“Ашығыс ярҙам”дар туҙҙы

30-06-2016, 19:41 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Күптәнме әле “кроссовер Лада” тигән атама йылмайыу ғына тыуҙырырға һәләтле ине. Кроссовер тип беҙ, нигеҙҙә, сит ил маркаларын ғына баһалап өйрән­гәнбеҙ шул.

Ләкин быйыл яҙ Тольяттиҙағы автозавод конвейерынан “Lada Xray” һәм “Lada Xray Cross” тип аталған ошондай рәүештәге машиналар сыға башланы. Уларҙың Рәсәй юлдарындағы һынауҙы нисек үтере тураһында һығымта яһарға иртәрәк әле. “АвтоВАЗ” етәкселеге белдереүенсә, улар тулыһынса үҙаллы проект булып тора һәм башҡа бер ниндәй моделдән дә үҙләштерелмәгән.

***

Беҙҙең илдәге шоферҙар һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар теленә яңыраҡ “хәүефле йөрөтөү” тигән термин килеп инде.

Ундай шоферҙар рәтенә юл­дағы һыҙатты кинәт алмаш­тырған, көтмәгәндә тормозға баҫҡан йәки уҙыша башлаған, арауыҡты күҙәт­мәгән һәм башҡа ҡурҡыныс ҡы­лыҡтар яһағандарҙы индерәләр. Шундай ысул менән елдерергә яратҡан­дарға ҡаршы закон быйыл 8 июндә үҙ көсөнә инде. Ғәйеп­ле­ләрҙе биш мең һумдан ашыу штраф йәки йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителеү көтә. Тик быны иҫ­батлау өсөн мотлаҡ видеотеркәгес яҙмаһы кәрәк.
Рәсәй Дәүләт Думаһына илдә транспорт һалымын юҡҡа сығарыу тураһында закон проектын йәнә индерҙеләр.
Уны әҙерләгән “Ғәҙел Рәсәй” партияһы ошо һалымды автомо­билдә йөрөгән кешеләр генә түләргә тейеш тип иҫәпләй, йәғни машинаһын ҡулланыуҙы туҡтат­ҡан хужаларға был ҡағылмай. Хәбәр итеүҙәренсә, былтыр иле­беҙ Хөкүмәте транспорт һалымын бөтөрөү тура­һындағы тәҡдимде кире ҡаҡҡайны, сөнки был осраҡта Рәсәй ҡаҙнаһы 146 миллиард һумды юғалтасаҡ.

***

Рәсәй Хөкүмәте илдең автомобиль етештереү тармағына 137 миллиард һум аҡса бүлергә йыйына.

Сара ошо тармаҡҡа ярҙам итеүҙе генә түгел, ә санитар транспортты сифат яғынан яңыртыуҙы күҙ уңында тота, сөнки беҙҙәге “Ашы­ғыс ярҙам” машиналары паркы тамам туҙған. Иҡтисади көрсөк­кә ҡаршы был программа автосә­нә­ғәттә һәм уға төрҙәш тармаҡ­тарҙа эш урындарын һаҡлап ҡа­лырға, етештереү күләмен төшөр­мәҫкә (йылына кәмендә 600 мең ав­томобиль) булышлыҡ итеү маҡсатын ҡуя.