Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урамдар яҡтыртыла йәки проблема хәл ителде
Урамдар яҡтыртыла йәки проблема хәл ителдеУчалы ауыл Советы районда иң ҙур биләмәләрҙән һанала. Уға Учалы, Ҡалҡан, Өргөн, Һәйтәк ауылдары ҡарай, 2688 йортта 8297 кеше йәшәй. Учалы ауылының үҙендә генә 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

Биләмә йылдан-йыл үҫә, матурая, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Шәхси йорт һалып инергә теләүселәр өсөн ер участкалары бүленә. Ултыраҡтың ҡаланан алыҫ булмауы ла ҙур роль уйнай.

Эргәнән генә Белорет – Учалы - Мейәс юлы үтә. Тәүлек әйләнәһенә маршрут автобустары йөрөй, ҡалаға барыу өсөн транспортты ла оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй. Йәштәр бында күпләп төпләнә, йыл һайын ике тиҫтәгә яҡын ғаилә өй туйлай.

Әлбиттә, проблемалар ҙа етәрлек. Ошо көндәрҙә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабировҡа Учалы ауылында йәшәгән Юлиә Ғарипова Еңеүҙең 30 йыллығы һәм Элеватор урамдарындағы тыҡрыҡта төнөн бик ҡараңғы, яҡтыртҡыстарҙың булмауы тураһында бошоноп мөрәжәғәт итә.

Мәсьәләне асыҡлау өсөн беҙ Учалы ауылы хакимиәте башлығы Альберт МОСТАФИНҒА мөрәжәғәт иттек.
— 2018 йылда район хакимиәте тарафынан беҙҙең биләмәгә урамдарҙағы яҡтыртҡыстарҙы яңыртыу маҡсатында 3 миллион һум аҡса бүленде. Уға ярашлы, биләмәнең дүрт ауылында ла 573 яҡтыртҡыс энергияны күп сарыф итмәгән төрөнә алмаштырылды, әммә ҡайһы бер урамдарҙың өлөштәре, тыҡрыҡтар техник мөмкинлектәрҙең, йәғни бишенсе линияның булмауы арҡаһында яҡтыртылмай ҡалғайны.

Проблема этаплап хәл ителә: кәрәкле урындарға кабель һуҙыла һәм яңы яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Был эштәр барыһы ла лампаларҙы алмаштырғандан һуң энергияны экономиялаған аҡсаға атҡарыла. Әйткәндәй, модернизациялау арҡаһында сығымдар 45 процентҡа кәмене. Уҙған шәмбе юғарыла телгә алынған урындарҙа ла мәсьәлә ыңғай хәл ителде.

Юғары көсөргәнешле токтың һикереүе арҡаһында яҡтыртҡыстарҙың эшлектән сығыу осраҡтары ла күҙәтелә. Контракт шарттарына ярашлы, эштәрҙе башҡарған подряд ойошмаһы уларҙы ике йыл дауамында үҙе алмаштыра, был мәсьәлә лә контролдә тотола, — тип яуап бирҙе беҙгә хакимиәт башлығы.

Республика Башлығына мөрәжәғәт иткән Юлиә Ғарипова проблеманың тиҙ арала сиселеүенә бик шат.

— Ике бала әсәһемен, иртән өлкән ҡыҙымды балалар баҡсаһына алып барғанда урамдың ҡараңғы булыуы борсоуға һала ине. Беҙҙең урамда бик күп йәш ғаиләләр йәшәй, мәктәп йәшендәге балалары булғандар уларҙың именлеге өсөн хәүефләнде. Үтенесебеҙгә ҡолаҡ һалып, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә барыһы ла шат: урамыбыҙ төндә лә балҡып тора хәҙер, — тине ул.

Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне
Фото: big-rostov.ru сайтынан


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Кабинетты нисек йылытырға?

Кабинетты нисек йылытырға? 10.02.2019 // Инцидент

Социаль селтәрҙә Өфөнән Әлфиә Мәмбәтова 117-се мәктәптең бер класында һыуыҡ булыуына зарланды....

Тотош уҡырға 116

Блокаданы үткән өлкән кеше ниңә ундай шарттарҙа көн итә?

Блокаданы үткән өлкән кеше ниңә ундай шарттарҙа көн итә? 09.02.2019 // Инцидент

Социаль селтәрҙә Лиә Хафизова хәбәр итеүенсә, Иглин районының Күҙәкәй ауылында Валентина Николаевна...

Тотош уҡырға 156

Өҫтәмә сүп һауыттары ҡуйылды

Өҫтәмә сүп һауыттары ҡуйылды 05.02.2019 // Инцидент

Благовар районында йәшәгән ҡатын төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йыл...

Тотош уҡырға 144

Асыҡ ҡоҙоҡ күрһәң, хәбәр ит

Асыҡ ҡоҙоҡ күрһәң, хәбәр ит 04.02.2019 // Инцидент

Башҡортостандағы бөтә район һәм ҡала хакимиәттәре ҡапҡастары ябылмаған ҡоҙоҡтар тураһындағы хәбәр...

Тотош уҡырға 169

Өйгә ҡайтам тиһәң, 1000 һум кәрәк

Өйгә ҡайтам тиһәң, 1000 һум кәрәк 01.02.2019 // Инцидент

Йәрмәкәй – Бәләбәй автобус маршруты халыҡты оҙаҡ йылдар хеҙмәтләндереп килһә лә, бер нисә йыл элек,...

Тотош уҡырға 333

43 йортҡа клуб кәрәкмәйме ни?

43 йортҡа клуб кәрәкмәйме ни? 24.01.2019 // Инцидент

Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылынан Римма Сөләймәнова “Инцидент” системаһына бер сәбәпһеҙ былтыр...

Тотош уҡырға 361

Компенсация  түләнгән – күсәсәк

Компенсация түләнгән – күсәсәк 22.01.2019 // Инцидент

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә...

Тотош уҡырға 220

“Тегендә барма, бында бар... Башыңа ҡар төшөр”

“Тегендә барма, бында бар... Башыңа ҡар төшөр” 21.01.2019 // Инцидент

Ҡыш етһә, “Уңыш джентльмендары” фильмынан Василий Алибабаевичтың ошо һүҙҙәре иҫкә төшә....

Тотош уҡырға 241

Компенсация түләнгән – күсәсәк

Компенсация түләнгән – күсәсәк 20.01.2019 // Инцидент

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә...

Тотош уҡырға 213

"Йомортҡаһыҙ йәшәп торорға була бит"

"Йомортҡаһыҙ йәшәп торорға була бит" 20.01.2019 // Инцидент

Кешеләрҙе бөгөн иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – хаҡ артыуы. Ошоға ҡаршы көрәшеү юлдарының...

Тотош уҡырға 313

Ә беҙгә нисек йөрөргә?

Ә беҙгә нисек йөрөргә? 20.01.2019 // Инцидент

Интернет мөмкинлектәре киң – һәр урындағы халыҡтың тын алышын белеп торабыҙ....

Тотош уҡырға 227

Аяҡ кейемеңде тышта алмаштыр...

Аяҡ кейемеңде тышта алмаштыр... 20.01.2019 // Инцидент

Мәғариф учреждениеларында төрлө проблема осрап тора. Улар уҡытыу сифатына ғына түгел, көнкүреш...

Тотош уҡырға 566