Алтын урталыҡты табыуы, ай-һай, ҡыйын ОСАГО буйынса яңылыҡтар көн дә булмаһа ла, ай һайын табылып тора, ахыры. Хәйер, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре. Нисек кенә булмаһын, был системаның юҡлығынан барлығы мең артыҡ бит. Электрон полистар сығыуына өйрәнеп тә бөтмәнек, тағы бер үҙгәреш көтә: аварияға эләккән машиналарҙы оҙаҡламай теләгән автосервиста нығытырға ярамаясаҡ. Был эште страховка компаниялары тәҡдим иткән йүнәтеүселәр генә башҡарырға хоҡуҡлы буласаҡ. Закон ҡабул ителмәгән, әлегә ҡыҙыу бәхәстәр бара. Үҙгәрештәр хаҡында Дәүләт Думаһы депутаты Алексей ИЗОТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 367 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙән тора Юлдағы авариялар хаҡында йыш ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, шаһит булабыҙ. Үкенескә ҡаршы, үҙебеҙ ҙә тарыйбыҙ. Кеше ғүмере – иң ҙур байлыҡ, шуға күрә был ваҡиғаларҙа тәү сиратта бәләгә тарыусыны ҡотҡарыу, ярҙам итеү, хәлен еңеләйтеү төп маҡсат булып ҡала. Ҡайһы саҡта кемдеңдер ғүмере туранан-тура беҙҙән тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 352 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мең кәрәкмәһә,  бер кәрәк …Бынан ике йыл элек Удмурт Республикаһында ҡот осҡос фажиғә хаҡында яҙып сыҡтылар. Бер юлы туғыҙ машина бәрелде ул саҡта. Әммә ваҡиғаның әһәмиәте һанда түгел, аварияға шаһит булыусылар 39 йәшлек ирҙе автомобиленән сығара алмай, һөҙөмтәлә водитель тереләй яна. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә барыһы ла һуң була инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике яҡлы миҙал Күптән түгел Стәрлетамаҡта ҡот осҡос енәйәт асыҡланды. Өс иҫерек ир такси яллап, Ғафури районына юл тота. Әммә бер аҙ барғас, пассажирҙар машинаны туҡтатыуҙы һорай. Бер ниндәй ҙә шик һиҙмәгән водитель ирҙәр менән салондан сыға. Ошо мәл иҫеректәр такси хужаһына һөжүм итә. Енәйәтселәр водителде быуып үлтерә, ә машинаһында кире Стәрлетамаҡҡа йүнәләләр. Таксистың бәлиғ булмаған ҡыҙы һәм түшәктә ятҡан әсәһе ҡалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 327 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кулибиндар” йәшәй был яҡта Оҫтаның ҡулына нимә генә тотторма, бысып, һүтеп-ҡороп, ҡулайлаштырып, үҙенсә (кәрәккәнсә) матур итеп эшләп ҡуя. Иҫке техниканы үҙгәрткәндәр, төрлө машина деталдәренән бер техника йыйыусылар бар. Мәҫәлән, күптән түгел трактор ярҙамында утын ярған абзый хаҡында видеояҙма күрергә насип булды. Ә бына Ишембай районында танышҡан ике ағайға АвтоВАЗ продукцияһы “оҡшап бөтмәгән”…
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артыҡ ирем юҡ! Колхоз ваҡыты. Тракторҙарында хеҙмәт күрһәтеүселәргә хаҡты “баш төҙәтеүҙәр” менән түләгән саҡ. Хужалыҡтың Шәкүр исемле механизаторы бындай төр түләүҙе бигерәк тә үҙ итә, шуға “Беларус”ында һәр көн тиерлек тегеләй-былай ҡыйшайып ҡайта икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал” донъяны яулай “Урал” – үҙебеҙҙә онотола яҙған мотоцикл. Баҡһаң, сит илдәрҙә уның абруйы ҙур икән. Свердловск өлкәһенең Ирбит ҡалаһында етештерелгән ошо транспорт сараһының 97 проценты экспортҡа оҙатыла. Нимәһе менән арбай һуң ул сит ил кешеләрен?
Ком: 0 // Уҡынылар: 349 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асфальттағы һыҙатты ҡар күмһә... Шундай тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ: ҡыш иртә ҡараңғы төшә һәм һуң яҡтыра, ҡар-бурандар юлдарҙы күмә. Асфальттағы һыҙат тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, автомобиль йөрөтөүселәр был һыҙаттарға бәйле талаптарҙы мотлаҡ үтәргә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 336 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Жигули” бер заман “Мерседес”ты ҡыуып етәсәк... – Беҙҙең ил йыһанға караптар осора, ә ни өсөн Көнбайыштағынан яҡшыраҡ автомобилдәр эшләп сығара алмай һуң? – Бер саҡ Өфө моторҙар берекмәһенең ул саҡтағы генераль директоры Валерий Лесуновтан шулай тип һорағайным. Башҡортостандың ауыр сәнәғәт өлкәһендәге иң тәжрибәле белгестәренең һәм ойоштороусыларының береһе был мәлдә ошо ғәйәт ҙур предприятиеға етәкселек итә генә башлағайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән айға еткәндер ул... Үткән быуаттың 60-сы йылдарында, егет ҡорона аяҡ баҫҡанда, Ринат киләсәк яҙмышын ниндәй һөнәр менән бәйләргә икән тип аптырап ҡалманы. Уның ҡарары ҡырҡа – шофер буласаҡ. Ә инде әйттеме, уйынан кире ҡайта торғандарҙан түгел егет. Атаһы һуғыш ветераны Имаметдин Фәхретдиновтың ишле ғаиләһендә шулай тәрбиәләнә ул. Атай ҡануны: “Вәғәҙә иткәнһең икән – үтә, маҡсат ҡуйғанһың икән – ынтыл, башлағанһың икән – аҙағына еткер”. Ринат та ошо принципты ҡанына һеңдерә, үҙенең артабанғы тормош девизы итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 400 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 28 Алға
Бит башына