Водитель булыу еңелме?

5-08-2016, 01:06 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Водитель булыу еңелме? ...Был мәҡәләмде шундай йомаҡ менән башлағым килә: “Нимә ир-егеттәргә тыумыштан бирелә, ә ҡатын-ҡыҙға мәле еткәс кенә килә?” Юҡ, юҡ, мөхәббәт түгел! Ата-әсәлек тойғоһомо? Һм... Юҡ, еңелдегеҙ, үҙем яуап бирәм – машинаға мөхәббәт! Әлбиттә, күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙағы тойғоно мөхәббәт тип атап та булмайҙыр, бәлки, дөрөҫөрәге, сараһыҙ­лыҡтыр. Әммә, нисек кенә булмаһын, берәү ҙә водитель танытмаһы менән тыумай. Шулай булғас, кәрәк икәнен аңлағас та, бар ауырлығын елкәңдә татып ҡарамай сара юҡ. Шулай итеп, һөнәремде алмаштырып, курсантлыҡ “тиреһенә инеп ҡарарға” булдым. Мәшәҡәтле, ҡурҡыныс ҡына түгел, хатта ҡыҙыҡ та икән ул. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, рәхим итегеҙ! ДОСААФ ишеген бергәләп асайыҡ!


Мәл етте, дуҫтар!

Ниһайәт, минең дә “тимер ат”ты ауыҙлыҡлар мәлем етте буғай. Быны өсөнсө балам тыуғас ҡына аңланым (иртәрәк төшөн­һәм, яҡшыраҡ булыр ине!). Тулҡынлана-тулҡынлана ДОСААФ-ҡа юлландым. Ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған мөләйем генә апай – кадрҙар бүлеге белгесе Вилүрә Әхәт ҡыҙы Юланова – медицина тикшереүе үтеп, документтарымдың күсер­мәһен тотоп, дүшәмбе киске алтыла уҡырға килергә саҡырҙы. Тикшереү үтеүе ҡыйын булманы: банкка 1400 һумымды түләнем дә, “права”ға уҡыусылар менән билдәле бер тәртиптә теҙелешеп, бөтә бүлмәләрҙе йөрөп сыҡтыҡ та, “һап-һау” тигән мисәтле ҡағыҙ алып, ҡыуанып ҡайтып та киттек.

Аҡса – килә лә китә торған әйбер...

Дүшәмбе. Киске алтыла үҙем кеүек “йәш” курсанттар йыйыл­дыҡ. Кураторыбыҙ Рөстәм Радик улы Нәбиуллин уҡыу програм­маһы менән таныш­тырҙы, документтарҙы йыйып алып, ДОСААФ менән килешеү төҙөнө. “Кемдәр түләмәй, машина йөрө­төүгә хоҡуҡ ала алмай. Бүлеп түләү мөмкинлеге бирелә”, – тине. Түләү хаҡы – 15 200 һум. Әммә май айында уҡығанға күрә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан беҙгә 500 һум ташлама яһалды. Ярай, быныһы беҙҙең файҙаға. Тик машинаны йөрө­төргә өйрәнеү ваҡыты – 56 сәғәт һәм һәр сәғәте 125 һумдан икәнен белгәс, күҙҙәр түбәгә менде. Кемдер шунда уҡ башын эшләтеп һанап та сығарҙы – 7000 һум. Ярай, теләк өсөн нимәнелер ҡорбан итәһең инде. Аҡса – килә лә китә торған әйбер...

Тормош фильм ҡарау түгел...

Тәүге дүрт дәрес беренсе ярҙам күрһәтеүгә арналды. Уҡытыусыбыҙ Гөлназ Буранбай ҡыҙы Насированың дәрестәре шул тиклем фәһемле булды. Һәр хәлдә, үҙемдең тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса шыр наҙан­лығыма хайран ҡалдым. Мәҫәлән, һеҙ “Ашығыс ярҙам” йәки янғын һүндереү машинаһын саҡыра беләһегеҙме? Мин белмәгәнмен икән. Бының өсөн ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған саҡта “01”, “112” йәки “03” һандарын йыйғас, мотлаҡ: “Ҡайҙа эләктем?” – тип һорарға кәрәк. Бәлки, яңылыш эләккән булырһығыҙ ҙа көткән ярҙам килмәҫ. Тейешле урынға шылтыратыуығыҙҙы белгәс, нимә булыуы (янғын, юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы һ.б.), ҡайҙа булыуы (ҡалаламы, ауылдамы? Ниндәй урам, биҫтә? Ҡаланан нисә километр алыҫлыҡта? һ.б.) хаҡын­да мотлаҡ теүәл мәғлүмәт би­рергә кәрәк. Артабан тулы­һынса үҙеңдең исем-шәрифеңде әйтеү зарур. Ҡаза күреүселәр күпме (нисә ҡатын-ҡыҙ, ир-егет, бала)? Яҡынса уларҙың йәше? Ниндәй хәлдә – аңындамы, юҡмы, яраһы бармы? Ошо мәғлүмәттәрҙе теүәл биргәндән һуң һәр ваҡыт элемтәлә булыу мотлаҡ. Беренсе ярҙамды, ғәҙәттә, ҡазаланыу­сының янында булған кеше күрһәтә һәм уның артабанғы хәле ошо ярҙамдың сифатына бәйле.
Иғтибар итһәгеҙ, фильм ҡара­ған саҡта ҡурҡыныс урында беҙ уны күрмәҫ өсөн күҙҙе йомабыҙ. Ә тормош фильм ҡарау түгел. Күҙҙе йомоп ҡына ауыр хәлдән сығып булмай. Күҙ алдында кеше үлеп бара икән, ошо саҡта үҙе­беҙҙе нисек тоторға тейешбеҙ? Ҡыҫҡаһы, баланың тән темпера­тураһы ныҡ юғары күтәрелгәндә, тын юлына нимәлер китеп ҡарлыҡҡанда, танауы ҡанағанда ниндәй ярҙам күрһәтеүҙән алып кешенең һуңғы тынын алған саҡта нимәләр эшләгәнгә ҡәҙәр – һәммәһен дә Гөлназ Буранбай ҡыҙы шундай ентекле итеп өйрәтте. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк: аҙаҡ, имтихан тапшыр­ғанда, медицина буйынса конспекттарҙы асып та ҡарарға кәрәкмәне, сөнки барыһы ла хәтергә ныҡлы уйылғайны.

Күпме ҡағиҙә – шул тиклем тайпылыш

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса уҫал, етди ҡарашлы уҡытыусыбыҙ, ДОСААФ рәйесе урынбаҫары Рөстәм Нәбиуллин тәүге дәрестә үк: “Бө­гөн киске 10-ға тиклем уҡыйбыҙ!” – тип ҡурҡытып ҡуйҙы. Төркөмдә гел ҡатын-ҡыҙҙарбыҙ, барыбыҙ ҙа әсәйҙәр. Бигерәк тә ун айлыҡ ҡына бәпестәре булғандарҙың күҙҙәрендә ҡурҡыу ғәләмәте кү­ренһә лә, бер-береһенә ҡарашып, шым ғына ултырыуҙы хуп күрҙе­ләр. Уҡытыусыбыҙ: “Сәбәпһеҙ биш дәрес ҡалдырһағыҙ, ҡыуыла­һығыҙ!” – тип иҫкәртеп тә ҡуйғас, артабан тыңлаусан уҡыусы булырға тырышып, көн һайын киске сәғәт алты тулмаҫ борон уҡ ДОСААФ-тың фойеһында тапанабыҙ. Кемдер банан сығара, берәүҙәр көнбағыш сиртә, йәнәһе, тамаҡ ялғайбыҙ.
Быға тиклем “зебра”нан башҡа юл ситендәге билдәләргә әллә ни иғтибар иткәнем булманы. Йәйәүлегә кәрәкмәй ҙә тиерлек. Уҡырға килер алдынан шул тиклем күп билдәне бер ҡасан да хәтерҙә ҡалдыра алмаҫмын кеүек тойолғайны. Баҡһаң, уларҙы төркөмгә бүлеп өйрәнәләр икән. Ҡыҙыл ситле өсмөйөшлө бил­дәләр – ҡурҡыныс хәл тураһында иҫкәртеүсе, ромб формаһында­ғыһы – төп юлды белгертеүсе, түңәрәк ҡыҙыл ситлеләр – тыйыусы... Шулай уҡ һорауҙарҙы ла темаға бүлеп өйрәнгәндә күпкә еңелерәк – “светофор һәм регулировщик сигналдары”, “водител­дең бурыстары”, “ҡуҙғалып китеү, маневрҙар яһау”...
Баҡһаң, беҙҙең “уҫал ғына” уҡытыусыбыҙ күңелсәк, шуҡ кеше булып сыҡты. Рөстәм Радик улының беҙгә теорияны тормошсан итеп аңлатыуы дәресте ҡыҙыҡлы итә ине. Мәҫәлән, юл хәрәкәтенә идара итеүсе (регулировщик) таяғын һулға тоҫҡаһа, ни өсөн трамвай һулға китә, ә башҡа машиналар төрлө яҡҡа йүнәлә, тип аптырана инек. Баҡһаң, трамвай регулиров­щиктың бер еңенән “инә” лә икенсеһенән “сыға”. Ә машина­ларҙың ни өсөн төрлө яҡҡа китеүен аңлар өсөн ошо шиғыр юлдарын ятлау ҙа етә:
Если палка смотрит в рот –
Делай правый поворот.
Если палка смотрит влево –
Проезжай как королева.
Если палка смотрит вправо –
Ехать не имеешь права!
Грудь и спина – это стена.
...Эйе, ҡағиҙә өйрәнеү еңел эш түгел, бигерәк тә һәр “ярамай”ҙың янында “шул осраҡта ғына ярай” тигән яҙыу торһа. Ҡыҫҡаһы, күпме ҡағиҙә – шул тиклем үк тайпылыш, артығыраҡ та булмаһа әле. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған, тиҙәр. Ышанам: машина йөрөтөү уйын эш түгел, саҡ ҡына ситкә тайпылдыңмы – Аллам һаҡлаһын!

Теориянан – практикаға

Иң ҡыҙығы тәүге тапҡыр рулгә ултырыуым булды. Әлеге көнгә тиклем бер ваҡытта ла водитель урынына ултырырға баҙнат итмәҫмен кеүек ине, уҡый баш­лауыбыҙҙың икенсе аҙна­һында уҡ курсанттарҙы инструк­торҙарға тәғәйенләнеләр. Төркөмөбөҙҙән Әлиә Аҡҡужина менән Юрий Иванович Захватов исемле ағайға эләктек.
Инструктор өйрәтеүенсә, рулгә ултырып, машинаны ҡабыҙып, сцеплениены яйла-а-ап ебәреүем булды – йә, Хоҙай! – әкрен генә бөтә нәмәнең артҡа шыла башлауынан ҡотом алынды! Шунда уҡ ҡурҡыуым шатлыҡ менән алмашынды: “Ур-ра! Мин йөрөтәм!”
Артабанғы практик дәрестәрҙә автодромда, ҡалала йөрөргә өйрәнеү шул тиклем оҡшаны. Ҡыҙыл машинамды көн дә һағына башланым. Сығырынан-сығыр саҡта ла, хатта кәрәк саҡта тормозға баҫмағаным өсөн, үҙе­нең яғындағы тормоз педаленә ныҡ итеп баҫып, уны һындырып сығарған мәлдә лә үҙен тыныс тотоп, юлда нисек йөрөргә кәрәклеген ихлас өйрәткән Юрий Ивановичҡа рәхмәтлемен. Теорияны практикала ҡулланыу бер ваҡытта ла еңел бирелмәй шул.

Ҡыҙығы алда булған икән!

Кемгә нисектер, әммә имтихан биреү осорон яҙмай булмай. Уның алдынан төркөмөбөҙҙә егеттәр ҙә күбәйеп китте. Һынауҙар ике этапта үтте – тәүгеһендә ДОСААФ үҙе алһа, икенсеһендә ЮХХДИ хеҙмәт­кәренә тапшырҙыҡ. Теория менән автодромдан дәүләт имтиханын биреү бик үк еңелдән булмаһа ла, күрәһеләребеҙ алда булған икән! Ҡала эсендә 30-лаған кешенән дүрт кенә курсант тәүге тапҡырҙан тапшыра алды. Ҡалғандар, шул иҫәптән мин дә, яраҡһыҙ булып сығабыҙмы икән ни? “Ҡайғырмағыҙ, тағы бер нисә тапҡыр үҙегеҙҙе һынап ҡарай алаһығыҙ”, – тип йыуатып ҡайтарҙылар. “Ҡабаттан тапшырыу хаҡы – 200 һум. Тапшыра алһағыҙ, дәүләт пошлинаһы өсөн 2000 һумығыҙҙы әҙерләй тороғоҙ!” – тип тә иҫкәрттеләр. Шул тиклем аҡса түлә, ниндәй матур ваҡытта ике ай буйы эштән һуң донъяңды ташлап уҡы ла ҡайғырмай ҡара!
Шулай ҙа ярай ахырызаман түгел әле, һаулыҡ булһын, барыбер тапшырып, водитель танытмаһын аласаҡмын тигән өмөт ташламай әле. Юлдарыбыҙ ғына хәйерле булһын!

Көслө заттың
автомобиль йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәте


“Шоңҡар” журналында бер блоггерҙың ҡатын-ҡыҙ һәм автомобиль тураһындағы посына комментарий яҙғайным. Минең һүҙҙәргә ҡарата яҙылған фекер ҡаҡ маңлайыма тондорған кеүек булды. Хәйер, үҙегеҙ уҡығыҙ.
Айгөл: “Ҡатын-ҡыҙ һәм автомобиль. Ҡатын-ҡыҙ һәм интернет. Ни өсөндөр ошо төшөнсәләр араһында айырыу билдәһе ҡуялар. Әйтерһең дә, беҙ – икенсе планета кешеләре. Ҡатын-ҡыҙҙар юлында осраған һәр ҡаршылыҡты еңеп, яңылыҡҡа ынтылғанда, ир-егеттәрҙең тел сарлап тапанып тороуы миңә аңлашылмай. “Салбарҙы күптән тартып алдығыҙ бит инде, тағы нимә етмәй һеҙгә?” – тип тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар ҙа осрап ҡуя. Ә һеҙ гүзәл заттың күңеленә күҙ һалығыҙ: мең төрлө уй бит унда! Водитель урынында түгел, ә йәнәш кенә ултырып, серле генә йылмайып ғәмһеҙ-уйһыҙ ғына йөрөгөһө килмәй тип уйлайһығыҙмы? Улайһа, үҙегеҙ шундай мөмкинлек булдырығыҙ һуң!..
Күптәр ғаиләле көйөнсә яңғыҙы донъя йөгөн тарта, балалары киләсәген ҡайғырта, бынан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, ялҡынлы фекерҙәре менән башҡаларҙы үҙе артынан эйәртә, ә эс серен һөйләр кешеһе лә юҡ, сөнки икенсе яртыһы уны аңламай, иренән өҫтөн күренергә теләй, тип ерле юҡтан тауыш күтәрергә әҙер…
Бындай осраҡта ҡатын-ҡыҙ ни эшләй? Өйҙә интернетта соҡона, ялҡҡас, урамға сыға ла, йөрәген усына тотоп, автомобилгә ултыра һәм күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡҡа олаға. Юл ыңғайы йомоштарын да йомошлап ҡайтып инә һәм еңеүсе ҡиәфәтендә “һөйөклөһө” алдына килеп баҫа. Әлбиттә, ҡатыны инәлмәгәс, ҡайҙалыр барыуҙы үтенмәгәс, йәғни кәрәге ҡалмағас, ир-егет ни эшләһен? Ҡатын-ҡыҙ һәм автомобиль – ҡапма-ҡаршы төшөнсә, тип сафсата һата…”
Фәнил былай тип яҙа: “Һәм дөрөҫ эшләй. Йөрөтөргә һеҙ бөтәгеҙ ҙә беренсе, ә ватылһа? Ниндәй прогрессив ҡатын-ҡыҙ булмаһын, барыбер уның кимәле – ир ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәрҙе ҡулланыу. Иң яҡшы ашнаҡсы – ир кеше, кейем тегеүселәр, автодизай­нерҙар, парфюмерҙар – ир-егеттәр. Сәйәсәттә лә ҡатын ҡыҙҙарҙың һаны бик аҙ. Олигарх, программист, шофер образы халыҡта ир кеше менән генә бәйле. Ҡайҙа әле һеҙгә Ерҙе үҙ ҡулығыҙға алырға? Эксперимент эшләү ҡыҙыҡ булыр ине: полигонда (берәй нәмә ватып ҡуймаһындар тип) күп итеп ҡа­тын-ҡыҙ водителдәрҙе йыйырға. Әйҙә йөрөһөндәр рәхәтләнеп, бер-береһен насар һүҙҙәр менән һүгеп. Ана шунда аңлашыла инде нимә ул “Обезьяна с гранатой” тигәне. Күпме авария булыр икән? Минеңсә, бер машина ла һуғышмайса яу яланынан китмәҫ. Шулай!”
Айгөл: “Фәнил ҡустым, һеҙҙән айырмалы рәүештә, беҙ бер-бе­ребеҙҙе, һеҙ әйтмешләй, “насар һүҙҙәр менән һүкмәйбеҙ”, ә инде кемдеңдер машинаһы ватылһа, күмәкләшеп йүнәтер инек. Сөнки беҙҙең психология һеҙҙеке кеүек һуғышҡа көйлән­мәгән. Прези­дентыбыҙ әйтте бит: “Власҡа мөмкин тиклем күберәк ҡатын-ҡыҙҙы ҡуясаҡбыҙ”, – тип. Шулай булғас, алдан ҡыуанмай тороғоҙ әле!”
Фәнил: “Уныһын әҙерәк шаярттым. Донъялағы хәлде былай атарға мөмкин: күргәҙмә. Ҡарар­ға, еҫкәргә мөмкин, ә тоторға, алып китергә ярамай. Һеҙҙең дә шулай. Күпме генә ҡатын-ҡыҙ власҡа ҡуйылмаһын, ниндәй генә реформалар үткәрмәһен, аҙаҡҡы һүҙ һәр саҡ ир-егеттеке буласаҡ!

P.S. “Күмәкләшеп йүнәтер инек”, рәхәтләнеп көлдөм! Ҡатын-ҡыҙҙар һуғышмай, психология икенсе... Һеҙ ниндәй планетанан?”
Айгөл: “Һеҙ ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрә алмайһығыҙ? Мин һеҙҙе кәмһетергә теләмәйем, әммә ҡатын-ҡыҙға ҡарата ундай мыҫҡыллы мөнәсәбәт һеҙҙе бөтөнләй биҙәмәй. Ғөмүмән, ... ағайҙың яҙмаһында һүҙ ҡатын-ҡыҙ һәм автомобиль хаҡында бара, ә һеҙ бөтә булған асыуы­ғыҙҙы миңә төшөрҙөгөҙ! Ҡатыны­ғыҙмы, ҡыҙығыҙмы машинағыҙҙы ватҡан икән, был бөтә ГҮЗӘЛ заттарға ла протест белдерергә тигәнде аңлатмай… Шулаймы?
P.S. Ошоноң менән бәхәс тамам. Һеҙгә уңыштар, күтәренке кәйеф теләйем! Яҙ бит, Фәнил ҡустым, әҙерәк ғашиҡ булып алыу ҡамасауламаҫ!”
Фәнил: “Рәхмәт! Һеҙгә лә! Эйе, ҡамасауламаҫ, ләкин мөхәббәт өсөн яҙ кәрәкмәй. Шулай!”