Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аманат”тан ҡалыр аманат!
Тыуған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, йәнтөйәккә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас. Күрше Татарс­тандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән мил­ләттәш­тәребеҙ быны яҡшы аңлай, тоя һәм хыялдарын тормошҡа ашыра.

Бында “Шоңҡар” баш­ҡорт ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә күп кенә йылдар уҙған. Шул дәүерҙә милләт­тәштәребеҙ Татарстанда, Башҡорт­остан­да үткән күп сараларҙа ҡат­на­шып, еңеү­ҙәр яулаған. Мәҫә­лән, “Гөл­нәзирә” фольклор ансамбле халыҡ исемен яулап, йыл һайын концерт ойоштора. “Шоңҡар” ойошма­һын­да 30-ҙан артыҡ кеше шө­ғөлләнә. Йылдар ара­һын­да уларҙың һаны үҙгә­реп торһа ла, төп исем­лек­тә иң әүҙем­дәре ҡала килә. Рәмилә Йосопова, Рауза Мусина, Миң­зәлә Ғүмә­ро­ва, Ғәйнетдин Хисамов, Фәриҙә Баһаува, Риф Арал­баев, Люциә Солтанова, Айгөл Балаһет­ди­нова, Әнфи­сә Бикбулатова һәм башҡа­лар. Бындағы һәр кеше ижадсы, матур­лыҡты күрә, тоя белә. Күп­тәре шиғыр, әҫәрҙәр ижад итә. Шуны иҫәпкә алып, “Шоңҡар” ойошмаһы әҙәби берләшмә асырға булды.

Уртаҡ фекерҙәрҙе ишетер өсөн беренсе ултырыш үткә­релгәйне лә инде. Уның һө­ҙөмтәһе булараҡ бер­ләш­мәгә исем һайлар өсөн социаль селтәрҙә конкурс иғлан ителде. Финалға өс исем сыҡты – “Уралтау”, “Илһам”, “Аманат”. Шиғри берләш­мә­нең киләсәге, яҙмышы, эшмә­кәрлеге ҡай­һы исем ме­нән дауам итерен иһә икенсе ултырыш билдәләне. Кисәгә ҡунаҡ­тар ҙа саҡы­рыл­ғайны. Унда Татарстан баш­ҡорт­тары ҡоролтайы рә­йесе Ғәли Әхтәр улы Хәсәнов, “Иҙел – Урал” хәйриә фонды етәк­сеһе, шағир Рәҡит Йәүҙәт улы Әбделмәнов, Башҡорт­остан менән Татарстандың дуҫ­лыҡ күперен булдырған “Ағиҙел” ойошмаһы етәк­сеһе Маузир Ғиниәтуллин ҡат­нашты.

Кисәне “Шоңҡар” баш­ҡорт ойошмаһы етәксеһе Рәмилә Йосопова асты. Ойошманың эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итеп, бө­гөнгө интернет сел­тәре ура­тып алған заманда һүҙ ҡәҙеренең кәмей төшөүе, йылы аралашыу етмәүе, хал­ҡыбыҙҙың тел байлы­ғын ке­шеләргә еткереү маҡ­сатында әҙәби берләш­мә­нең кәрәклеге хаҡында әйтте. “Арабыҙҙағы талантлы ижадсыларыбыҙҙың әҫәр­ҙәре киләсәк быуынға ла етһен, үҙебеҙҙең баш­ҡорт телен үҫтереүгә лә өлөшөбөҙ инер!” – тине ул.

Был фекерҙе башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Бала­һет­ди­нова ла күтәреп алды. Уҡыу­сыларға үҙе­беҙҙең автор­ҙарҙың ши­ғыр­ҙарын ятларға бирер инек, тигән тәҡдимен әйтте лә, үҙенең уҡыу­сыһы менән Рауза Муси­наның ике ши­ғырын яттан һөйләне. Фә­ри­ҙә Баһаува ла кисәгә Рә­милә Йосопованың “Ғүме­рем көҙө” шиғырын әҙер­ләп килгәйне. Шиғри күстә­нәсен Миңзәлә Ғүмәрова ла ишеттерҙе.

“Иҙел – Урал” хәйриә фонды етәксеһе, шағир, яҡ­та­шыбыҙ Рәҡит Әбдел­мәнов, был юҫыҡта тәжри­бәле кеше булараҡ, үҙ фе­ке­ре менән уртаҡлашты, тәҡдимдәр ин­дерҙе. Мәҫә­лән, автор­ҙарҙың шиғыр­ҙа­рын йыйын­тыҡ итеп сы­ғарыуға булышлыҡ итәсә­ген белдерҙе, шулай уҡ яңы шиғырҙарын уҡыны.

Маузир Ғиниәтуллин, баш­ҡорт халҡының маҡсат­ҡа өл­гә­шеүсән, тырыш, талантҡа бай­лығын билдә­ләп, был эш­тең барып сығы­рына бер шигем юҡ, тип уңыштар теләне.

Яр Саллы ҡалаһында йә­шәгән милләттәштәребеҙ Клара Ишкилдина, Эльвира Зә­бихуллина ла ойош­маға мот­лаҡ йөрө­йәсәктәрен белдерҙе.
Кисәнең иң тулҡынлан­дырғыс мәле уға исем һай­лау булды. Был эш кисәнең хөрмәтле ҡунағы, Татарс­тан башҡорттарының баш­лығы Ғәли Әхтәр улына тапшырылды. Өс конверт араһынан берәүҙе генә һайлап алып асҡандан һуң, ниһайәт, әҙә­биәт берләш­мәһенә исем ҡушылды. “Аманат” атамаһы еңеүсе булып сыҡты. Был исемде тәҡдим иткән Миңзәлә Ғүмәроваға рәхмәт йөҙөнән бүләк тапшырылды.

Кисә йыр-моң менән үре­леп барҙы. Гөлүзә Буранбаева менән Рәмил Кә­римов башҡарыуындағы моңло йырҙар ихлас ал­ҡыш­тарға күмелде. Артабан түңәрәк өҫтәл янында йылы әңгәмә, һөйләшеү дауам итте. Баш­ҡорт ойош­ма­һының “Аманат” әҙәби берләшмәһенең әҫәр­ҙәре йәш быуынға аманат булып яңғыраһын, тигән теләктә ҡалды һәр кем һәм киләһе осрашыу көнөн билдәләне. Ә инде төп тема итеп ҙур ғорурлыҡ менән Баш­ҡорт­остан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы һайланды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Аҡмал эпосты өс телдә белә

Аҡмал эпосты өс телдә белә 12.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Силәбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына...

Тотош уҡырға 106

Әйтер һүҙҙәре бар.  Ишетергә генә кәрәк
Тамырҙарым — тыуған еремдә

Тамырҙарым — тыуған еремдә 18.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

“Башҡортостан! Уйсан тауҙар иле! Сал тарихы аҡыл иңләмәҫ....

Тотош уҡырға 138

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал!

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал! 16.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

20-30 йылдан башҡорттоң тормошо нисек үҙгәрер? Демография хәле нисек булыр ҙа, башҡорт телендә...

Тотош уҡырға 188

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж 30.12.2018 // Ҡоролтай тауышы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан һанлаштырыу буйынса белгестәр...

Тотош уҡырға 166

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!”

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!” 26.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, “Йөрәк һүҙем...

Тотош уҡырға 213

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының...

Тотош уҡырға 268

Башҡорт йәштәре төрлө  милләт вәкилдәрен туплай

Башҡорт йәштәре төрлө милләт вәкилдәрен туплай 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Ошо көндәрҙә Татарстандың башҡорт йәштәре ҡоролтайы “Braing ring” тигән интеллектуаль уйын үткәрҙе....

Тотош уҡырға 229

Мең ере – мең берлеге

Мең ере – мең берлеге 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Хөрмәтле дуҫтар, иптәштәр, туғандар – Мең ҡәүеме ырыуҙарының III йыйынында ҡатнашыусы делегаттар...

Тотош уҡырға 386

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан

Ҡаҙанғол ауылы тарихынан 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Мин Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫкәнмен, БДУ-ның тарих факультетын уңышлы тамамлап,...

Тотош уҡырға 313

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше

Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

Белеүегеҙсә, ҡырҡ өйлөләргә Шишмә, Дәүләкән райондарының күп кенә ауылдары инә. Борон уларҙың төп...

Тотош уҡырға 335

беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙы

беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙы 20.04.2018 // Ҡоролтай тауышы

14 апрелдә Өфөлә башҡорттарҙың иң ҙур ырыуҙарының береһе булған Мең ҡәүеме үҙенең өсөнсө йыйынын...

Тотош уҡырға 317