Компенсация түләнгән – күсәсәк22.01.2019
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән һорауҙарға асыҡлыҡ индереү эше туҡтауһыҙ бара.

Сираттағы хат:
“Өфөгә Затон яғынан ингән юл буйындағы өй күсерелмәне, уға ҡый­батлы ҡоймалар ҡуялар, өҫтә­үенә эргәһендә – нигеҙһеҙ рәүештә эленгән тиҙлекте кәме­теү билдәһе. Был үткән бар кешегә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ниңә улай булған, кем шуға юл ҡуйған? Был йорттоң хужаһы ҙур етәксеме, әллә төҙөлөш ойош­маһы начальнигымы, танышлыҡ буйынса өйөн күсертмәүгә өлгәш­кәнме? Ул осраҡта башҡалар өсөн шул уҡ майҙандан мәжбүри тәртиптә фатир биреү законы ҡайҙа? Кешеләрҙе йонсотҡан был ваҡиғаны тикшерергә кәрәк”.

Хатҡа Өфө ҡалаһы хаки­миәтенән яуап бирҙеләр:
“Өфөгә Затон яғынан ингән юл буйындағы йорт С. Чекалин, 12 адресы буйынса урынлашҡан. Уны алыу буйынса эш судтың беренсе һәм апелляция инстанцияларында ҡаралды, ошо нигеҙҙә шулай уҡ суд экспер­тизаһы үткәрелде.

2018 йылдың июлендә республика Юғары судының апелляция ҡарарына ярашлы торлаҡ йортон алыу өсөн милек хужаларына компенсация түләнде.

Ҡануниәт буйынса, ошо хаҡ ҡапланғандан һуң ғына күсеү процедуралары башлана ала. Шулай уҡ милек хужаһы, компенсация түләнгәс, яңы йәшәү урыны һай­лау, алыу һәм күсеү маҡсатында әлеге йортонда алты айға тиклем ҡалыу мөмкинлегенә эйә.

Әле өйгә хоҡуҡи йәһәттән Өфө ҡалаһы хакимиәте хужа, йортто һүтеп күсереү 2019 йылдың икенсе кварталына планлаштырылған”.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика