Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауатты данлайбыҙ
Красноуфимск башҡорттары был сараны ойоштороу хыялы менән Салауат Юлаев хаҡында Рәсәй телевидениеһында төрлө фекерҙәр яңғырай башлағас та яна башлағайны. Ниһайәт, Салауат Юлаев, Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшер мәл етте. 

Ошо көндәрҙә Свердловск өлкәһенең Красноуфимск педагогия колледжында “1773 – 1775 йыл­дарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тарихи ваҡиғаһына заманса ҡараш” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция булды. Сараны Красноуфимск ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың педагогия колледжы һәм Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡатнашлығында Урал тимер юлы техникумының Красноуфимск филиалы һәм Красноуфимск баш­ҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. 

Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһы һәм районы, Мәсетле районы уҡыусылары, студенттары һәм педагогтары үҙҙә­ренең төбәгендә Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда булып үткән тарихи ваҡиғалар буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре яҙып, уларҙы ойоштороу комитетына тәҡдим иткәйне. Иң яҡшы тип табылған эштәрҙең авторҙары конфе­ренцияға саҡырылды. 

– “Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы”, “Фольклорҙа Бүгәсәү образы”, “Салауат Юлаев ижады”, “Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ халҡының Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы” һәм “Салауат Юлаев эҙҙәренән” тигән эштәр һайлап алынды. Авторҙар конференцияла уларҙы яҡлап сығыш яһаны. Көн дауамында мауыҡтырғыс интеллектуаль брейн-ринг уйыны һәм “түңәрәк өҫтәл” дә булды, – тип хәбәр итте Красноуфимск ҡоролтайы рәйесе Виталий Ихъяев. 

Сарала Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты аппараты етәк­сеһе Заһир Ишкин, Гәрәй ырыуы башҡорттары етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов ҡатнашты. 

Радик Бәхтиев үҙ сығышында башҡорт ырыуҙары, был төбәктәге халыҡтың ниндәй ырыуға ҡарауы хаҡында һөйләне, Искәндәр Сә­йетбатталов төбәктәге башҡорт теле, диалект үҙенсәлектәре тура­һында телмәр тотто,  ә Заһир Ишкин, бала­ларҙы уңышлы сығыш­тары менән ҡотлап, төбәк ҡорол­тайының эшмә­кәрлеген баһалап, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. 


Автор: Л. АБДУЛЛИНА
Фото: colors.life


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ 22.03.2019 // Ҡоролтай тауышы

Ошо хаҡта белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин....

Тотош уҡырға 347

Халыҡҡа яҡын булырға тейеш

Халыҡҡа яҡын булырға тейеш 22.03.2019 // Ҡоролтай тауышы

Өфөлә "Торатау" конгресс-холында уҙған "Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек" форумы дауам итә....

Тотош уҡырға 302

Тәҡдимеңде ебәр ҙә ҡоролтайға саҡырыу ал!

Тәҡдимеңде ебәр ҙә ҡоролтайға саҡырыу ал! 15.03.2019 // Ҡоролтай тауышы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 143

Аҡмал эпосты өс телдә белә

Аҡмал эпосты өс телдә белә 12.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Силәбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына...

Тотош уҡырға 213

“Аманат”тан ҡалыр аманат!

“Аманат”тан ҡалыр аманат! 01.02.2019 // Ҡоролтай тауышы

Тыуған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, йәнтөйәккә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас....

Тотош уҡырға 222

Әйтер һүҙҙәре бар.  Ишетергә генә кәрәк
Тамырҙарым — тыуған еремдә

Тамырҙарым — тыуған еремдә 18.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

“Башҡортостан! Уйсан тауҙар иле! Сал тарихы аҡыл иңләмәҫ....

Тотош уҡырға 234

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал!

Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал! 16.01.2019 // Ҡоролтай тауышы

20-30 йылдан башҡорттоң тормошо нисек үҙгәрер? Демография хәле нисек булыр ҙа, башҡорт телендә...

Тотош уҡырға 300

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж

Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж 30.12.2018 // Ҡоролтай тауышы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан һанлаштырыу буйынса белгестәр...

Тотош уҡырға 254

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!”

“Йөрәк һүҙем һиңә, Башҡортостан!” 26.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, “Йөрәк һүҙем...

Тотош уҡырға 303

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының...

Тотош уҡырға 373

Башҡорт йәштәре төрлө  милләт вәкилдәрен туплай

Башҡорт йәштәре төрлө милләт вәкилдәрен туплай 23.11.2018 // Ҡоролтай тауышы

Ошо көндәрҙә Татарстандың башҡорт йәштәре ҡоролтайы “Braing ring” тигән интеллектуаль уйын үткәрҙе....

Тотош уҡырға 344