Ергә һеңгән иҫке өйҙән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең аяғынан башҡа бер нәмә лә күренмәгәс, Сара урамға сығырға мәжбүр булды. Яратҡан "Еңеү көнө" йыры яңғырай. Ҡулдарына гөлләмә тотҡан бала-саға һәм яугирҙәр Сибай ҡалаһы паркындағы Еңеү һалдаты обелискыһы эргәһенә ашыға.
"Яҙмыш миңә йәнә һынауын әҙерләгән... Эй, Хоҙайым, ниңә генә шул тиклем ыҙалатаһың, яратмайһың? Күпме түҙергә була? Атаҡайым иҫән-һау булһа..." Алтмыш йәшен үрләгән Сара ирекһеҙҙән һорауына үҙе яуап эҙләне. "Ҡайҙа ул мин бахырҡайға атай-әсәй! Ғүмерем буйы ғәзиз кешеләремде белмәнем", — тип өҙгөләнде. Һалҡын өйөнә инеп, сумаҙандан альбомын алып, атаһының фронттан ебәргән берҙән-бер фотоһүрәтенә текәлде. Уға пилотка, гимнастерка кейгән йәп-йәш һалдат — 18 йәшлек мыйыҡһыҙ егет төбәлде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
“2011 йылда Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды һәм 11 майҙа республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында еңеүселәр бүләкләнде.
Улар халыҡ һанына ҡарап биш категорияға бүленде. 70 меңдән күберәк кеше йәшәгән муниципаль берәмектәр араһында иң төҙөгө тип Октябрьский ҡалаһы танылды. Икенсе урында — Стәрлетамаҡ, өсөнсөлә — Салауат.
50 меңдән 70 меңгә тиклем халҡы булған ҡалалар араһында беренселекте Туймазы яуланы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ишембай менән Күмертау бүлеште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ябай ауыл ҡыҙымын. Бала сағымдан ауылымдың матурлығына, уның эшсән кешеләренә, арҙаҡлы шәхестәренә һоҡланып үҫтем. Туған мәктәбемдә яратҡан уҡытыусыларымдың һәр дәресен иғтибар менән тыңлап, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым. Ышаныстарын да аҡланым, буғай: ҡулыма юғары уҡыу йорто дипломын тотоп, туған мәктәбемә эшкә ҡайттым. Ауылдаштарымдың дәртләнеп донъя көтөүенә, һәр ҡайһыһының эше булыуына, бер-береһен уҙҙырып, сәмләнеп яңы йорттар һалған сағына тура килдем...
Ауылдың гөрләп торған мәле. Кемдер, таң һарыһы менән тороп, тракторын ҡабыҙа, икенселәре һыбай мал ҡарарға китә, өсөнсөләре, саналарға тейәлеп, фермаға ашыға. Һәр кемдең — үҙ эше, һәр береһенең — үҙ мәшәҡәте. Мөрйәләрҙән иртәле-кисле төтөн сыға.
Ком: 1 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсә һөйөүе ҡөҙрәтлеБәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Эльмира Ғәлиәхмәтова — ауыр сиргә дусар булған балаһының һауығырына өмөтөн өҙмәгән, ғәзизе кисергәндәрҙе үҙ йөрәге аша үткәреп өҙгөләнгән, шул уҡ ваҡытта һынауҙарға бирешмәй, барыһында ла һоҡланыу тойғоһо уята алған әсәләрҙең береһе. “Әсә йөрәге” фонды, Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, ошондай һынмаҫ рухлы алты ҡатынды бер сәхнәгә йыйып, “Гүзәлкәй-2012” конкурсын ойошторҙо.
Конкурсанттарҙың һәммәһе үҙен хәстәрлекле әсәй, алтын ҡуллы хужабикә, заман менән йәнәш атлаусы эшлекле ҡатын-ҡыҙ итеп күрһәтеүгә өлгәште. Сараның режиссёры, сценарий авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова гүзәл ханымдарҙың ижади һәләттәрен асырға булышлыҡ итерҙәй үҙенсәлекле һынауҙар уйлап тапҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң яҡшы сығарылыш студенты булыу еңелме?З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында “Иң яҡшы сығарылыш студенты” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыш сығарылыш курс студенттарына эш табыуҙа тәүге аҙым булып тора. Сөнки конкурс шарттарына ярашлы, бәйгеселәр жюри ағзалары иғтибарына портфолио тәҡдим итергә тейеш. Бынан тыш, улар төрлө райондарҙан килгән мәғариф бүлектәре, мәктәп, ойошма вәкилдәре менән таныша, аралаша. Коллективта эшләй белеү һәләтеңде, үҙеңдең мөмкинлектәреңде күрһәтеү йәһәтенән дә конкурс йәш белгестәр өсөн ҡиммәтле.
Финалға 11 студент сыҡты. Тәүге турҙа улар үҙҙәре хаҡында, буласаҡ һөнәре тураһында бәйән итһә, ярыштың икенсе өлөшөндә конкурсанттар тормошта килеп тыуған төрлө хәл-ваҡиғанан сығыу юлдарын күрһәтте. Филология факультетының журналистика бүлеге студенты Наталья Мелконова конкурста еңеп сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ