Электромобилдәргә һалым бөтә

5-08-2016, 01:03 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Рәсәй Хөкүмәтендә экологик йәһәттән иң таҙа автотранспорт төрө – электромобилгә ҡағылыш­лы план әҙерләнде. Ул 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Проект киләсәктә ошо транспорт төрөн һайлағандарға ташлама биреүгә арналған.
Белгестәр фекеренсә, документ проекты халыҡты электромобилде күпләп һатып алыуға дәртләндерәсәк. Бындай төр машина хужаларының хоҡуғы таксистарҙыҡына тиңләште­релеп, уларға йәмәғәт транспорты өсөн тәғәйенләнгән барлыҡ һыҙаттарҙа йөрөргә рөхсәт итеү күҙаллана. Ҡалала, мөмкинлеге сикләнгән граждан­дарға кеүек үк, машиналарҙы ҡалдырыу өсөн бушлай махсус урындар булдырыласаҡ. Түләүле юлдарҙа ла уларға 50-нән алып 100 процентҡа ҡәҙәр ташлама ҡаралған. Әле бындай хоҡуҡтан “Ашығыс ярҙам” һәм башҡа хеҙмәттәр машиналары файҙа­лана. Транспорт һалымы йәһә­тенән дә бер аҙ аҡса кеҫәлә ҡаласаҡ. Уны тулыһынса бөтө­рөргә тәҡдим итәләр.
Программала уларҙы ил күләмендә заправкалау селтәре булдырыу тураһында ла һүҙ алып барыла. Ер бүлеп биреү мәшәҡәттәре ябайлаштырыла.
Бөгөн донъяла 1,26 миллион электромобиль иҫәпләнә, шуның 650-һе Рәсәйҙә теркәлгән. Шулай ҙа Хөкүмәттә уның һаны тиҙ артасағына ышаналар. Илдә 60-лап электр менән заправкалау майҙансығы төҙөлгән, ә ике-өс йылдан уның меңәрләгән булырына өмөт ҙур.

Хәҙер номер бирелмәй
Тиҙҙән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында теркәү һандары биреү бөтөнләй туҡтатыласаҡ. Уның урынына шоферға теге йәки был номер тәғәйенләнеүе хаҡында СТС (транспорт сараһын теркәү танытмаһы) тоттороласаҡ.

“Тимер ат” хужаһына номерҙы үҙенә рәсми ойошмаларҙа эшләтеп алырға тура киләсәк. Бөгөн бындай фирмалар дубликат етештереү менән шөғөлләнә. Белгестәр фекеренсә, был яңылыҡ ҡаҙна аҡсаһын һаҡсыл тотонорға һәм автомобилде иҫәпкә ҡуйыуҙы тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк.