“Башҡаларға ҡамасаулама”25.01.2019
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға дини китаптарға, диндарҙарҙың һүҙенә таянып яуап бирергә тырышабыҙ.

Бына Белореттан килгән бер хат:
“Ауылда ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа йома намаҙҙарына күпләп йыйылабыҙ. Әммә ошо кәйефте төшөргән күренеш аҙна һайын ҡабатлана: ауылдаштарыбыҙ араһынан бер ир (ул ошо мәсетте һалдырғайны) гел хөтбә башланғас ҡына килеп инә лә, йыйылған халыҡҡа иғтибар итмәгәндәй, иң алға үтеп ултыра. Тәкәбберлек бит был. Имам-хатип быға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдермәй”.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тап шундай күренешкә бәйле хәҙисе бар. Пәйғәмбәребеҙ йома вәғәзе һөйләгән мәлдә кемдер мәсеткә килеп инә лә, башҡаларҙы урынынан ҡуҙғата-ҡуҙғата үтеп, алға сыға. Ғибәҙәт тамамланғас, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға: “Башҡаларға ҡамасау­ла­ның, – тип дәғүә белдерә. – Шуны аңларға тейешһең: мосолмандарҙың маҙаһына тейгән кеше мине лә рәнйетә. Тимәк, бындай ғәҙәт Аллаһ Тәғәлә лә оҡшамай”. Ғөмүмән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мәсеттә ныҡлы тәртип һаҡлауҙы талап иткән, мосолмандарға хатта ки намаҙ ваҡытын көтөп ултырғанда ла бер-береһенә ҡамасауларға рөхсәт итмәгән. Тәүҙә килгәндәр – алдан, һуңғараҡ ҡалғандар арттан урын алған.

Имам-хатип етешһеҙлек күргәндә өндәшмәй ҡалырға тейеш түгел. Ул, ғөмүмән, һәр яҡлап тәрбиә эше алып барырға бурыслы. Әгәр ҙә ки аранан кемдер һуңлап килә икән, улай ярамағанлығы тураһында әйтеп кенә ҡалмайынса, хөтбәләрҙең береһен тап шул темаға арнауы ла яҡшы буласаҡ.
Йома һайын һөйләнелә торған бындай сығыштарҙа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелергә, улар халыҡты ҡыҙыҡһындырырға, ныҡлы һабаҡ бирергә тейеш.

Имамдарҙың шуны гел хәтерендә тотоуы мөһим: әҙәм балалары мәсеткә ғибәҙәт ҡылыу менән бергә файҙалы, фәһемле, күңелде үҫтерерлек мәғлүмәт ишетергә теләп килә.

Әгәр инде был кеше иман йортон һалдырғанына бәйле күңелендә тәкәбберлек тоя икән, бындай холоҡ мосолманға бөтөнләй хас түгел. Мәсет – Аллаһ Тәғәләнеке. Үҙеңде Раббыбыҙға тиң тотоу – иң ҙур гонаһтарҙың береһе.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика