны бәлзәмләү өсөн Йән­нәттән матдә, кәфен алып килә. Мәйетте йыуып, төрөп, бәлзәм менән эшкәртәләр. Унан ерҙә соҡор ҡаҙалар. Янында доға ҡылып, мәйетте ҡәбергә төшө­р­ә­ләр ҙә ер менән ҡаплайҙар. “Эй Әҙәм балалары! – тип өндәшә улар кешеләргә. – Ерләү йолаһы ошолай була, шулай дауам итергә тейеш­һегеҙ”.

Әҙәм баҡыйлыҡҡа күскәс, уның юлын өҙмәү бурысы улы Шискә тапшырыла. Артабан был сыл­бырҙы быуындың йәш вәкилдәре Ануш, Кайнин, Михлайил, Йард һәм башҡалар дауам итә.

“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында тарихтар (Әҙәмдән Мөхәммәткә тиклем)” тигән китаптан тәржемә ителде


Вернуться назад

Яндекс.Метрика