Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ!

30-03-2018, 00:03 // Ҡоролтай тауышы // Баҫып сығарырға
Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ!Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстә Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан “Берҙәмлектә — көс!” форумы үтте. Сарала республиканың башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, 16 район һәм ҡаланың ҡоролтай етәкселәре һәм ағзалары, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

– Арҡаҙаштарым минең! Февраль революцияһынан һуң бик күп эш атҡарҙыҡ. Бер түгел, ике ҡоролтай йыйҙыҡ, ике дивизиянан, бер полктан ғәскәр төҙөнөк. Башҡорт автономияһын булдырыу, аҫабалығыбыҙ, динебеҙ, милли территориаль азатлығыбыҙ өсөн күп көс һалдыҡ! Хәҙер мәмләкәттә тәртипһеҙлек! Большевиктар бөтә халыҡтарға ирек бирә, ләкин тәртипһеҙлек менән бергә бирә. Башҡорт халҡы бындай бүләкте ҡабул итә алмай. Башҡорттар бер-береһе менән һуғышырға тейеш түгел, сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул – башҡорт! – Зәки Вәлиди Бөрйән-Түңгәүер кантиспол­комының административ үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан балкондан милләттәштәренә шулай тип өндәште.
Арҡаҙашы янында баҫып торған Муса Мортазин да тыныс ҡала алманы: “Күрше халыҡтар менән кәңәш ҡороп булмаҫмы? Улар ҙа башҡорттар менән бергә эшкә тотоноп, мөхтәриәт алыу юлында булырға тейеш”, – тине. Шәйехзада Бабичтың: “Иптәштәр, ике миллионлы башҡорт хал­ҡының, юҡ-бар сәйәси уйындарға ҡыҫы­лып, уйынсыҡ булыуы мөмкин түгел. Беҙ­ҙең сәйәсәт – фәҡәт тупраҡлы мөхтәриәт алыу. Керенский хөкүмәте беҙҙең теләк­тәрҙе атҡарырға ашыҡмаһа ла, беҙ халҡы­быҙҙы ойоштороп бөттөк”, – тигән һүҙҙәре һәм ялҡынлы шиғыры Зәки Вәлидиҙе дәртләндереп ебәрҙе, милли идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғәскәрҙәрҙе тупларға, башҡорт автономияһын раҫлау, парламент төҙөү өсөн башҡорттар ҡорол­тайын йыйырға фарман бирҙе һәм үҙенең Мәскәүгә юлланыуын әйтте. “Маҡсатым – Лениндың үҙен күреп һөйләшеү. Башҡорт йөмһүриәтенең киләсәге – фәҡәт беҙҙең ҡулда! Халҡыбыҙ яҙмышын билдәләр осорҙа беҙҙең кеүек сая егеттәргә йоҡлап ятыу килешмәҫ! Нисәмә быуаттар буйына халҡыбыҙ үҙенең бойондороҡһоҙ, үҙаллы дәүләтен төҙөргә тырышты. Азатлыҡ, ирек өсөн күпме яуҙар ҡубарылып, күпме батыр башын һалды! Уянырға ваҡыт, иптәштәр!”
...А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт академия драма театры актер­ҙары башҡарыуындағы театр­лаштырылған тамашала “Әхмәтзәки Вәлиди”ҙең Темәс­тәге Хөкүмәт бинаһынан Башҡортос­тандың мөстәҡиллеге хаҡында иғлан итеүе башҡортмон тигән бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Бигерәк тә хәрби кейем­дәрҙә ҡандай ал байраҡ һәм Башҡортостан флагын тотҡан башҡорт ғәскәрҙәренең ҡунаҡтарҙы Баймаҡ районы сигенән ҡаршы алыуы һәм Темәс урамынан үтеүе үҙенсәлекле булды. Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов тырыш­лығы менән ойошторолған тарихи реконструкция форумда ҡатнашыусыларҙы, ысынлап та, теүәл бер быуат элекке за­манға алып ҡайтты. Форумда ҡатнашыу­сылар Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды, тәрән тәьҫораттар ме­нән элекке Хөкүмәт бинаһында урынлаш­ҡан Темәс тарихи-мәҙәни музейына сәйәхәт ҡылды.
Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ!Сараның төп өлөшө Темәс мәҙәниәт йортонда үткән Башҡортостан Респуб­ликаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған “Берҙәмлектә – көс!” форумы булды. Уны Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы ойошторҙо.
Бинаның фойеһын халыҡ кәсепселеге күргәҙмәһе биҙәй: ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, ағастан һырлап эшләнгән биҙәү-ҡулланма сәнғәт, аш-һыу, ҡул эштәре өлгөләре һ.б. Мәҫәлән, Һаҡмар ауылынан Сания инәй Абдуллина хәситә, әмәйҙек, селтәр, тәңкә­ле яға, тәңкәле иҙеү, ҡашмау эшләп алып килгән. Уға ауылдашы, Сибай Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Фәниә Сарбулатова көҙ айҙарында ғына ошондай биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Сәмле ханым эләктереп алып, бер нисә ай эсендә ошондай күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәү әйберҙәрен эшләп, күргәҙмәгә алып килгән.
– Мин үҙемә ир-егеттәр өсөн түбәтәйҙе тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Өләсәйем һөйләүе буйынса, уны ете ҡат сепрәк һалып күбегәндәр, шунан ғына түбәтәй итеп теккәндәр. Был баш кейеме ҡышын да, йәйен дә эҫе тейеүҙән, һыуыҡтан, атта сапҡанда елдән һаҡлаған, – ти Сания инәй.
Үҙ ҡулдары менән башҡорт музыка ҡоралдары эшләп, хеҙмәт емештәрен күргәҙмә-һатыуға алып килгән Салауат Баймөхәмәтов янында туҡталам. Ағай, сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан булһа ла, әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәй икән. “Ҡурайҙы саған ағасынан, ә думбыра, мандолина, скрипканы тулҡынлы сағандан эшләйем. Ул беҙҙең яҡта юҡ, Канадала үҫә. Улар өсөн чехолды ла үҙем тегәм”, – тип күргәҙмәгә ҡуйылған ҡоралдар менән таныштырҙы. Ул был шөғөлгә 1993 йылда тотонған.
Форумды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов асып, сарала һөйләшеү Рәсәйҙе һаҡлап алып ҡалған һәм Рәсәйҙең бөгөнгө үҫешендә ҙур урын алып торған башҡорт халҡы тураһында барасағын белдерҙе. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡунаҡтарҙы тәбрикләне, Башҡорт АССР-ының тәүге баш ҡалаһы Темәстең бөгөнгө йәшәйеше хаҡында һөйләне.
Тарихсы, БР Дәүләт китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин сығышында башҡорт халҡының борондан, Сыңғыҙ хан заманынан уҡ, үҙаллылыҡҡа ынтылыуы һәм Рәсәйгә ҡурҡыныс янаған мәлдәрҙә башҡорттарҙың ысын патриоттар булып ҡалыуы тарихын бәйән итте, РСФСР дәүләтендә Башҡортостандың тәүге республика булыуын төплө дәлилдәр менән аңлатты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы­ның башҡорт халыҡ тарихы буйынса комиссияһы рәйесе, БДУ-ның тарих, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев: “Ни өсөн башҡорттар беренсе булып автономия яулай? Сөнки уларҙың сәйәси мәҙәниәте юғары булған. Халҡыбыҙ аслыҡҡа ла, һуғышҡа ла бирешмәгән, әлеге ауырлыҡ­тарҙы ла еңәсәкбеҙ. Общиналы халыҡ булараҡ, кооперативтарға ойошорға тейешбеҙ”, – тип тарихи күҙлектән киләсәккә лә фараздар ҡорҙо.
БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов үҙ сығышында аҫабалыҡ хоҡуғы төшөнсәһенә бик ентекле аңлатма бирҙе. Тарихсы Айҙар Мәжитовтың сығышы киләсәк быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙә мәктәп музейҙарының роле тураһында булды.
— Быуындар бәйләнешен һаҡлаусы булараҡ, һәр белем биреү ойошмаһы мәктәп музейын ойошторорға бурыслы. Әлбиттә, музей ойоштороу бер аҙналыҡ, хатта бер айлыҡ эш түгел, бының өсөн тарих уҡытыусыһының, уҡыусы балалар­ҙың, ауыл кешеләренең әүҙем ярҙамы кәрәк. Иң мөһиме, экспонат, төрлө мәғлү­мәт­тәр йыйыуҙы кешеләрҙең дөрөҫ аңла­уы мөһим һәм һөҙөмтәләр көттөрмәйәсәк. Бынан бер нисә йыл элек Билал ауылынан 1930 йылғы Мәҙинә Бикбаева инәй: “Улым, урамымда туп йәҙрәһе ята, музейыңа алып ҡуй”, – тигәс, ололар һүҙен йыҡмай, инеп алып сыҡтым. Тәү ҡарамаҡҡа тимер шар инде, бәлки, балыҡсыларҙың якорь урынына ҡулланылған, йә булмаһа, тимер ҡапҡа бағанаһы башына һалып ҡуя торған шарҙыр тип үҙемдең урамыма ташлап ҡуйҙым. Шар тегеләй ҙә былай бер йыл тәгәрәп йөрөнө, уның өҫтөндә бесән сап­ҡыс сигменттарын сүкеп тә булаштым… Күпмелер ваҡыттан һуң Республика милли музейында тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең семинары һуңынан үткәрелгән экскурсия ваҡытында витринала ятҡан теге шар-йәҙ­рәне күреп аптырап ҡалдым, минең экспонат менән ифрат оҡшаш, хатта ғәҙәти һырҙары ла тап килә ине. Шулай итеп, оло инәй XVII – XVIII быуат ҡомартҡыһын таный, ә үҙен профессиональ, юғары белемле тарихсы тип иҫәпләп, хатта ғорур­ланып йөрөгән ир белмәй, оят булып китте…
Донъяла ниндәй генә төр музейҙар юҡ: хәрби дан, тыуған яҡты өйрәнеү, хатта һыу музейы, икмәк музейы кеүек үҙенсәлеклеләре бар. Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең Ҡурай музейын да ошо исемлеккә индерергә булалыр. Миңә тарихи тергеҙеүсе төньяҡ амуры булып Германия, Чехия, Франция, Калининград, Ростов өлкәләре музейҙарын ҡарау бәхете тейҙе. Шулай ҙа иң ныҡ тәьҫир алғаным Париж ҡалаһында Наполеон музейында булғандыр, сөнки башҡорт казагы тоҡомо булараҡ, Бөйөк Наполеондың мәрмәр табутын күргән саҡта бынан 200 йыл элек яугир олатайҙар кисергән еңеү тойғоһон кисерҙем һәм шул мәлдә башыма кинәт бер уй килде – был яҡты донъяға Аллаһ Тәғәләнең башҡорт итеп яратыуына рәхмәттәр уҡыным, иңемә ятҡан тарихи миссиямды аңлап, зиһенем асылды”, — тип һөйләне Айҙар Рәйес улы. Ул 1998 йылда Өмөтбай мәктәбендә “Мираҫ” исемендәге музей ойошторған. Музей фондында неолит осоро таш балтаһы, сармат хәнйәр-ҡылыстары, бронза уҡ башаҡтары, еҙ-көмөш өҙәнге кеүек экспонаттар һаҡлана. Мәктәп музейы республиканың ғалимдары менән бәйләнеш тота, мәрхүм профессор Рим Янғужин, Айбулат Янғужин, академик Нияз Мәжитов, Мәскәү профессоры Игор Кызласов, офтальмолог Эрнст Мулдашев, БДУ археологтары Әлфиә Солтанова, Флорид Сөнәғәтов, Данир Ғәйнуллин, Салауат Хәмиҙуллин, БСТ-ның “Следопыт”, “Башҡорттар” тапшырыуы авторҙары музейҙа була, уҡыусылар менән осраша.
“Урал” башҡорт халыҡ үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Риф Иҫәнов башҡорт тархандары ойошмаһы тураһында һөйләне. “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова БДИ арҡаһында телгә иғтибарҙың кәмеүе хаҡында әсенеп әйтте. “Бөгөнгө йәшәйешебеҙ айсбергтың өҫкө өлөшө булһа, уның шаңдауы балаларыбыҙҙа сағылыш табасаҡ. Заман түгел, ә үҙебеҙ үҙгәрҙек, БДИ тип халҡыбыҙ тарихынан быуаттар буйы һынау үткән традицияларыбыҙҙан ситләштек. Балалар, ҡарттар йорттары барлыҡҡа килде. Шул — айсбергтың күренмәгән өлөшө ул. Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ. Тормошто үҙгәртәм тиһәк, үҙебеҙҙән башлайыҡ!” – тип өндәште Рәйсә ханым.
Баймаҡ район Советы янындағы йәштәр парламенты ағзаһы, БР Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы вәкиле Ильяс Ҡасҡынов “Ҡымыҙ-Брейк”, “Аҫылташ” кеүек йәштәр форумдарында ҡатнашҡандан һуң ҡанатланып үҙе уҡыған Сибай ҡалаһында Баймаҡ йәштәре берлеген ойошторған. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов үҙ милләтенә тоғро патриот йәштәребеҙҙең Башҡортостанда ғына түгел, уның сиктәрендә лә күп булыуы, улар менән йыш осрашырға тура килеүе хаҡында һөйләне. Бигерәк тә Краснокама районынан төньяҡ-көнбайыш башҡорто — Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорт­тарҙың данлыҡлы Гәрәй ырыуы вәкиле Илдархан Мутиндың вариҫы Радик Бәх­тиев­тең сығышы үтә лә әсенеүле булды:
— Беҙҙең Гәрәй, Ирәкте, Ҡырғыҙ, Йылан ырыуҙары һәм башҡа төньяҡ-көнбайышта йәшәгән халыҡ үҙҙәренең балаларын: “Барығыҙ, һеҙ – башҡорттар, башҡорт халҡы менән бергә булығыҙ”, – тип өгөтләп Өфөгә уҡырға ебәрә. Ә Өфөлә беҙҙең балаларҙы “татар” тип әйтәләр, улар илап ҡайта! Беҙгә ҡыйын! Беҙҙе 100 йыл башҡорт тип һанамайһығыҙ! Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында беҙҙең олатайҙар бергә һуғышҡан. Уғаса Гәрәй ырыуы башҡорттары Мутиндар ошо Башҡорт автономияһын төҙөгәндә иң беренсе торған! Хәҙерҙән булһа ла беҙҙе башҡорт тип һанай башлағыҙ, зинһар! – тип илай яҙып өндәште.
Темәс ауылы аҡһаҡалы Сәлимйән Вәлиев башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сыҡҡан урынында стела ҡуйырға, 100 йыллыҡты ҡаршылаған көндәрҙә атлы кавалерия төҙөп, реконструкция үткәреү тәҡдимен индерҙе. Әмир Ишемғолов, йомғаҡ яһап, башҡорт телен һәм тарихын өйрәтеү методикаһын үҙгәртергә, 100 йыллыҡ уңайынан республика ҡала-райондарына һыбайлы маршрут эшләргә тәҡдим итте. Форумдың резолюцияһы ҡабул ителде.
Артабан форумда ҡатнашыусылар Баймаҡ халыҡ һәм балалар ижады ижады үҙәге артистарының, баш ҡала ҡунаҡтары – “Каруан” эстрада төркөмө, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париждың рухлы сығышын дәртләнеп тамаша ҡылды.
...Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған “Берҙәмлектә — көс!” форумы тамам. Әммә ҡан ҡойоштар аша яулап алынған азатлығыбыҙҙы киләһе быуынға танытыу, тарихты мәңгеләштереү буйынса атҡараһы эштәр башлана ғына әле.