Ишембай нефть ятҡылыҡтары асылыуға — 80 йыл
Башҡорт халыҡ ижадында тупланған хазиналарҙың, әҙәм күҙенән йәшерелеп, ете ҡат ерҙең ҡуйынында һаҡланыуы һәм уларҙы кәртәләүсе ҡапҡаларҙың фәҡәт изге ниәтле кешеләр алдында ғына асылыуы тураһында әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр бихисап. Шулай, “Тау сере” тип аталған риүәйәттә йыуылған алтын тулы һандыҡты тау ҡуйынынан күп кешеләрҙең эҙләп яфаланыуы, әммә хазинаның һис кемдең дә ҡулына эләкмәүе тураһында бәйән ителә.
“...Ҡурғанды күптәр ҡаҙып ҡарай. Бер бай киржак казагы, тотош әртиле менән килеп, йәй буйы ҡаҙынһа ла, бер эш тә ҡыра алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 19 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сочи Олимпиадаға әҙерме?"Аҡса тоҡсайҙары" ғынамы икән?
Форумда Рәсәйҙең Хоккей федерацияһының презентацияһы ойошторолғайны, унда журналистар менән осрашыуға махсус ҡунаҡ – Олимпия һәм Донъя чемпионы Вячеслав Буцаев саҡырылды. Сер түгел, бөгөн Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһының "Сочи-2014"-кә әҙерлеге тураһында күп һөйләнелә. Көйәрмәндәр илебеҙҙең төп командаһынан үҙебеҙҙә үткән Олимпиадала бары "алтын" ғына көтә. Шуға ла ил намыҫын һаҡлаған хоккейсыларға йәмәғәтселек тарафынан иҫ киткес ҙур баҫым яһала. Тап ошо мәлдә журналистарҙың эше халыҡ менән спортсылар араһында барлыҡҡа килгән аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөргә, көйәрмәндәрҙе борсоған һәр һорауға асыҡлыҡ индерергә ярҙам итергә тейеш. Был – киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы, быны Вячеслав Буцаев та билдәләне. Әммә, үкенескә ҡаршы, йыш ҡына киреһе килеп сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сочи Олимпиадаға әҙерме?2014 йылда үтәсәк Олимпия уйындарының баш ҡалаһы Сочи беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Күктә болот әҫәре юҡ, әйтерһең дә, июль айы – ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә лә һибә. Самолет аэропортҡа төшә башлағанда уҡ офоҡтан түбәләре ағарып ятҡан бейек тауҙар күҙгә ташланды.
Ә аҫта диңгеҙ – иге-сиге булмаған, офоҡтарғаса йәйрәп ятҡан зәңгәрһыу диңгеҙ...

Уй-фекерҙәр, борсолоуҙар менән уртаҡлашыу майҙаны


Сочиға килеүебеҙҙең төп маҡсаты, әлбиттә, диңгеҙ буйында ял итеү түгел ине. Хәйер, апрелдә бында диңгеҙ һыуында ҡойонормон тимә. Көндөҙгө эҫе июль айын хәтерләтһә лә, барыбер һыуығыраҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫыуҙарҙа бер башаҡ ҡалмаһын
Беҙ икенсе класҡа барасаҡ йәйҙә Сталинград һуғышы тураһында күп ишетергә тура килде. Фашистар Волганы кисеп сыға ҡалһа, беҙгә лә ҡул һонорлоҡ ҡына ара ҡаласаҡ, имеш.
Икмәк ҡәҙере ныҡ артты. Мәктәптә бер көн уҡыһаҡ, икенсе көн баҫыуға йүгерәбеҙ. Һәр бала ҡулында — киндер тоҡ. Ураҡ менән урылған арыш, бойҙай, тары башаҡтарын йыябыҙ. Һәр кем ярты тоҡ башаҡ йыйырға бурыслы. Бының өсөн сәғәттәр буйы йөрөргә тура килә. Йыйылған башаҡты уҡытыусыға күрһәтәһең, унан һуң колхоз келәтенә тапшыраһың. Ә ҡыш көнө йорттан йортҡа йөрөп, көл, тауыҡ тиҙәге йыябыҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Китм-ә-ә!”
Ҡарт ҡайындар — беҙҙе ҡурсалаусы олатай- өләсәйҙәр кеүек: ҡытыршыланып ҡатҡан олондары елдән, суҡтары биттәребеҙҙе наҙлап, ямғырҙан һаҡлай. Кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәттән ошо ҡайынлыҡҡа һыйыныуы тикмәгә түгелдер, күрәһең.
Яуға оҙатыу көнөндә башҡалар күмәкләшеп ҡайғырышҡанда, йәштәр икәүҙән-икәү генә ҡалған. Сит ауылдан төшкән килендең ҡулында бәпесе йоҡлай. Ҡаршыһында ире гармун тарта. Мәңгелеккә киткәнлеген аңлағандай, боронғо көйҙәрҙе, ҡайғы-хәсрәтлеләрен һуҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 14 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ