“Сатнама бурандарҙы тештәремде ҡыҫып үтермен”

17-03-2017, 03:40 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
“Сатнама бурандарҙы тештәремде ҡыҫып үтермен” Замандаштары уны юғары яуаплылыҡ тойғоһона эйә булған үҙенсәлекле, көслө шәхес итеп хәтерләй. Ошо һыҙаттарҙың барыһын да Юрий Садиҡов дөйөм эш мәнфәғәтендә файҙаланған. Тыуған яҡҡа ихлас һөйөүе, кешеләрҙең социаль именлеге хаҡында хәстәрлек күреүе һөҙөмтәһендә ул абруй һәм ихтирам ҡаҙанған.
Бәләкәй сағы тауҙар, урмандар төйәге – Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында үтә. Атаһы Вәлиулла Сәлим улы менән әсәһе Сәғиҙә Фәтих ҡыҙы өйләнешкәс тә Белоруссияға китеп бер аҙ йәшәп алған. Шуға өлкән улдарына Юрий тип исем ҡушҡандар. Сос, үткер малай мәктәп йылдарында алдынғы уҡыусыларҙың береһе була, спортта ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Бигерәк тә математиканы ярата, саңғы ярыштарында гел тәүге урындарҙы яулай. Бәләкәй саҡтан уҡ музыкаға булған һәләте асыла, баянда уйнарға өйрәнә, моңло йырлай. Һунар итеү, балыҡ ҡармаҡлау, һыбай йөрөү яратҡан шөғөлө була. Самбо менән шөғөлләнә. 2010 йылда Виктор Шмаков менән берлектә яҙылған “Сатнама бурандарҙы тештәремде ҡыҫып үтермен” (Өфө, 2010 й.) исемле китабында бала сағын Юрий Вәли улы шулай хәтерләй: “Миңә биш йәш. Үҙемдең атым бар. Дөрөҫөрәге, ул колхоздыҡы. Мин эшләгәс, бригадир йәйгелеккә биреп ҡуйҙы. Бөгөн бесәнлектә эшләйем. Яңы ғына кибеп еткән бесән өйөмөн ауыл ирҙәре кәбән һалған урынға илтәм. Ҡатын-ҡыҙҙар йылдам эшләй, мин дә уларҙан ҡалышмайым. Төшкө ашҡа саҡырҙылар. Рәхәтләнеп ашайым. Эргәмдә ҡанатлы толпарым. Ял итә. Әле эштең күп икәнлеген белә. Көн сыуаҡ. Колхоз яланында үлән шәп үҫкән. Ҡышҡа мал аҙығын етерлек әҙерләрбеҙ. Быға нисек шатланмаҫҡа... Мал туҡ булһа, ризыҡ та булыр. Ризыҡ булһа, ауыл ирҙәренең һәм ҡатындарының йорттарына муллыҡ килер. Күҙҙәр янып торор, кешеләр изгелеклерәк булырҙар һәм миңә: “Юрик, гармунда уйна әле”, – тип әйтерҙәр. Гармун телдәре терелер һәм тирә-яҡ күңелләнеп китер. Бына ул – кеше бәхете! Был бәхеттә мин дә, биш йәшлек ауыл малайы Юрик та, ҡатнашам”.
Юғары белем алырға хыялланған Юрий, унынсы класты тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизация факультетына уҡырға инә. Спортты үҙ иткән үҫмер студент йылдарында ла унан айырылмай, спорт мастерына кандидатлыҡ нормаларын үтәй. Уҡыуҙа ла алдынғы була. Студент йылдарында ул буласаҡ йәмәғәте – ошо уҡ уҡыу йортоноң иҡтисад факультеты студенты Лүзә Таңғатарованы осрата.
Юрий Садиҡовтың артабанғы хеҙмәт биографияһы ауыл хужалығын үҫтереү менән тығыҙ бәйле. Уҡыуҙарын тамамлағас, бәхетле йәштәр хеҙмәт эшмәкәрлеген Кушнаренко районының “Куйбышев” колхозында башлай. Ғаилә башлығы инженер-механик булһа, Лүзә Әхнәф ҡыҙына иҡтисадсы вазифаһын йөкмәтәләр. Бында бер аҙ эшләп алғас, Юрий Вәли улын Мишкә районына “Сельхозтехника”ның өлкән инженеры итеп күсерәләр. Бында ла ул үҙен оҫта, тырыш ойоштороусы итеп таныта. Оҙаҡламай “Еңеү” колхозының рәйесе итеп һайлана. 28 йәшлек егет бөтөн көсө, белеме менән эшкә сума. Тап ул етәкселек иткән йылдарҙа колхоз ҙур уңышҡа өлгәшә, районда ғына түгел, республикала алдынғы хужалыҡтар рәтенә сыға.
Юрий Вәли улы айырыуса йәштәргә иғтибарҙы арттыра. Уларҙы ауылда ҡалдырыр өсөн мөмкинлектәр булдыра. Был осорҙа йәштәр өсөн күпләп йорттар төҙөлә. Ауылда мәҙәниәт йорто асыла, шағирҙар, артистар менән осрашыуҙар үткәрелә.
1981–1987 йылдарҙа Юрий Садиҡов Ҡырмыҫҡалы районының “Сельхозхимия” һәм “Сельхозтехника” ойошмаларында эшләй. Бында ла үҙен эшенең оҫтаһы итеп таныта.
Колхозда бер аҙ тәжрибә туплағас, уны артта һөйрәлгән “Ағиҙел” колхозына (Ҡырмыҫҡалы районы) рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ етәкселек эшенә башкөллө сума Юрий Вәли улы. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, һаулығын да йәлләмәй. Ул тулы етештереү рәте булған өлгөлө фермер хужалығы ойоштороу хаҡында хыяллана. Үҙенең мал аҙығы, мал-тыуары, ит пункты, колбаса эшләүсе бәләкәй заводы, Ҡырмыҫҡалыла һәм Өфөлә магазиндары... Был эш дәүерендә колхоздан һатып алған яландарҙа фермер быға тиклем һис күрелмәгән үлән уңышы үҫтерә. Фермала сусҡа балаларының быға тиклем һис ҡасан булмағанса үрсеүенә белгестәр аптырай. Тап ошо осорҙа Юрий Вәли улы тәүҙә үҙенең колхозында, һуңынан районда, республикала ауыл хужалығы кооперативтары булдырыу йәһәтенән инновацион йүнәлеш индерә. Илдең төрлө тарафтарынан тәжрибә уртаҡлашыу өсөн белгестәр саҡырылып, семинарҙар, ултырыштар үткәреүҙең ойоштороусыһы була. Үҙенең китабында Юрий Вәли улы ул йылдарҙы ошолай хәтерләй: “Бер йылдан һуң минең колхозымда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең беренсе кәңәшмәһе уҙғарылды. Беҙгә илдәге йөҙәрләгән аграрий килде, улар араһында бер нисә Социалистик Хеҙмәт Геройы, Стародубцев, Строев бар ине...”
1990–1993 йылдарҙа Юрий Вәли улы РСФСР Өлкә советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Ә 1994 йылда ул Ҡырмыҫҡалы районының хакимиәт башлығы итеп үрләтелә. Туплаған тәжрибәһен, барлыҡ оҫталығын файҙаланып, яңы урында ең һыҙғанып эшкә тотона. Кешеләрҙе, тормошто яратҡан Юрий Вәли улы айырыуса йәштәрҙең йөрәгенә дәрт өҫтәй, ышаныс тойғоһо тыуҙыра. Райондың матди хәлен яҡшырта. Йәштәрҙе уҡыуға ебәреүҙе ойоштора, етәксе органдарға эшкә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә фиҙакәр хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән юғары исем менән баһалана.
– Юрий ағайым Ҡырмыҫҡалы районының хакимиәт башлығы булып эшләгән осорҙа район алдынғылар рәтендә булды. Юлдарҙы ҡараны, малсылыҡты үҫтерҙе. Йәштәргә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә ярҙам итте, уларға стипендия түләне. Етем балаларға иғтибарын йәлләмәне, ярҙам ҡулы һуҙҙы. Туғандарына, яҡындарына бигерәк тә иғтибарлы, ихтирамлы булды. Ауылын бер ҡасан да онотманы, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп торҙо, йомош менән килгән яҡташының береһен дә кире борманы. Ауыл халҡы уны оло ихтирам менән иҫкә ала. Тәбиғәтте яратты. Аш-һыуға әүәҫ ине. Ит аштарына ҡатын-ҡыҙҙы ебәрмәне. Балаларын ныҡ яратты. Уларға ысын атай була белде, – тип хәтерләй Юрий Вәли улын бер туған һеңлеһе Фәриҙә Садиҡова.
Юрий Вәли улының бер туған ағаһы Баязит Садиҡов та шәхестең кешелекле булыуын иғтибарға ала:
– Шәхси сифаттарын барлағанда, тәү сиратта киң күңеллелеге, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе, алсаҡ, ололарға ла, кеселәргә лә берҙәй ихтирамлы, ярҙамсыл, эскерһеҙ булыуы менән күҙ алдына баҫа. Ул һәр ваҡыт беренсе булды. Лидерлыҡ сифаттары ғүмере буйы оҙатып килде.
Бай тәжрибәһе, ойоштороу һәләте Юрий Садиҡовҡа Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына вице-президент булыуҙа ярҙам итә. Һуңғы йылдарҙа үҙ эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Юрий Вәли улы ҡатыны Лүзә менән ике балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары Зилә – инженер, ә улдары Вадим юрист һөнәрен һайлаған.
Тормош аяуһыҙ. Ҡаты ауырыу уны 68 йәшендә генә яҡты донъяларҙан алып китә. Атҡараһы эштәре, киләсәккә пландары ҡала. Иң мөһиме, исеме халыҡ теленән төшмәй. Уны оло ихтирам менән иҫләйҙәр, онотмайҙар.

“Гармунда ҡасан уйнай башлағанмындыр – хәтерләмәйем. Дүрт йәштәр самаһы булғандыр. Атайым өр-яңы гармун алып ҡайтты. Ул минән ике тапҠырға ҙурыраҡ кеүек тойолдо. Телдәренә баҫтым. Иҫәнғолда үткән смотрҙа мин уйнаным, әсәйем йырланы. Шул тиклем матур йырланы, мин дә уға ҡушылдым. Һуңынан үҙем йырлап ебәрҙем. Ул саҡта беҙ беренсе урынды алдыҡ”.
(“Сатнама бурандарҙы тештәремде ҡыҫып үтермен”
китабынан, Өфө, 2010 й.)