Вики-проекттар беҙҙе дуҫлаштырҙы

29-09-2017, 00:09 // Ҡоролтай тауышы // Баҫып сығарырға
Вики-проекттар беҙҙе дуҫлаштырҙы Викимания – Википедия һәм башҡа Вики-проекттар ирекмәндәре һәм рәсми вәкилдәренең йыл һайын үткәрелгән конференцияһы. Быйыл ул Канаданың Монреаль ҡалаһында уҙҙы һәм унда Башҡорт википедияһы ирекмәне, Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Ришат Сәйфетдинов та ҡатнашты. Бөгөн ул сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Башҡорт википедияһын үҫтереү зарур

– Халыҡ һаны яғынан бик ҙур булмаһа ла, унда “ни бары” 1,7 миллион халыҡ йәшәй, Монреаль – үҫешкән, заманса ҡала. Уның метроһы, дүрт университеты бар, бизнес, сәнәғәт ярайһы киң үҫешкән. Ҡала үҙәгендә бейек, тотош быяла менән көпләнгән тиҫтәләгән бизнес биналары урынлашҡан. Викимания шуларҙың бере­һендәге “Шератон” ҡунаҡханаһында үтте.
Быйыл конференция географияһы ярайһы уҡ киңәйгән, унда европалар менән бер рәттән Төньяҡ һәм Көньяҡ Американан вики-хәрәкәт вәкилдәре лә ҡатнашты. Рәсәй вәкилдәре иң ҙуры булыуы менән айырылып торҙо. Ете кешенән торған делегация составында Башҡорт википедия­һынан мин һәм Татар википедияһынан Фәрхәд Фәтҡуллин да бар ине.
Конференцияла Канадала француз телендәге айырым вики-проектты үҫтереү­гә арналған осрашыуҙар ҙа ойошторолдо, сөнки Монреаль “француз канадаһы”ның үҙәге тип һанала. Шуға күрә лә, урындағы вәкилдәр әйтеүенсә, конференция бындағы француз телле йәмғиәт өсөн мөһим ваҡиға булып торҙо.
Миңә бигерәк тә урындағы индеецтар телендәге Википедия менән таныштырыу ныҡ тәьҫир итте – улар менән сағыштыр­ғанда, беҙ, башҡорттар, күп һанлы халыҡ һәм телебеҙ ҙә ныҡ үҫешкән, бары тик туған телебеҙҙәге Википедияны тағы ла үҫтерергә кәрәк.
Ғөмүмән, конференцияла урындағы индеецтарға арналған тотош саралар серияһы, шул иҫәптән эдитатон (уларға бағышланған мәҡәләләр яҙыу буйынса марафон), Commons-ҡа (һүрәттәр һәм аудиофайлдар ҡуйыу өсөн электрон “вики-милек”) һалыу өсөн урындағы архивтарҙан документтарҙы сканерлау буйынса саралар үткәрелде. Был вики-конферен­циялар­ҙы оҫта итеп ойошторғанда, уларҙың урындағы телдәр һәм вики-йәмғиәттәр өсөн мөһим булыуына бер миҫал булды.
Беҙ, Викимедиа фонды хеҙмәткәрҙәре менән мөһим осрашыуҙар ойоштороп, әлеге ваҡытта Рәсәй Вики-йәмғиәте алдында торған ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү юлдары буйынса фекер алыштыҡ. Дөйөм алғанда, Викимания мөһим конференция булып тора, сөнки унда донъяның төрлө төбәгенән килгән вики-проекттар вәкилдәре, бер-береһе менән танышып, үҙҙәре хаҡында һөйләй, аралаша, тәжрибә уртаҡлаша һәм бергәләп үҫә.

Кавказда йондоҙҙар ҡабынды...

1 – 3 сентябрҙә Дербентта Рәсәй телдәрендәге википедияларҙы популярлаштырыу һәм Дағстан телдәрендә Википедия проекттарын үҫтереү юлдарын эҙләү мәсьәләләренә арналған беренсе вики-семинарҙа ҡатнашырға насип булды. Сараны коммерцияға ҡарамаған “Викимедиа РУ” партнёрлығы һәм “Дербент” фонды, Федераль лезгин милли-мәҙәни автономияһы (ФЛНКА) ойошторҙо.
Дағстан ҡояшлы матур көндәре менән ҡаршы алды, яңынан йәй уртаһына әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Махачкала аэропортынан Дербент ҡалаһына Кавказ федераль юлы алып бара. Юлда барғанда тигеҙ рәтләп ултыртылған виноград плантациялары иғтибарҙы йәлеп итә. Уң яҡта бер нисә саҡрымдан Кавказ тауҙары башлана. Тауҙар яланғас, беҙҙәге кеүек урман менән ҡапланмаған. Юлда арбаһына өйөп виноград тейәгән Беларусь тракторҙарын уҙып китәбеҙ, беҙҙә шулай сөгөлдөр, силос ташыйҙар.
Дербент – боронғо ҡала, архитектураһы башлыса бер-өс ҡатлы һарғылт ҡом төҫөндәге йорттарҙан тора. Тау битендә бер-береһенә тәртипһеҙ рәүештә терәлеп төҙөлгән бер ҡатлы йорттар күренә. Ҡала скверында гранат, инжир, грек сәтләүеге кеүек ағастар үҫә. Диңгеҙ буйы климаты бигерәк йомшаҡ, 28 градус эҫе булһа ла, һиҙелмәй. Ә ҡышын уртаса температура +8 градустан түбән төшһә, үтә лә һауыҡ булды, тиҙәр. Ҡар февраль уртаһында ғына бер-ике көнгә яуып ала, элегерәк ҡарлы осор оҙағыраҡ, 10-15 көн була торғайны, ти дағстандар.
Семинарҙа “Дербент” фонды директоры урынбаҫары Амил Саркаров, урындағы интеллигенция вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, филологтар, уҡытыусылар һәм шағирҙар ҡатнашты. Килеүселәр араһында “Викимедиа РУ” етәксеһе Владимир Медейко, Лезгин википедияһы администраторы Олег Абарников, Рус википедияһынан Дмитрий Жуков, Эрзя википедияһынан Андрей Петров, Мәскәү ҡалаһында тәржемәсе булып эшләүсе яҡташыбыҙ Ришат Сәйфетдинов булды.
Бөрйән районы вики-клубы вәкилдәре, әүҙем википедиясылар Көнһылыу Ҡотло­баева менән Рәшиҙә Ғиззәтуллина апай­ҙар, видеоға яҙҙырып, семинарҙа ҡатна­шыусыларға тәбрикләү ебәргәйне. Минең сығыш алдынан “вики-өләсәйҙәр”ҙең видео-сәләме тапшырылды. Улар семинарҙа ҡатнашыусыларға уңышлы эш һәм Дағстан телдәрендәге проекттарға яңы ҡатнашыу­сылар килеүен теләне.
Мин иһә сығышымда башҡорт телендә мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар, үҫмерҙәр, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн баҫмалар булыуын, башҡорт телендә район гәзиттәре сығыуы, тәүлек әйләнәһенә эшләгән радио-телевидение тураһында һөйләнем. Артабан Википедияла ваҡытын файҙалы үткәргән, социаль селтәрҙәрҙә ваҡытын бушҡа сарыф итеп ултырырға теләмәгән, хәҙер пенсия йәшендәге журналистар, уҡытыусылар эшләүе тураһында һөйләнем. “Викимедиа РУ” директоры Владимир Медейко, башҡорттар баш­ҡарған эш супер-уңышлы, уларҙың тәжрибәһен башҡа проекттарға ла таратырға кәрәк, тип билдәләне.
Андрей Петров яҙыусыларҙың эрзя телендәге юзер-төркөмө тураһында һөйләне. Үҙенең сығышында:
– Беҙ Дағстан телдәрендә ирекле белемде таратыусы урындағы халыҡ вәкил­дәренән торған йондоҙсоҡтар ҡабыҙырға килдек. Рәсәй күп милләтле, һәм беҙ һанлы мәғлүмәт осоронда туғандарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Рәсәй телдәрендә тағы ла бер юзер-төркөм барлыҡҡа килер тип ышанам, һәм был Дағстан викимедиа­сылары төркөмө булыуын теләр инем, – тине.
– Урындағы йәмәғәтселектең Википедия әүҙемселәре менән берлектә эшләргә теләүен күреп һөйөндөм. 2017 йылдың аҙағына тиклем мәктәп дирекцияһы менән бәйләнеш булдырып, төпкөлдәге ауыл мәктәбендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн семинар үткәрәсәкмен. Пландарым тормошҡа ашһа, мәктәп уҡыусылары уҡы­тыусылар менән берлектә википедияға мәҡәләләр яҙасаҡ. Был тәжрибә илдең башҡа төбәктәренә лә таратыласаҡ. Мин бында төрлө халыҡ вәкилдәре менән аралашҡас, Рәсәй телдәрендә яҙыусы яңы ҡатнашыусылар һәм яңы мәҡәләләр булыр тигән өмөт бар, – тип билдәләне Лезгин википедияһы администраторы Олег Абарников.
Дағстан Республикаһы халҡы дүрт тел бүлегенә ҡараған 39 телдә һөйләшә, 14 тел формаль булһа ла, рәсми тел статусына эйә. Телдәрҙең сыбарлығы быуаттар буйы барған эндогамия, йәғни бер ҡәбилә эсендә генә өйләнешеү нормаһы менән бәйле. Дағстанда тик үҙеңдең ауылыңдан ғына кәләш алырға мөмкин булған, ауылдар шулай быуаттар буйы изоляцияла йәшәгән, туғандаш телдәр ҙә бер-береһен аңламаҫлыҡ булып ныҡ айырылған.
Хәҙерге ваҡытта Дағстандың авар, лак һәм лезгин телдәрендә Википедия эшләп килә. Амил Саркаров Дағстан шарттарында туған телде һаҡлау үтә лә ауыр булыуы тураһында һөйләне. “Ҡатнашыу­сылар әҙ булыуға ҡарамаҫтан, семинар бик уңышлы эшләне. Минеңсә, семинар Википедия нисек урындағы халыҡҡа ярҙам итә ала тигән һорауға яуап бирҙе. Был сараға килгән рус, башҡорт, эрзя, лезгин википедиялары вәкилдәренә рәхмәтемде белдерәм. Был семинар Дағстан халыҡ­тары өсөн телдең абруйын һәм ҡулланыу мөмкинлектәрен күтәрә торған ҙур ваҡиға булды. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына Дағстан телдәрендә яҙыусылар өсөн юзер-төркөм ойошторолор тип ышанам. Бының өсөн күп эшләргә, яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк буласаҡ. Беренсе сиратта, милли интеллигенция вәкилдәре, мәктәп директорҙары, туған тел уҡытыусылары менән тығыҙ эшләйәсәкбеҙ”, – тип тамамланы сығышын “Дербент” фонды етәксеһе урынбаҫары.
Ойоштороусылар Дербент диуарына һәм Нарын-ҡалаһы нығытмаһына экскурсия ойошторҙо. Бынан 15 быуат элек сәсә­ниҙәр Кавказ тауы һәм Каспий диңгеҙе ара­һындағы тар ғына урында дошман­дарҙан һаҡланыу өсөн стена төҙөгән. Бер-береһенән 300 метр арауыҡтағы ике параллель стена тау битенән алып диңгеҙгәсә һуҙылған. Стенаның бейеклеге – 12 метр, оҙонлоғо – 3 километр самаһы. Хәҙерге көндә стена өлөшләтә генә һаҡланған. Стена эсендә Нарын-ҡала нығытмаһы урынлаш­ҡан. Ҡәлғә стенаға ҡарағанда яҡшыраҡ һаҡ­ланған. Уның биләмәһендәге һыу һаҡ­лағыс, мунса һәм башҡа боронғо ҡорамдар менән танышҡас, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Махачкала аэропортында бер ханым­дың балалары менән һөйләшкәнен ишеттем. Иғтибарһыҙ ғына тыңлағанда беҙҙең яҡтан килгән кеше тип уйларға була ине, интонация-баҫым беҙҙең телдәге кеүек. Тик беҙҙең халыҡтың менталитеты бөтөн­ләй башҡа, улар аэропортта ҡысҡырып үҙ телендә һөйләшмәй, русса ла шым ғына һөйләшә. “Һеҙ ниндәй телдә һөйлә­шәһегеҙ, мин барыһын да аңлайым”, – тип өндәштем. Минең ҡайҙан килеүемде һорашҡас, “Ҡумыҡ, беҙҙе лә ҡыпсаҡ тип йөрөтәләр”, – тине ханым.
Шулай итеп, Кавказда беренсе вики-семинар тамамланды. Хәҙерге глобализация осоронда тел мотлаҡ Интернетта ла булырға тейеш һәм Дағстан телдәре лә бында үҙ урынын алырға тейеш. Вики-семинар Интернетта Дағстан телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итте һәм бында минең дә өлөшөм бар, тип әйтә алам.