Скутерға танытма кәрәкме?

29-09-2012, 03:26 // Тәгәрмәс // Баҫып сығарырға
Скутерға танытма кәрәкме?Һуңғы мәлдә скутерға идара итеү өсөн дә водитель танытмаһы кәрәклеге тураһында байтаҡ хәбәр ишетелде. Уларҙа бөгөн бер ниндәй документһыҙ йөрөргә була. Күптәр, бигерәк тә йәш быуын, ошонан файҙалана ла инде.

Һуңғы мәлдә республикабыҙҙың баш ҡалаһында ғына скутерға идара иткән йәштәр ҡатнашлығында байтаҡ фажиғә теркәлде. Хатта ғүмерҙәр ҙә өҙөлә. Әммә Дәүләт Думаһында скутерға идара итеүгә танытма кәрәклегенә шик белдерәләр.
Парламент депутаты Вячеслав Лысаков фекеренсә, был төр транспортта үҫмерҙәр генә түгел, ололар ҙа йөрөй. Ул бигерәк тә автомобиль алырға мөмкинлеге булмаған ябай эшселәргә, ауыл халҡына уңай, тип белдергән халыҡ вәкиле. Шуға күрә депутат бындай яңылыҡҡа ҡаршы. Ә бына үҫмерҙәрҙең, скутерҙа аварияларға осрап, күпләп йәрәхәтләнеүе менән көрәшергә кәрәк тигән фекерҙә. “Бәлиғ булмағандар өсөн танытма бер ниндәй көскә эйә түгел, улар уны һанламаясаҡ та. Бары йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләргә, мәктәптәрҙә ошо йәһәттән дәрестәр үткәрергә кәрәк”, – тигән ул.