Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт википедияһы – Дәүләт Думаһы депутатының иғтибар үҙәгендә
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин төбәк аҙнаһы сиктәрендә граждандарҙы ҡабул иткәндә, уға Башҡорт википедияһы ирекмәндәре лә мөрәжәғәт итте һәм бөгөнгө хәл-торошта башҡорт телен үҫтереү, уны донъя киңлегенә сығарыу, йәштәрҙә генә түгел, донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙә башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йүнәлешендә интернет ресурстарын файҙаланыу буйынса үҙҙәренең уй-фекерен еткерҙе һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы.


Үҙ сиратында Рәмзил Рафаил улы, википедиясыларҙың Өфө ҡалаһының “Иҙел” кафеһында үткән викиосрашыуына килеп, йәнле аралашыуҙа ҡатнашты.
Башҡорт википедияһы ирекмәндәре өсөн дә сентябрь яңы “уҡыу йылы” башы булып тора, сөнки тап 1 сентябрҙән Рә­сәйҙә генә түгел, донъяла популярлыҡ яу­лай барған “Башҡортостан-100” супер-марафонының өсөнсө этабы башланды, шул уҡ ваҡытта Азербайжан википедия­һын­да Башҡортостан айлығы үтә, ә 11 – 17 сентябрь Рус википедияһында, Европа төбәктәренең тематик аҙналығына ярашлы, Башҡортостанға арнала. Бынан тыш, башҡорт Вики-дәреслеге, ҡабаттан тер­геҙелеп, эш башланы. Шулай уҡ 14-15 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк Вики-конфе­ренцияға барыу мәсьәләһе ҡаралды һәм вәкилдәр исемлеге раҫланды.
Рәмзил Рафаил улы Дәүләт Думаһы тарафынан әҙерләнгән, әммә һаманғаса ҡабул ителмәгән ирекмәнлек тураһында федераль закон проекты хаҡында һөй­ләне һәм уның буйынса фекер алышырға саҡырҙы. Шулай уҡ бөгөн башҡорт телендә 40 мең самаһы энциклопедик мәҡәлә тупланған Башҡорт википедияһының әһәмиәтен билдәләп, уны тулыландырыу процесын тиҙләтеү кәрәклеген дә билдә­ләне һәм был эштә мөмкин тиклем ярҙам итәсәген белдерҙе.
– Электрон энциклопедия ярҙамында кешеләрҙең Башҡортостан, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, тыуған яғыбыҙҙың данлы осорҙары тураһындағы барлыҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә башҡорт телендә эҙләп табыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Бөгөн туған телде заманса аралашыу сараларын – интернетты файҙаланмайынса алға ебәреүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай уҡ донъялағы барлыҡ белемде үҙенә туплаған бындай ирекле энциклопе­дия мәктәп уҡыусыларына башҡорт те­лендә яңы белем тупларға һәм туған тел­дә уҡырға ярҙам итәсәк. Ябай халыҡ та, теләге булғанда, үҙенә яңы нәмә аласаҡ, донъяға ҡарашын киңәйтәсәк. Беҙ был ресурс үҫһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Рәмзил Ишһарин.
Әйткәндәй, был тема бер бөгөн генә күтәрелмәй. 2012 йылдың 20 мартында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында “Асыҡ дәүләт һәм граждандар йәмғиәте төҙөү юлында Баш­ҡортостан Республикаһында мәғлүмә­ти интернет-ресурстарын үҫтереү” тигән те­маға түңәрәк ҡор үткәрелеп, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғлү­мәт сәйәсәте секцияһында ла был мәсьәлә күтәрелде, резолюциялар ҡабул ителде... һәм шуның менән барыһы ла онотолдо. Әммә эшмәкәрлек туҡталып ҡалманы, ул ирекмәндәр көсө менән яйлап ҡына дауам итә. Был йүнәлеште РФ Дәүләт Думаһы де­пу­таты үҙ контроленә алғас, бәлки, ки­лә­сәктә эш алға китер тигән өмөт бар.

Автор: З. ӘЙЛЕ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Аҡмал эпосты өс телдә белә

Аҡмал эпосты өс телдә белә 12.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Силәбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына...

Тотош уҡырға 110

“Аманат”тан ҡалыр аманат!

“Аманат”тан ҡалыр аманат! 01.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Тыуған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, йәнтөйәккә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас....

Тотош уҡырға 129

Әйтер һүҙҙәре бар.  Ишетергә генә кәрәк
Тамырҙарым — тыуған еремдә

Тамырҙарым — тыуған еремдә 18.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

“Башҡортостан! Уйсан тауҙар иле! Сал тарихы аҡыл иңләмәҫ....

Тотош уҡырға 143

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал!

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал! 16.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

20-30 йылдан башҡорттоң тормошо нисек үҙгәрер? Демография хәле нисек булыр ҙа, башҡорт телендә...

Тотош уҡырға 193

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж 30.12.2018 // Ҡоролтай тауышы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан һанлаштырыу буйынса белгестәр...

Тотош уҡырға 171

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!”

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!” 26.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, “Йөрәк һүҙем...

Тотош уҡырға 219

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының...

Тотош уҡырға 275

Башҡорт йәштәре төрлө  милләт вәкилдәрен туплай

Башҡорт йәштәре төрлө милләт вәкилдәрен туплай 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Ошо көндәрҙә Татарстандың башҡорт йәштәре ҡоролтайы “Braing ring” тигән интеллектуаль уйын үткәрҙе....

Тотош уҡырға 233

Мең ере – мең берлеге

Мең ере – мең берлеге 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Хөрмәтле дуҫтар, иптәштәр, туғандар – Мең ҡәүеме ырыуҙарының III йыйынында ҡатнашыусы делегаттар...

Тотош уҡырға 389

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Мин Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫкәнмен, БДУ-ның тарих факультетын уңышлы тамамлап,...

Тотош уҡырға 317

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Белеүегеҙсә, ҡырҡ өйлөләргә Шишмә, Дәүләкән райондарының күп кенә ауылдары инә. Борон уларҙың төп...

Тотош уҡырға 339