Мәләүез районы — Көньяҡ Уралдың иң матур төбәктәренең береһе. Ул йәмле Ағиҙел, көслө ағымлы Нөгөш, йырҙарҙа данланған Ашҡаҙар кеүек йылғалары, түбәләре болотто зәңгәр шәл итеп ябынған бейек тауҙары, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡара урмандары, офоҡтан офоҡҡаса йәйрәп ятҡан баҫыуҙары, матур-матур легендалары, илһөйәр уҙамандары менән дан тота.
Халыҡ хәтере былай тип һөйләй. Йәмле Ағиҙелдең уң яҡ яры буйлап теҙелеп киткән күкһел тау теҙмәләре Йәнгүҙәй борон-борондан уҡ атай-олатайҙарҙың төйәге булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мең төрлө аҙап кисереп...1919 йылда Беренсе Армияның политбүлеге эргәһендә сығарыла торған ғәскәри гәзит “Ҡыҙыл Йондоҙ” идараһында эшләй инем. Тиф ауырыуынан һуң отпуск алып Туҡсоранға ҡайтҡас та, Башҡортостан хөкүмәте мине мобилизация менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына килтертте. Ул ваҡытта әле Зәки Вәлиди хөкүмәте ине. Мин, ғәскәри кеше булыуым сәбәпле, гәзит идараһына керергә теләһәм дә, ебәрмәнеләр. Бер аҙ ваҡыт Туҡсоранда военкомлыҡ вазифаһын үтәп торорға тура килде.
Ул ваҡытта Харис Йомағолов, Исхаҡ Рәхмәтуллиндар мөхәррирлегендә август айынан башлап “Башҡортостан хәбәрҙәре” сыға башлағайны. Шунан күп ваҡыт та үтмәне, Зариф Мозафари редакторлығында сыҡты.
“Башҡортостан хәбәрҙәре” аҙна-ун көнгә бер күренеп ҡала, ҡайһы ваҡытта айына бер генә тапҡыр сыға. Шуның өҫтәүенә ул “төркөм” ҡорбаны булып йөрөй ине. Унан һуң бер аҙ ваҡыт Исмәғил Йәғәфәров етәкселегендә лә сығып алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәғит Мерәҫов — тәүге мөхәррирБашҫорт милли хәрәкәтенеһ мәшғүр эшмәкәре Сәҙит Ҙҡбәйңулла улы Мерәөов 1880 йылда Ырымбур губернағы Ҫыпсаҫ волосыныһ (хәңер Новосергиевка районы) Мерәө ауылында тыуҙан. С. Мерәөов үңенеһ биографияғында: “Атайым Ҙҡбәйңулла — крәөтиән, ҙүмере буйы иген икте”, — тип яңа. Күрәғеһ, уныһ атағы хәлле генә кеше булҙандыр, ул иген игеү менән генә түгел, шулай уҫ дини эштәр менән дә шҡҙҡлләнгән.
Ҙҡбәйңулланыһ ҙаиләғе ярайғы ҙына ңур — алты балағы була. С. Мерәөовтыһ яңыуынса, атағы 1895 йылда үлә, ҙаилә ошо сәбәпле “ңур матди ауырлыҫтар” кисерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихи хәтер мәңгелек112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлыҡтары Бөйөк Ватан һуғышы тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уларҙың хәрби үткәнен, тарихын республикабыҙҙа бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Дивизияға хәрби байраҡ тапшырылыуға 70 йыл тулыуҙы ла киң билдәләнеләр. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт филармонияһында тантана булды.
“Намыҫ, батырлыҡ һәм дан символы” тип аталған байрам концертына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, шул иҫәптән данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәре, ветеран, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары килде.
Филармония фойеһында китап күргәҙмәһе ойошторолдо, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың бюсы һәм уның биографияһы яҙылған стенд ҡуйылғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына хәрби байраҡ тапшырылыуҙың 70 йыллығы билдәләнә. 1942 йылдың 22 мартында кавалерия дивизияһының “Дим” станцияһындағы штабында БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов командир Миңлеғәле Шайморатовҡа байраҡ һәм башҡорт халҡының дивизия яугирҙәренә наказы тексын тапшыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ