Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!

Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!

Ҡәҙерле дуҫтар!


Гәзитебеҙ ойошторған “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһының быға тиклем дә әүҙем барыуын яҡшы беләһегеҙ. Хәҙер ул, күптәрҙең Интернет менән эш итеүен иҫәпкә алып, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша эстафета рәүешендә лә дауам итәсәк. Йәғни бер коллектив 2015 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙыла һәм рухи эстафетаны икенсе коллективҡа тапшыра. 


Төп шартыбыҙ шул: эстафетаны өҙөргә һәм артабан тапшырыуҙы өс-дүрт көндән дә артыҡ һуҙырға ярамай. Ғөмүмән, уны өҙөү (бигерәк тә Әҙәбиәт йылында) халҡыбыҙҙың рухиәтенә ҡул һелтәп ҡарауға бәрәбәр булыр ине!


Рухи эстафета 25 июнгә тиклем дауам итә һәм уның барышы гәзитебеҙ сайтында сағылып торасаҡ. 


Әйткәндәй, ошо акцияла ҡатнашҡан коллективтар “Башҡортостан” гәзитенең Почет таҡтаһына индереләсәк.


Халҡыбыҙҙың яҙмышы, уның мәнфәғәттәре менән янып йәшәгән “Башҡортостан” гәзите – һәр башҡорттоң рухи паспорты ул!


Шулай итеп, старт бирелде: беҙ иһә, тотош коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙылып, рухи эстафетаны Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаларына тапшырабыҙ!


Белешмә өсөн телефондар: 272-62-61; 272-42-07.