“Ҡуян һаҡты” Ниһайәт, “ҡәйнә теле”н дә артылдыҡ. Инйәр ауылындағы “Инйәр” һәм “Урал” кафеларында туҡталып китеү – юлаусылар өсөн яҙылмаған ҡанун. Тамаҡ ялғап, һис юғында сәй эсеп сығаһыңмы, бүтән йомоштарыңды башҡараһыңмы, аяҡты яҙып алаһыңмы, барыбер туҡтамайынса китмәйһең. Был юлы ла йоланы тоттоҡ.
Кемгә нисектер, минең өсөн Инйәр менән Сермән араһы – уҡылмаған китап. Ауылдар араһы әллә ни йыраҡ та түгел, ни бары 60 саҡрым тирәһе, әммә һәр ваҡыт көтөлмәгән ваҡиғаларға бай булыуы менән иҫтә ҡалған. Мәҫәлән, теге ваҡыт Рәүәттән һуң түбәнгә ҡарай уҡтай атыл­ғанда, күнәктән ҡойған шикелле ҡапыл шаптырлап ямғыр яуа башламаһынмы! Тиҙлекте 120-нән 80-гә төшөрҙөм. Күпме генә тырышмаһын, “дворник” тәҙрәне таҙартып өлгөртә алмай хатта. Бәлки, Хоҙай Тәғәләнең “шәп ҡыума” тип иҫкәр­теүелер. Быға хәтлем саң борҡоп ята ине бит, өҫтәүенә боролошҡа еткәс, яуын-төшөм туҡтаны, әйтерһең дә, бер тамсы ла яумаған. Бында ҡоп-ҡоро. Бирҙеғолда һуң, башмаҡтай бер ныҡымыш эттең “ҡорос ат”тың салғыйынан эләктерергә маташып, телен арҡыры тешләгәнсе йүгереүен, Кесе Инйәр йылғаһында ғына тороп ҡалыуын нисек аңларға? Бәләкәй сағында минекенә оҡшаш автомобиль рәнйеттеме икән? Уйлап ҡараһаң, тимергә теше үтмәҫтәй булһа ла, тешләмәксе итә. Татлы тирәһендә һыйырҙар юл уртаһында түшәлеп ята, күпме генә пипелдәтмә, юл бирергә уйламайҙар ҙа. Аптыраған водителдәр юл ситенән йөрөргә мәжбүр. Үҙебеҙҙе Һиндостандағы шикелле хис иттек. Унда һәүкәшкәйҙәр изге мал һанала, тырнаҡ менән дә сиртмәйҙәр икән. Ә Ҡарағай-йорт күпере өҫтөндә эңерҙә ябалаҡтар тубының бер туҡтауһыҙ өйөрөлөүе хайран ҡалдырҙы. Әйткәндәй, был яҡтарҙа айырыуса төндә бик һаҡ йөрөргә кәрәк, юғиһә мышы, болан, төлкө, шулай уҡ йорт хайуандарын бәрҙереүең бар. Ә юлдары торғаны бер серпантин инде. Бер туҡтауһыҙ тау урайһың да тау артылаһың.
Ҡарталыға етер саҡта елдәй елер урын бар – уны үҙебеҙсә “финишная прямая” тип атап йөрөтәбеҙ. Инде генә “бишенсе”гә күсергәйнем, ҡапыл алдыбыҙҙа ата ҡуян пәйҙә булмаһынмы! Мәхлүкте тапатып ҡуйыуҙан шөрләп тиҙлекте кәметтем. Бәй, ул да юртыуға күсте. Туҡтағы килмәй, спидометр телдәре 50 – 60-тан юғары күтәрелмәй.
– Саҡ ҡына шәберәк бар әле, – ти эргәмдәге юлдашым.
– Тәгәрмәс аҫтында ҡаласаҡ бит, – тим.
– Ҡурҡма, әйҙә, йәлләмәйенсә баҫ. Бер түгел, ике бәлеш сығасаҡ бынан! – тип ебәрмәһенме егетебеҙ.
– Ой, берүк тапатып ҡуймағыҙ, ағай, ул да йән эйәһе бит.
Арттағыларҙың береһе – сәрелдәк ҡыҙ телгә килде.
Мин мәрәкә күреп газға баҫыңҡырайым. Ғәжәп, шешҡолаҡ шулай уҡ алға оса ғына.
– Дальнийға переключать ит, – тигән бойороу ишеттем.
Уның үтенестәрен һис ҡаршылыҡһыҙ үтәйем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡылыйкүҙ беҙҙән саҡ ҡына алыҫлашты. Бая хатта табандары күҙгә асыҡ салынһа, хәҙер ҡойроғо ғына күренә. Аңланым – фарҙы бер йыраҡҡа, бер яҡынға күсереп, урман йәнлеге менән рәхәтләнеп идара итәм (ҡуяндың фар яҡтыһын ташламай тигән­дәре дөрөҫ икән). Артта бер ут көлтәһе пәйҙә булды, тамаша өҙөлөп ҡуймаһын тип фарҙы “дальний”ға күсерҙем.
Арттағы өс сибәркәйгә лә беҙҙең уйын бик оҡшаған икән.
– Фарҙы һүндер, нимә эшләр икән, – ти мажара эҙләүсе йәшерәге.
– Ҡуй, ярамай, тиҙлекте ҡарағыҙ һуң, – тим.
Тегенең менән шаяра-шаяра шулай күпме барғанбыҙҙыр, сираттағы боролошта ул ҡапыл юҡҡа сыҡты. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ уңға боролдоҡ, ә ҡылыйкүҙ, фар яҡтыһына алданып, тураға юл ситенә осто шикелле.
– Ағай, туҡта, ағасҡа һаҡты, бахыр... – ти кемдер.
– Булмаҫ, тәүҙә үҙеңде төп башыңа ултыртыр әле ул, – тип ҡаршылашам.
– Ысын, ысын, үҙем күрҙем, туҡтайыҡ, – тип ныҡыша эргәһендәгеһе.
Юлдаштарымды тыңлап, тормозды эшкә ектем, унан артҡа бирҙем. Машина туҡтар-туҡтамаҫтан тегеләрҙең барыһы ла шоссе ситенә ашыҡты. Ә мин тағы ла артҡараҡ биреп, ҡуян осҡан ергә фарҙарҙы йүнәлттем, ҡыҙыҡһыныу мине лә тышҡа сығырға мәжбүр итте...
Ҡыҫҡаһы, хәйләкәребеҙ бер ниндәй ағасҡа бәрелеп тә үлмәгән, ҡыҫылып та тормаған, ә унан күптән елдәр иҫкән. Егетебеҙ “ағасҡа һаҡҡан” тигән нәмә “эвакуатор, тәүлек әйләнәһенә” тип ҡарағайға беркетелгән двп-лағы яҙыу ине. Барыбыҙ ҙа хахылдашып көлөштөк тә юлыбыҙҙы артабан дауам иттек, “ҡуян һаҡҡан” булыр ошо урындың исеме тип өҫтәне шунда бер апай. Был юлдан йыш үтергә тура килә, ҡуян менән булған ваҡиға һәр саҡ иҫкә төшә.
 

Яҙҙы: Батыр

17 март 2017 16:03 // цитировать
Трасса Инзер - Белорецк один из самых опасных дорожных участков нашей Республики. С другой стороны это райский уголок...горы, леса, реки и много другое.