Көнәркәшлек тибеҙ ҙә ул

17-03-2017, 03:51 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Көнәркәшлек тибеҙ ҙә улҺүҙ ҙә юҡ, юл хәүефһеҙлеге тәү сиратта водителдең үҙе менән бәйле. Ә бына ниндәй кимәлдә әҙер ул автоһәүәҫкәр рулгә ултырырға – уныһы икенсе мәсьәлә. Водителдәрҙе әҙерләү буйынса бәхәстәр әленән-әле ҡубып тора. Был йәһәттән закон да йыш ҡына үҙгәрә. Шулай ҙа хәл итәһе проблемалар бөтмәгән. Форсаттан файҙаланып, бер нисә һорау менән Рәсәй ДОСААФ-ының Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе рәйесе Фәрит МИҺРАНОВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Фәрит Абдрахман улы, ҡайһы бер водителдәрҙең үҙен юлда тотошо аптыратып ҡуя. “Кем быға танытма бир­гән?” – тип ҡылыҡтарын тәнҡитләргә һүҙ ҙә етмәй…
– Ғөмүмән, автомобиль йөрөтөү мә­ҙәниәте түбәнәйеүе билдәле инде. Юл бирәләр, төп юлға күсәм тиһәң, үткәрәләр. Тик шул уҡ ваҡытта киреһенсә лә килеп сыҡҡылай. Шыжлап алдыңа килеп туҡтай­ҙар, төкөтә яҙып үтеп китәләр һәм яға­лашырға ла күп һорап тормайҙар. Ма­шиналарҙың күбәйеүе, водителдәрҙең оҫталығы… барыһын да иҫәпкә алырға кәрәк.
– Автомәктәптәрҙә юл ҡағиҙәләре менән бергә курс тыңлаусыларҙы әҙәп­лелеккә лә өйрәтеп булмаймы?
– Әлбиттә, инструкторҙар ҡулынан килгәнсә юлда бер-береңә ихтирам күр­һәтеүҙең хәүефһеҙлек нигеҙе икәнлеген ҡат-ҡат аңлата. Хәйер, бында бит кеше водитель танытмаһы алырға килә, ә мөнәсәбәт тураһында лекция тыңларға түгел. Итәғәтлелек, әҙәплелек ҡаныбыҙға һеңгән булырға тейеш тә бит…
– Юлдағы күңелһеҙ ваҡиғалар әҙәп­лелек ҡағиҙәләре менән генә бәйле түгел шулай ҙа.
– Дөйөм ил миҫалында сәләмәтлек буйынса ялған белешмәләр нигеҙендә наркомандарҙың водитель танытмаһы алыу осраҡтары хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Хәйер, танытманы өйгә килтереп биреү осраҡтары ла юҡ түгел. Был бер бәлә булһа, икенсеһе водителдәрҙе автомәктәптәрҙә әҙерләүгә ҡайтып ҡала.
Ҡайһы бер водителдәрҙең әҙерлек кимәле шул тиклем түбән – ул хатта иң ябай, ләкин мөһим юл ҡағиҙәһен дә белмәй. “Кирбестең” нимә икәнлеген аң­ламағандар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Иң мөһиме – бының өсөн танытма хужаһынан бигерәк уға һабаҡ биргән кешене, ойошманы тәнҡит утына тоторға кәрәктер, сөнки ул талап итмәгән булып сыға.
– Сәбәбен асыҡлап китһәк ине.
– Сәбәп берәү – көнәркәшлек. Эйе, был күренеш хеҙмәт күрһәтеүҙә сифатты яҡшыртырға тейеш тә бит, тик беҙҙең осраҡта, үкенескә ҡаршы, киреһенсә килеп сыға. Күберәк аудитория йыям тип, автомәктәптәр ташламалар уйлап сығара, хаҡ оҙаҡ ваҡыт түбән кимәлдә ҡала. Конкуренттар үксәһенә баҫа башлаһа, уҡыу йәнә осһоҙлана. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта автомәктәптәр 6-7,5 мең һум хаҡ ҡуя, Өфөлә бөтөнләй 4,5 мең һумға ғына водитель оҫталығына өйрәтергә тәҡдим итәләр. Түбән хаҡтар уҡыу сифатын, курс тыңлаусыларға ҡарата талаптарҙы йомшарта. Талаптар түбән булғас, танытма алырға теләүсе уҡыуына илке-һалҡы ҡарай. Йөрөһә йөрөй, йөрөмәһә юҡ. Ҡағиҙәләр ныҡлы өйрәнелмәй (ятлана ғына), практик тәжрибә лә насар туплана. Көс-хәл менән имтихан тапшыралар ҙа водитель булып китәләр. Автомәктәптәр ҙә рейтинг хаҡында уйланмай түгел: кеше исемлектә торғас, ҡулына ниндәй ҙә ҡағыҙ тоттороп сығарырға кәрәк. Яҡшы итеп уҡытыр ине, тик бының өсөн юғары хаҡ талап итергә тура киләсәк. Хаҡты күтәрер ине, йәнә “үксә” иҫкә төшә. Ғөмүмән, осһоҙ-ҡырыйһыҙ түңәрәк барлыҡҡа килә.
Беҙ урындағы автомәктәптәр менән хаҡты күтәреү, сифатты яҡшыртыу буйын­са һөйләшеп тә ҡараныҡ. Боҙ ҡуҙғалғандай ҙа итте һымаҡ, тик күп тә үтмәне үҙ хәленә кире ҡайтты. Ярай беҙ, Оборона министр­лығы заказдарын үтәгән йәмғиәт, буласаҡ һалдаттарҙы әрме хеҙмәтенә әҙерләүҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, водитель оҫта­лығына өйрәтәбеҙ. Яуаплы эш алымын, әйтергә кәрәк, ябай водителдәрҙе уҡы­тыуҙа, “В” категорияһына уҡырға килеү­селәргә ҡарата ла ҡулланабыҙ. Шуға сифат буйынса бәхәсләшер урыныбыҙ бар. Ә бит ҡайһы бер автомәктәптәр был йәһәттән эштәрен бигерәк ябайлаштыра. Килем артынан ғына ҡыуып, нисек тә бул­һа аудитория йыйырға тырыша. Әйтерһең дә, водитель танытмаһын таратып бирергә лә әҙерҙәр. Быны конкуренттарҙы яман­лауҙан әйтмәйем. Бөгөн түбән кимәлдә әҙерлек үткән водитель иртәгә рулгә ултырасаҡ бит – ошо хаҡта онотоп китәбеҙ, буғай. Ә автомобиль һәр саҡ юғары хәүефһеҙлек сығанағы булып ҡала.
Сағыштырыу өсөн бер миҫалға туҡтал­ғым килә: беҙҙең ҡалала, мәҫәлән, танышым сәс ҡырҡыусы һөнәрен үҙләштерер өсөн 30 мең һум аҡсаһын сығарып һалды. Ул бит бер кешенең сәсе өсөн яуаплы, водителдең оҫталығына иһә тиҫтәләрсә ғүмерҙәр бәйле. 15 мең һум түләп сәскә үҫтереү оҫталығына өйрәнгән икенсе бер танышым тураһында әйтеп тә тормайым…
Көнәркәшлек тибеҙ ҙә ул, аҡса һуғыу ғына түгел, сифатлы хеҙмәт күрһәтеү тураһында ла уйланырға бурыслыбыҙ, бигерәк тә был хеҙмәт кеше хәүефһеҙ­легенә, әҙәм балаларының артабанғы яҙмышына килеп терәлгәндә.