Походҡа барайыҡмы, өйҙә ултырайыҡмы? Йыл һайын улымдың класс етәксеһе балаларҙы походҡа алып бара. Был сәйәхәтте улар йыл да түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ял урынын да, кем нимә алырын да алдан бүлешеп ҡуялар. Быйыл иһә уҡытыусы ата-әсәләр йыйылышында походҡа барыуҙан баш тартты. Сәбәбе балаларҙы автобуста йөрөтөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереүҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
Водитель булыу еңелме? ...Был мәҡәләмде шундай йомаҡ менән башлағым килә: “Нимә ир-егеттәргә тыумыштан бирелә, ә ҡатын-ҡыҙға мәле еткәс кенә килә?” Юҡ, юҡ, мөхәббәт түгел! Ата-әсәлек тойғоһомо? Һм... Юҡ, еңелдегеҙ, үҙем яуап бирәм – машинаға мөхәббәт! Әлбиттә, күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙағы тойғоно мөхәббәт тип атап та булмайҙыр, бәлки, дөрөҫөрәге, сараһыҙлыҡтыр. Әммә, нисек кенә булмаһын, берәү ҙә водитель танытмаһы менән тыумай. Шулай булғас, кәрәк икәнен аңлағас та, бар ауырлығын елкәңдә татып ҡарамай сара юҡ. Шулай итеп, һөнәремде алмаштырып, курсантлыҡ “тиреһенә инеп ҡарарға” булдым. Мәшәҡәтле, ҡурҡыныс ҡына түгел, хатта ҡыҙыҡ та икән ул. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, рәхим итегеҙ! ДОСААФ ишеген бергәләп асайыҡ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулайлаштырыусылар... Интернет селтәрен гиҙгәндә ниндәй генә оҫталар менән “танышмайһың”. Берәүҙәр үҙе һеперә торған электр һеперткеһе уйлап сығара, икенселәр ҡул аҫтындағы материалдарҙан бассейн яһай, өсөнсөләр ғәрип этенә ағастан йә туҡыманан “аяҡ” эшләп бирә. Дөрөҫөн әйткәндә, саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһаҡ, бындай ҡулайлаштырыусылар арабыҙҙа ла йәшәй йә иһә юлда осрап ҡуя. Мәҫәлән, “тимер ат”ымды йүнәтергә тип, Петровский ауылындағы бер автосервисҡа туҡтаған арала машина нигеҙендә яһалған трактор хужаһы менән таныштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 367 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Автостоп” ураҙаһын үткәрәйек! Астың хәлен туҡ беләме? Донъябыҙ тик байҙарға һәм фәҡирҙәргә генә бүленмәһен өсөндөр инде, Хоҙайыбыҙ изге Рамаҙан айын ебәргән. Был изге осорҙа байҙар ҙа ураҙа тота, фәҡирҙәрҙең хәленә инә, күңелдәрендә миһырбанлыҡ уятырлыҡ ғәмәл ҡыла. Әммә тағы ла бер ураҙаны индереү зарурҙыр, тим – “тимер ат”лыларҙы ла бер ай йәйәү йөрөтөп ҡарарға ине. Ул сағында юл ситендә “тауыш биреп” тороусыларға мәрхәмәтлерәк булырҙар ине, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 334 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Юл уйын урыны түгел Уҡыусыларҙың йәйге каникулы дауам итә. Һәр кем уны ҡайҙа, нисек үткәреү тураһында алдан уҡ план ҡора. Кемдәрҙер йәйге лагерҙарға ял итергә йыйынһа, икенселәр атай-әсәйҙәре менән ваҡыт үткәрергә ниәтләй, шулай ҙа күптәр ауылда олатай-өләсәһе янында, тиҫтерҙәре менән бергә ял итеүҙе хуп күрә. Әммә, балалар ҡайҙа ғына булһалар ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында оноторға ярамай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 828 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡ хыялына тоғро Атаһының көн һайын тиерлек погонындағы йондоҙҙарын ялтыратҡансы таҙартып, һәр саҡ оло тантанаға барған кеүек бөхтә, ыҫпай кейенеүен, аяҡ кейеменең таҙа булыуын бала саҡтан күреп үҫә ул. Артабан яҡын кешеһенең районда бик хөрмәтле һәм юғары вазифа биләүенә төшөнә. Милиция полковнигы Рәйес Усманов Әбйәлил районы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ә һеҙ беләһегеҙме, әгәр тартмаһағыҙ, шул аҡсағыҙға бына бындай машина ала алған булыр инегеҙ. (Йәнәшәлә торған машинаһына төртөп күрһәтә).
– Ә һеҙ бына тартаһығыҙмы үҙегеҙ?
– Юҡ...
– Ә һеҙҙең бындай машинағыҙ бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 468 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәтендә экологик йәһәттән иң таҙа автотранспорт төрө – электромобилгә ҡағылышлы план әҙерләнде. Ул 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Проект киләсәктә ошо транспорт төрөн һайлағандарға ташлама биреүгә арналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 326 тапҡыр // Тотош уҡырға
Автомобилгә инеп ултырыу менән кондиционерҙы тоҡандырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Йәй – һалҡын һауа, ә ҡыш йылыһы кәрәк. Кеше уңайлыҡҡа тиҙ өйрәнә. Ләкин уның рәхәте генә түгел, зыяны ла байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫкегә иҫең китмәһен, тиһәләр ҙә...Тотонолған автомобилдәр баҙары Рәсәйҙә әүҙемләшә: быйылғы биш айҙа ғына ла ике миллиондан ашыу ошондай машина һатылған! Уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ул 10,7 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Аналитиктар был үҫештең дүртенсе ай инде дауам итеүен билдәләй. Ә Башҡортостанда хәл нисек?
Ком: 0 // Уҡынылар: 315 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 27 Алға
Бит башына