Балалар үҙҙәре теләп ҡатнаша

17-03-2017, 03:40 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Балалар үҙҙәре теләп ҡатнашаБөгөн тормошобоҙҙо автомобилһеҙ күҙ алдына килтереү бик ауыр. Кеҫә телефоны теге йәки был мәсьәләне хәл итеүгә ни рәүешле тиҙ ярҙамға килһә, был йәһәттән машина ла күптән беҙҙең тоғро дуҫыбыҙға әйләнде. “Ҡорос ат”ыңды ектең дә елдерҙең теләгән урынға. Елдереү тигәндән, ҡайһы бер ашығыусылар арҡаһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн дә тиерлек күңелһеҙ ваҡиғалар теркәлеп тора. Айырыу­са ҡалала бәләгә тарымау өсөн ныҡ һаҡ булырға кәрәк. Улай ғына ла түгел, “юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен сабый күңеленә бәләкәйҙән һеңдереү күпкә отошло” тигән фекерҙә тәрбиәселәр.
– Бәлә ағас башынан түгел, ә әҙәм башынан йөрөй, йыраҡ ба­раһы түгел, урамға сыҡҡанда быға һәммәбеҙ ҙә шаһит, – ти 129-сы балалар баҡсаһы мөдире Татьяна Горбунова. – Бына шундай күңел­һеҙлектәргә мөмкин тиклем иртәрәк кәртә ҡуйыу зарур. Ә ул ҡулдан килмәҫлек түгел. Беҙҙә, ғөмүмән, төрлө саралар даими уҙғарыла. Шуға баҫым яһар инем, барыһында ла балалар үҙҙәре теләп ҡатнаша. Ә инде юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен көн дә иҫкә төшөрөп торһаң да һис кенә лә артыҡ һаналмай.
Иркен бүлмә балаларҙың шат тауышына күмелгән. Кемдер килешле полицейский формаһын кейгән, икенселәр уйынсыҡ машинала “йәшел ут”ты көтә, өсөнсөләр таҡта янына өйкөлөшкән. Арыҫлан жезл таяғын ҡулында оҫта уйна­тырға ҡасан өйрәнеп алғандыр? Бик тә килешә үҙенә. Берсә ма­шиналарҙы туҡтатып йәйәүлеләрҙе үткәрә, берсә, киреһенсә, тығын барлыҡҡа килмәһен өсөн авто­мобилдәргә юлды аса.
Тәрбиәсе Любовь Емелева бел­дереүенсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре мөйөшө һәр саҡ хәрәкәттә. Өлкән­дәр һүҙ менән аңлатыуҙы ла онотмай, ә бына малай һәм ҡыҙҙарға барыһын да тотоп күрһәтеү, үҙ­ҙәренән һөйләттереү бөтөнләй бүтәнсә ҡабул ителә йәки тәьҫире бигерәк тә көслө икән.
Руслан иһә ҙурайғас полицейский булырға хыяллана, дөрө­ҫөрәге, юлдарҙа тәртип булдыра­саҡмын тип ныҡлы ҡарарға килгән. Ә бының өсөн әле өлкәндәрҙе тыңларға кәрәк икәнлекте яҡшы белә.
Был төркөм балаларына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатыу өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Үрҙә һанап үтелгән­дәрҙән тыш, төрлө плакаттар, һүрәтле китаптар һәм башҡа әсбаптар етерлек.