Рәсәйҙә максималь тиҙлек артасаҡ

29-09-2012, 02:26 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Беҙҙең юлдарҙа рөхсәт ителгән максималь тиҙлектең яҡын арала артыуы мөмкин. Әле илдә автомобилдә сәғәтенә 110 километрҙан (автомагистралдәрҙә рөхсәт ителгән тиҙлек) тиҙерәк йөрөү тыйыла.

Әммә, эске эштәр министры фекеренсә, яңы төҙөлөп ятҡан автобандарҙа был тиҙлекте арттырырға ла була. Тик юлдың торошон һәм башҡа факторҙарҙы ентекле тикшергәндән һуң ғына быны эшләү мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, уларҙа ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре булмаясаҡ тиерлек. Ә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы фото һәм видеорадарҙар “тотасаҡ”.
Максималь тиҙлектең күпмегә арттырыласағы тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ. Сәғәтенә 130 километр булыр тигән фараз бар.