Автокредит юллайым тиһәң... Халҡыбыҙ хәрәкәтсән. Борон-борондан ир-аттың ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙың да һыбай йөрөргә яратыуы – быға аныҡ дәлилдер. Хәҙер иһә, замандың үҙгәреүенә, яңы технологияларҙың барлыҡҡа килеүенә бәйле, ялын уйнатып торған юртаҡтарға алмашҡа “тимер ат”тар килде. Уларҙың да ниндәйе генә юҡ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 300 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡы ла күңелгә ятышлы Үрҙә әйткәнебеҙсә, “АвтоВАЗ” дилерҙарҙы “Lada Priora” менән тәьмин итә башланы. Машинаның яңы “Стандарт” версияһының хаҡы – 389 мең һум тирәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күркәм һүҙҙәр– Нисә йәштәмен тинең әле? – сервиста машинамдың йәмшәйгән урынын төҙәйтеү менән мәшғүл егеттән шулай тип һораным. Кисә кис һары башлы һылыуҙарҙың береһе уң “ҡанат”ты төрттөргәйне. Аптырайым: ниңә шул туҙға яҙмаған урында артҡа сигенә башлағандыр инде?
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов, төрлө ведомстволар, юл хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашлығында М-5 “Урал” федераль трассаһындағы хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса күсмә кәңәшмә ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 262 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәйәхәт итеүсе йорт Йортобоҙҙоң ергә һеңеп-йәбешеп ултырыуынан башҡаны күҙ алдына килтермәгәс, әкиәттәге тауыҡ тәпәйҙәрендә баҫып торған өйҙө күреү ныҡ аптыратҡайны. Бала саҡтағы бер күренеш тиһегеҙме? Баҡтиһәң, шулай ҙа була икән! “Шунда йәшәһәң ине” тигән өмөт ҡайһы бер хыялыйҙарҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй икән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир-егеттәрбеҙ бит! Йәш, һылыу, әкиәти бер ҡыҙҙың һиңә һырығыпмы-һырығыуы шәп, әлбиттә, шәп булмаған ҡайҙа! Тик һин, әҙәм аҡтығы, юҡ, хайуа-а-н, ипләп кенә унан ҡасаһың да ҡасаһың. Ул йәнә яҡынлаша, һин тағы ситләшәһең. Хәҙер инде ул бөтә сиктәрҙе үтә, дуҫтар, ҡотҡарығыҙ!.. Былай барһа, ай-бай, һинең дә ярамағанды аша сығыуың бик ихтимал. Теләмәйһең, әлбиттә, үҙең, ҡағиҙәне боҙмау яғындаһың, ләкин бик мөмкин – һөжүм көслө бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 385 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала ғүмерҙәре – ҡулында Һалҡын көндәр торған мәл. Өшөй-өшөй мәктәпкә йүгерәм. Өй менән белем усағы араһын йыраҡ тип әйтеп булмай, әммә һыуыҡ ағай барыбер кәрәкте бирә генә. “Ҡасан барып етәм инде?” – тип уйлап килгәндә арттан машина ҡыуып етте. “Әйҙә, ултыр, ҡустым”, – тип ҡысҡырҙы шул саҡ мәктәп автобусы шоферы Дәриғәт ағай. Әллә йылы салонға ингәндән, әллә шоферҙың иғтибарлылығынан өшөүем тамам юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 370 тапҡыр // Тотош уҡырға
Страховка  ниңә ҡиммәтләнә? Төйәк иткән ҡаламда ОСАГО полисы һатҡан “нөктәләр” бер заман ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәрҙәй күбәйгәйне. Страховка компаниялары аҙая башлағас, улар ҙа кәмеүгә табан китте. Хәйер, шәхсән үҙем бер ҡасан да уңайлыраҡ, осһоҙораҡ тип эҙләнеп йөрөгәнем булманы. Һайлау мөмкинлеге булһа ла, “тимер ат”ымды һәр саҡ бер агентта страховкалауҙы ғәҙәт итеп алдым. Осраҡлы түгел, әлбиттә. Гөлнур СИТДИҠОВА үҙебеҙҙең апай бит. Аңламаған һорауҙарға башҡортсалап яуап бирһә, күңелгә нисектер йылы булып китә. Хәйер, был өлкәлә тиҫтәгә яҡын йыл эшләгән осорҙа күпме милләттәшебеҙгә ярҙам иткән ул! Был юлы страховкалаусыға хеҙмәт бурысы алып килде, гәзит уҡыусыларҙы борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлайһы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуҙа батмай,  боҙҙа таймай Фантастик киноларҙа ғына күреп өйрәнгән ҡеүәтле машинаны тағы ла бүтән берәй ерҙә осратҡанығыҙ бармы? Интернетты гиҙеүселәр, моғайын да, уның менән таныштыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 262 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыл светофорҙы инҡар иткән водитель үҙе лә һиҙмәҫтән йәйәүлене бәрҙергән.
– Бәхетегеҙ бар икән, мин – табип, хәҙер үк беренсе ярҙамды күрһәтәсәкмен, – ти икән шофер йәрәхәт алыусыға.
– Ә һеҙҙеке – юҡ... Таныш булайыҡ: һеҙҙең алда адвокат ята, – тигән ти йәйәүле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 251 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 7 8 9 10 11 12 13 14 15 ... 27 Алға
Бит башына