Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Википедияға булған дәғүәләргә яуап
Донъяла киң билдәлелек яулаған интернет энциклопедияһы “Википедия”ға йәмәғәтселектең иғтибары артыу менән бергә уға белдергән дәғүәләр ҙә күбәйә бара. Ун ике йыллыҡ тәжрибәле белгес булараҡ, дәғүәләр сәбәбенә төшөнөргә, проект ҡағиҙәләренә таянып, уларҙы хәл итергә йәки хәл итеү юлдарын аңлатырға тырышам, сөнки күп осраҡтарҙа ризаһыҙлыҡ нигеҙе Википедияла түгел, ә ул ҡулланған мәғлүмәт сығанаҡтарының бәхәсле булыуында һәм дәғүәселәрҙең был бәхәсте беҙ хәл итергә тейеш тип уйлауында. Википедия асылын аңлап етмәүҙән, ҡәҙимге баҫма сығанаҡтар менән тиңләүҙән тыуа ундай дәғүәләр. Шуға күрә төп тәғлимәттәрҙе йыш осраған ризаһыҙлыҡтар аша аңлатып үтергә булдым.

1-се дәғүә: “Сейле-бешле мәҡәләләрҙе ниңә Википедияға ҡуяһығыҙ?”

Яуап: Википедия “постмодерация” ҡағиҙәһе нигеҙендә эшләй. Тулайым алғанда, Википедия тамамланған проект түгел, айырым мәҡәләләр генә тамамланған була ала. “Сейле-бешле” мәҡәләләрҙе мөхәррирләү дауам итә, был эш бер ни тиклем ваҡытҡа, хатта бер нисә йылға һуҙылырға мөмкин. Тәжрибәле википедистар тамамланмаған мәҡәләләр нәшер итмәй. Яңы башлаған мөхәррирҙәр шулай яҙышырға өйрәнә.
Хәл итеү юлы: “Сейле-бешле” мәҡәләгә “Тамамланмаған мәҡәлә” ҡалыбын ҡуйығыҙ. Тамамланмаған мәҡәләләрҙе мөхәррирләүгә күберәк кеше йәлеп итегеҙ. Ирекмән мөхәррирҙәр рәтен тулыландырығыҙ.
2-се дәғүә: “Википедияла дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт яҙылған. Ниңә хатаны инҡар итмәйһегеҙ, дөрөҫлөктө иҫбатламайһығыҙ?”
Яуап: Википедия – икенсел сығанаҡ, башҡа абруйлы сығанаҡтарға һылтанған, уларҙа яҙылған мәғлүмәткә нигеҙләнгән мәҡәләләр нәшер итә. Беренсел сығанаҡтарҙа дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте инҡар итеү, дөрөҫлөктө иҫбатлау менән википедистар шөғөлләнмәй. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә нигеҙләнгән бәхәсле мәҡәләләр уртаҡ ҡарашлы булырға тейеш.
Хәл итеү юлы: Дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт тураһында дәғүәгеҙҙе беренсел сығанаҡҡа ебәрегеҙ. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә нигеҙләнгән бәхәсле мәҡәләләр буйынса фекер алышырға абруйлы белгестәрҙе саҡырығыҙ.
3-сө дәғүә: “Википедияның хакимдары популяр йәш яҙыусы тураһындағы мәҡә­ләмде юйҙы!”
Яуап: Һеҙ һәм уның уҡыусылары ғына белгән “популяр йәш яҙыусы” тураһында башҡа абруйлы сығанаҡтарҙа мәғлүмәт юҡ. Һеҙ Википедияны беренсел сығанаҡ итеп ҡулландығыҙ, ә улай ярамай. Википедияға башҡа абруйлы сығанаҡтарға һылтанған мәҡәлә генә тәҡдим итергә.
Хәл итеү юлы: “Популяр йәш яҙыусы” тураһында абруйлы сығанаҡтарҙа мәғлүмәт баҫылғандан һуң ғына Википедияға мәҡәлә яҙығыҙ.
4-се дәғүә: “Википедияға гәзиттә (журналда) сыҡҡан мәҡәләмде ҡуймайһығыҙ!”
Яуап: Википедияла гәзит мәҡәләләре нәшер ителмәй, унда энциклопедия тәртибендә яҙылған мәҡәләләр ҡуйыла. Гәзиттә баҫтырылған мәҡәләгә эстәлеге тура килгән Википедия мәҡәләһенән һылтанма яһарға мөмкин.
Хәл итеү юлы: Йөкмәткеһе тура килгән Википедия мәҡәләһенән үҙегеҙҙең мәҡәләгеҙгә һылтанма яһағыҙ. Мәҡәләгеҙҙе “йәмғиәт милке”нә күсереп, “автор милке”нең матди өлөшөнән баш тартһағыҙ, Викидәреслек йәки Викикитапхана проектына тейәгеҙ.
5-се дәғүә: “Һеҙ – халыҡ дошманы! Сит ил проектына хеҙмәт итәһегеҙ!”
Яуап: Донъяның һәр ҡитғаһында йәшәгән 300-гә яҡын милләт телендә Википедия бүлеге бар. Улар араһында туған телебеҙҙәге бүлектең абруй яулауы башҡорт халҡына, башҡорт теленә мәртәбә генә өҫтәй. Сит илдә Википедияның техник өлөшө — серверҙар ғына тора, ә эстәлеген башҡорт телен белгән һәм белергә теләгән ирекмәндәр тултыра.
Хәл итеү юлы: Википедияла яҙышмау өсөн сәбәп эҙләмәгеҙ, ә халҡыбыҙ, туған телебеҙ мәнфәғәтен ҡурсалау яйын табығыҙ! Рәсәйҙә серверҙар ҡуйҙырыу өсөн проектҡа матди ярҙам итегеҙ.

Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт Википедияһы ирекмәне.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мең ере – мең берлеге

Мең ере – мең берлеге 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Хөрмәтле дуҫтар, иптәштәр, туғандар – Мең ҡәүеме ырыуҙарының III йыйынында ҡатнашыусы делегаттар...

Тотош уҡырға 210

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Мин Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫкәнмен, БДУ-ның тарих факультетын уңышлы тамамлап,...

Тотош уҡырға 171

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Белеүегеҙсә, ҡырҡ өйлөләргә Шишмә, Дәүләкән райондарының күп кенә ауылдары инә. Борон уларҙың төп...

Тотош уҡырға 172

беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙы

беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙы 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

14 апрелдә Өфөлә башҡорттарҙың иң ҙур ырыуҙарының береһе булған Мең ҡәүеме үҙенең өсөнсө йыйынын...

Тотош уҡырға 172

Һоҡланғыс әсә лә ул...

Һоҡланғыс әсә лә ул... 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Нурия апай Хәкимованың йөҙөнән нур бөркөлөп торған кеүек. Күңеленең матурлығы, эскерһеҙлеге,...

Тотош уҡырға 196

Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ!

Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ! 30.03.2018 // Ҡоролтай тауышы

Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстә Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 271

Борай кантоны феномены

Борай кантоны феномены 30.03.2018 // Ҡоролтай тауышы

Рәсәй Федерацияһына нигеҙ һалған Башҡорт автономияһы хаҡында һүҙ сыҡҡанда, беҙ күберәк Көньяҡ Урал...

Тотош уҡырға 1 073

Булыр илдең балаһы...

Булыр илдең балаһы... 30.03.2018 // Ҡоролтай тауышы

Баймаҡ районының Аҡморон ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы ауылдарҙы төҙөкләндереү, халыҡтың...

Тотош уҡырға 261

Кузнецов артылышы

Кузнецов артылышы 23.02.2018 // Ҡоролтай тауышы

1930 йылдар башында илдә репрессиялар башлана. Йорт хужаһы Ғаззали өлкән улы Әхтәм менән шундай...

Тотош уҡырға 202

Халыҡ йәнле Халиҡов

Халыҡ йәнле Халиҡов 23.02.2018 // Ҡоролтай тауышы

Бүздәктә мәктәп уҡыусылары араһында тәүге тапҡыр “Халиҡов уҡыуҙары” үтте....

Тотош уҡырға 196

Борай автономияһы һәм уның тарихи әһәмиәте

Борай автономияһы һәм уның тарихи әһәмиәте 23.02.2018 // Ҡоролтай тауышы

Бөгөнгө хәлендә Башҡорт Республикаһының барлыҡҡа килеүе бер көнлөк кенә эш булмаған. Ул Граждандар...

Тотош уҡырға 263

“Ғилмияза” — Пермь башҡорттарының йөҙөк ҡашы

“Ғилмияза” — Пермь башҡорттарының йөҙөк ҡашы 23.02.2018 // Ҡоролтай тауышы

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Чернушка ҡалаһы “Нефтсе” мәҙәниәт үҙәге ҡарамағындағы “Ғилмияза”...

Тотош уҡырға 188