Бензин аҡсаһы ҡайҙа китә?

30-06-2016, 19:39 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Рәсәйҙә автомобиль яғыу­лығына акциз тағы арттырылды. Быйыл ғына ла өсөнсө тапҡыр. Бер литр бензинға страховка күләме – ике, ә кәрәсингә бер һумға күтәрелде. Өҫтәмә хаҡҡа һалымды ла иҫәпкә алһаң, тимәк, был артым һәр литр бензин 2 һум 36 тингә ҡиммәтерәк була тигән һүҙ.

Был хәл аҙаҡҡы һөҙөмтәлә лә сағылмай ҡалмаясаҡ, әлбиттә. “Лукойл” компанияһы биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, яғыулыҡ йыл аҙағына саҡлы 10 процентҡа ҡиммәтләнәсәк, йәғни һәр литр өсөн өс һумға күберәк түләргә тура киләсәк.
Беҙҙең ысынбарлыҡ ҡыҙыҡ бит ул: логик фекер йөрөткәндә, нефткә хаҡ төшкәс, автомобиль яғыулығы ла арзанайырға тейеш. Етмәһә, VYGON Consulting компанияһы белдереүенсә, 2000 йылдан алып беренсе тапҡыр яғыулыҡҡа ихтыяж кәмеүгә табан китте. Ләкин Рәсәй “нефтян­ка”һында хаҡтар икенсе бер ҡанундар буйынса ҡуйыла: уға “ҡара алтын”ға бәйле булмаған сәбәптәр килеп ҡушыла. Нефть продукттары был хаҡтың ярты­һына ғына тиң. Хатта эске баҙарҙа ла яғыулыҡ хаҡы экспорт кимәленә буйһона, йәғни һумдың курсына бәйле.
Бында, әйтелгәнсә, акциз да ҙур йоғонто яһай. Иң ҙур һалым түләгән “Роснефть” компанияһы, мәҫәлән, былтыр дәүләт ҡаҙна­һына өс триллион һум күсерҙе. Был уның кеременең 55 процентын биләй.