Олимпия спортсыларының аҡ каруаны Бразилияла спорт донъяһында киң резонанс тыуҙырған Олимпия уйындарында еңеү яулаған Рәсәй спортсылары, йола буйынса, аҡ төҫтәге яңы автомобилдәр менән бүләкләнде. Быйыл еңеүселәргә BMW X6 моделе тәғәйен булһа, көмөш яулаусыларға – BMW X4, ә бронзаға өлгәшеүселәргә BMW X3 маркалы автомобилдәр эләкте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмөт аҡланды Тиҙҙән ҡыш... Ә һеҙ үткәнен хәтерләйһегеҙме? Моғайын, һәйбәт булғандыр, үҙебеҙ генә йүнһеҙерәкбеҙҙер. “Үҙебеҙ” тигәндән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты һәм автомобилселәрҙе күҙ уңында тотам. Нисек кенә булмаһын, барып сумдым бер көн. Машина көрттә ҡорһағы менән эленеп тигәндәй ҡалды.
– Виууу… Виууу…
Ком: 0 // Уҡынылар: 332 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәлмән мәктәптән бик һуңлап ҡайтып ингән.
– Ниңә оҙаҡланың? – тип һораған атаһы.
– Светофор эшләмәй ине, бер әбейҙе урам аша сығарғайным... – тигән малай.
– Афарин, үҫкәнем! Ярҙамсыллығың өсөн бер шоколад һиңә!
Иртәгәһенә улы өйҙәренә класташ малайҙары менән ҡайтып инә.
– Атай, беҙ бер әбейҙе урам аша сығарҙыҡ, – тигән улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә нәмә лә һин уйлағанса килеп сыҡмай. Республикабыҙҙа “автомобиль йөрөтөү йәшен сикләргә теләйҙәр икән” тигән имеш-мимеш тиҙ таралды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 362 тапҡыр // Тотош уҡырға
Совет заманында машина “баранка”һын тотҡан ҡатын-ҡыҙ һирәк булғандыр, моғайын. Ә бына һуғыш осорон сағылдырған кинофильмдарҙа йоҡоло күҙҙәрен ыуалай-ыуалай һәр саҡ юлда йөрөгән шофер ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына күрә инек. Геройым Әбйәлил районы һылыуы Сулпан Зәйнетдинова ла совет дәүерендә сыныҡҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 381 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шайтан ҡотортто Мөтәвәлиҙең бирсәткә кеүек машина алыштырыуы тиҫтәгә тулды. “Машина ене” ҡағылған, ти дуҫтары уның хаҡында. “Тимер ат”тың да ниндәйе бит әле, иң шәп “иномарка”, өр-яңы. Мөтәвәли уйланып торҙо: машина яңырҙы ла ул. Ә бит ҡатыны гел элекке – күҙ көйөгө кеүек ҡаршыһында тора, тамам ғарыҡ булды ул үҙенең Гөлзәминәһенән. “Ҡатынды ла йәшкә алыштырһам, нисек булыр икән?” – тип тағы бер тапҡыр уйлап ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 395 тапҡыр // Тотош уҡырға
Походҡа барайыҡмы, өйҙә ултырайыҡмы? Йыл һайын улымдың класс етәксеһе балаларҙы походҡа алып бара. Был сәйәхәтте улар йыл да түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ял урынын да, кем нимә алырын да алдан бүлешеп ҡуялар. Быйыл иһә уҡытыусы ата-әсәләр йыйылышында походҡа барыуҙан баш тартты. Сәбәбе балаларҙы автобуста йөрөтөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереүҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 420 тапҡыр // Тотош уҡырға
Водитель булыу еңелме? ...Был мәҡәләмде шундай йомаҡ менән башлағым килә: “Нимә ир-егеттәргә тыумыштан бирелә, ә ҡатын-ҡыҙға мәле еткәс кенә килә?” Юҡ, юҡ, мөхәббәт түгел! Ата-әсәлек тойғоһомо? Һм... Юҡ, еңелдегеҙ, үҙем яуап бирәм – машинаға мөхәббәт! Әлбиттә, күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙағы тойғоно мөхәббәт тип атап та булмайҙыр, бәлки, дөрөҫөрәге, сараһыҙлыҡтыр. Әммә, нисек кенә булмаһын, берәү ҙә водитель танытмаһы менән тыумай. Шулай булғас, кәрәк икәнен аңлағас та, бар ауырлығын елкәңдә татып ҡарамай сара юҡ. Шулай итеп, һөнәремде алмаштырып, курсантлыҡ “тиреһенә инеп ҡарарға” булдым. Мәшәҡәтле, ҡурҡыныс ҡына түгел, хатта ҡыҙыҡ та икән ул. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, рәхим итегеҙ! ДОСААФ ишеген бергәләп асайыҡ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулайлаштырыусылар... Интернет селтәрен гиҙгәндә ниндәй генә оҫталар менән “танышмайһың”. Берәүҙәр үҙе һеперә торған электр һеперткеһе уйлап сығара, икенселәр ҡул аҫтындағы материалдарҙан бассейн яһай, өсөнсөләр ғәрип этенә ағастан йә туҡыманан “аяҡ” эшләп бирә. Дөрөҫөн әйткәндә, саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһаҡ, бындай ҡулайлаштырыусылар арабыҙҙа ла йәшәй йә иһә юлда осрап ҡуя. Мәҫәлән, “тимер ат”ымды йүнәтергә тип, Петровский ауылындағы бер автосервисҡа туҡтаған арала машина нигеҙендә яһалған трактор хужаһы менән таныштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 425 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Автостоп” ураҙаһын үткәрәйек! Астың хәлен туҡ беләме? Донъябыҙ тик байҙарға һәм фәҡирҙәргә генә бүленмәһен өсөндөр инде, Хоҙайыбыҙ изге Рамаҙан айын ебәргән. Был изге осорҙа байҙар ҙа ураҙа тота, фәҡирҙәрҙең хәленә инә, күңелдәрендә миһырбанлыҡ уятырлыҡ ғәмәл ҡыла. Әммә тағы ла бер ураҙаны индереү зарурҙыр, тим – “тимер ат”лыларҙы ла бер ай йәйәү йөрөтөп ҡарарға ине. Ул сағында юл ситендә “тауыш биреп” тороусыларға мәрхәмәтлерәк булырҙар ине, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 388 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 28 Алға
Бит башына