Ике замандашыбыҙ һөйләшеп ултыра.
— Бер мәл, малай саҡта, вилсәпиттә урам буйлап китеп барам... — тип тарих бәйән итергә булды беренсеһе. Үҙе йылмайғандай итте: әллә тағатыр тарихы мәрәкә булыуҙан, әллә бала саҡтың үҙенең, ғөмүмән, ғәләмәт шәп бер дәүер булыуынан.
— Ыһы! Йә! — Икенсе замандашыбыҙ, шулай ихлас итеп, уны тыңларға әҙер икәнлеген белдерҙе.
— Баҙар көнө ине шикелле. Ул көндә, ғәҙәттә ҡый-һай күп була. Тырым-тырағай ятҡан пакет-тоҡсайҙарҙы, ҡатырғанан яһалған һут һауыттарын тапап, шап та шоп иҙеп барам. — Һөйләүсе ҡулдарын велосипед рулен борған рәүешкә килтерҙе.
— Бик үк иҙелмәһәләр ҙә, үҙемә шулай тойола: дошман танктарын ҡыуып тотам да һытам, тотам да һытам. Күңелле! — Нисек күңелле булғанын йөҙөнә тағы ла киңерәк йылмайыу сығарып күрһәтте. — Елдереп барған ыңғайы ярым-яланғас ҡыҙыҡай һүрәте төшөрөлгән бер һауытҡа барып менгәйнем, һоп, тәгәрәп барҙым да төштөм бит, әй!
Ком: 0 // Уҡынылар: 805 тапҡыр // Тотош уҡырға
2012 йылдың 1 ғинуарынан "Транспорт сараларына техник күҙәтеү һәм Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыу акттарының ҡайһы берҙәренә үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон тулы көсөнә инде.
Әле транспорт сараларына техник күҙәтеү тулыһынса юридик ойошмаларҙың ҡарамағына тапшырылды (әммә 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем автомобилдәрегеҙгә техник күҙәтеүҙе Дәүләт автомобиль инспекциялары пункттарында үткәрә алаһығыҙ). Быға тиклем ул бурысты Эске эштәр министрлығы башҡарҙы.
Ошо Законға ярашлы, халыҡ телендәге "техосмотр" төрлө автомобилдәргә төрлөсә ҡаралған. Мәҫәлән, өр-яңы автомобиль хужаларына өс йыл һуҙымында был йәһәттән борсолорға урын юҡ. Әгәр машинағыҙ "өс йәш"тән үтеп "ете йәш"кә етһә, уны ике йылға бер тапҡыр үтергә кәрәк, унан да “өлкәнерәктәр”гә һәм ауырлығы 3 тонна ярым булған йөк машиналарына техник күҙәтеү үтеү йыл һайын ҡаралған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел генә "ҡулсалы хәрәкәт" билдәһенә төҙәтмәләр индерелеү сәбәпле (элек әйләнмәле хәрәкәткә уң яҡтан ҡушылыусылар бүтәндәргә мотлаҡ юл бирергә тейеш ине, бөгөн киреһенсә – улар өҫтөнлөккә эйә), автоһәүәҫкәрҙәр шау-шыу ҡуптарғайны.
Берәүҙәр, әлбиттә, хупланы, икенсе төркөм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге яңылыҡтарҙың бер ниндәй ҙә фәтүәһен күрмәүе тураһында асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Ә бына яңы йыл башынан тағы ла бер нисә үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Мәҫәлән, хәҙер алдан юлда тығын хасил булғанын күрә тороп та, урам сатында туҡталмайынса, ошо көслө ағымға ҡушылыусыларға, тимәк, тығынды көсәйтеүселәргә ҙур штраф һалынасаҡ. Күпме тип уйлайһығыҙ? Ул бер мең һумға төшәсәк. Иң отошлоһо – "ҡорос ат"ығыҙҙы юл сатында туҡтатығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 757 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 Алға
Бит башына