Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан-100”: икенсе этап
Былтыр Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә 100 йыл тулыуҙы федераль кимәлдә байрам итеү тураһында Рәсәй Президентының Указы донъя күреү менән республикала 100 һанына бәйле төрлө акциялар ойошторола башланы. Башҡорт Википедияһы был ваҡиғаны үҙенсәлекле ҡаршыларға ҡарар итте һәм Башҡортостан темаһын туған телдә, Википедияның башҡа тел бүлектәрендә үҫтереү, республикабыҙ һәм халҡыбыҙ тураһында мәҡәләләр әҙерләү һәм яҡшыртыу маҡсатын 2016 йылдың 11 сентябренән 2019 йылдың 23 мартына тиклем биш этапта үтәсәк 100-әр көнлөк “Башҡортостан-100” интеллектуаль супер вики-марафон иғлан итте.
Декабрҙә тамамланған беренсе этапта башҡорт ирекмәндәре менән берлектә урыҫ, бүрәт, мари, эрзя, лезгин, удмурт тел бүлек­тәренән мөхәррирҙәр ҡа­тнашты. Ә инде украин, грузин википедияларынан ирек­мән­дәрҙең ҡу­шылыуы был сараны халыҡ-ара кимәлгә сығарҙы.
Быйыл супер-марафондың ике этабы уҙғарыласаҡ. Уның икенсе этабы 31 майҙа тамамлана. Ошо арауыҡта баш­ҡорт телендә 450 самаһы яңы мәҡәлә яҙылып, 27 мәҡәлә тулылан­дырылған, бихисап фото дөйөм милеккә тейәлгән.
Былтырғы украин, грузин бүлектәрен­дәге мөхәррирҙәргә белорус, азербайжандар ҙа ҡушылды. Дөйөм алғанда, хәҙер “Башҡортостан-100” бәйгеһендә 40 мөхәррир ҡатнаша. Был башҡа тел бүлектәре менән генә түгел, хатта Рәсәй, донъя кимәлендә иң күп ҡатнашыусы йыйған конкурс тиергә мөмкин.
Халыҡ-ара кимәлдә ай аҙағына тиклем “Вики-яҙ-2017” конкурсы бара һәм 16—22 май Әрмәнстан менән Баш­ҡортос­тан буйынса мәҡәләләр яҙыу аҙнаһы булып тора. Тимәк, республика тураһында башҡа телдәрҙә мәҡәләләр һаны артыу менән бер рәттән конкурста ҡатна­шыусылар һаны ла артыр тип өмөт­ләнәбеҙ.
Икенсе яҡтан, бөгөн Бөрйән, Өфө районында, Сибай ҡала­һында вики-клубтар ойошторолдо, һәм улар әүҙем генә эш башланы. Был йәһәттән бигерәк тә бөрйәндәр алдынғылыҡты бирмәй, халыҡ, мәктәп уҡыусылары араһында аң­латыу эштәре алып барып, сафтарын тулыландырыу өҫтөндә ихлас эшләйҙәр.
Ғөмүмән, милләттәштәребеҙҙең яйлап Башҡорт Википедияһына ылығыуы, башҡа тел бүлектәренең Башҡортос­танға ҡыҙыҡһыныуы артыуы һөҙөмтә­һендә “Башҡортостан-100” супер-марафоны һуңында (2019 йыл) ҡатнашыу­сылар һанының 100 кешегә етеү ихтималлығын күҙаллап, телһөйәр генә түгел, илһөйәр ирекмәндәребеҙ ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн ең һыҙғанды. Ә һеҙ?

Автор: З. ӘЙЛЕ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Аҡмал эпосты өс телдә белә

Аҡмал эпосты өс телдә белә 12.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Силәбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына...

Тотош уҡырға 107

“Аманат”тан ҡалыр аманат!

“Аманат”тан ҡалыр аманат! 01.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Тыуған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, йәнтөйәккә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас....

Тотош уҡырға 123

Әйтер һүҙҙәре бар.  Ишетергә генә кәрәк
Тамырҙарым — тыуған еремдә

Тамырҙарым — тыуған еремдә 18.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

“Башҡортостан! Уйсан тауҙар иле! Сал тарихы аҡыл иңләмәҫ....

Тотош уҡырға 139

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал!

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал! 16.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

20-30 йылдан башҡорттоң тормошо нисек үҙгәрер? Демография хәле нисек булыр ҙа, башҡорт телендә...

Тотош уҡырға 190

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж 30.12.2018 // Ҡоролтай тауышы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан һанлаштырыу буйынса белгестәр...

Тотош уҡырға 168

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!”

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!” 26.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, “Йөрәк һүҙем...

Тотош уҡырға 216

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының...

Тотош уҡырға 269

Башҡорт йәштәре төрлө  милләт вәкилдәрен туплай

Башҡорт йәштәре төрлө милләт вәкилдәрен туплай 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Ошо көндәрҙә Татарстандың башҡорт йәштәре ҡоролтайы “Braing ring” тигән интеллектуаль уйын үткәрҙе....

Тотош уҡырға 231

Мең ере – мең берлеге

Мең ере – мең берлеге 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Хөрмәтле дуҫтар, иптәштәр, туғандар – Мең ҡәүеме ырыуҙарының III йыйынында ҡатнашыусы делегаттар...

Тотош уҡырға 386

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Мин Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫкәнмен, БДУ-ның тарих факультетын уңышлы тамамлап,...

Тотош уҡырға 316

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Белеүегеҙсә, ҡырҡ өйлөләргә Шишмә, Дәүләкән райондарының күп кенә ауылдары инә. Борон уларҙың төп...

Тотош уҡырға 337