Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрамығыҙ менән.
Байрамығыҙ менән.Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡо­нан уянған, урамдарҙа йырлап гөрләүектәр йүгергән апрель айында һеңлебеҙ Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы БҮЛӘКОВА матур ғүмер байрамын билдәләй.
Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылында икеһе лә ғүмере буйы уҡытыусы булып эш­ләгән Рәхилә Ирназарова менән Мөҙәрис Ғәликәев­тәрҙең ишле, татыу ғаилә­һендә бишенсе бала булып донъяға килгән Ғәҙилә һеңлебеҙ бәләкәй сағынан бик зирәк, тырыш, үҙ һүҙен һүҙ итә торған сәмсел, ғәрсел, шул уҡ ваҡытта ғәмсел ҡыҙыҡай булды. Тәүҙә тыуған ауылыбыҙҙа 8-се, унан Бай­назарҙа урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыны. Бында ла һынатманы ул. Яҡшы уҡыу менән бергә, төрлө түңә­рәктәрҙә шөғөлләнергә лә ваҡыт тапты. Университетты уңышлы тамамлағас, уға СССР Фәндәр акаде­мияһының Өфө­ләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына йүнәлтмә бирҙеләр. Унда уҡып йөрөгәндә кейәүебеҙ, шулай уҡ фән кешеһе Илдус Ҡасим улы Бүләков менән ғаилә ҡороп, 35 йылға яҡын иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, матур тормош юлы үттеләр, улдары Илнурҙы тәрбиәләп үҫтер­ҙеләр.
Аспирантуранан һуң һең­ле­беҙ тәүҙә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, унан һуң БДПУ-ның башланғыс кластар факультетында эш­ләне. Ә инде 90-сы йылдар башында Сибай ҡалаһында юғары уҡыу йорто асылғас, ҡала хакимиәтенең һәм институт етәкселегенең саҡы­рыуы буйынса, Бүләковтар ғаиләһе Сибайға күсенде. Кейәүебеҙ Илдус Ҡасим улы институттың педагогика факультетында оҙаҡ йылдар декан булып эшләһә, Ғәҙилә 17 йылға яҡын башҡорт фило­логияһы кафедраһының алыштырғыһыҙ мөдире булды. Эшендәге уңыш­тары өсөн “БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ғүмеренең төрлө осоронда бик ҡаты ауырыуҙар үткәрергә лә, юғалтыуҙар кисерергә лә тура килде ҡәҙерле кеше­беҙ­гә. Үткән йәй, бынан 10 йыл элек көслө инфаркт үткәргән кейә­үебеҙҙең һаулығы ныҡ наса­райғас, ҡасандыр уға операция яһалған Республика кардио­үҙәгенә яҡын булыу маҡса­тында, яңынан Өфөгә күсен­гәйнеләр. Тик Илдус кейәүҙең ғүмере һанаулы ғына ҡалған булып сыҡты... Бына шундай ауыр ваҡыт­тарында Ғәҙилә һеңлебеҙ ҡайғыһын Илнур улының ғаиләһенә, ейәне Айнурға һәм туғандарына – өс апаһына, ағай-ҡустыларына һәм улар­ҙың ҡасандыр үҙе уҡырға индергән, кеше булырға яр­ҙам итешкән бала-сағаларына баҫты.
Ҡәҙерле һеңлебеҙҙе, апа­йыбыҙҙы 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, йән тыныс­лығы, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисе­рергә насип булыуын теләйбеҙ.

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән иң өлкән апаһы Ғәлиә һәм уның балалары – Гөлнара, Азамат Яхиндар, Айһылыу һәм Наил Мәғәфүровтар ғаиләһе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ағас — емеше, кеше эше менән матур

Ағас — емеше, кеше эше менән матур 06.07.2018 // Яңылыҡтар / Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәтендә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Республика Башлығы Хакимиәте...

Тотош уҡырға 325

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 25.07.2017 // Ҡотлайбыҙ! / Никах туйы

Улар – ижади йәштәр. Бөрйән районы ҡыҙы, ша­ғирә Таңсулпан Рәсүл менән Баймаҡ районы егете, хәҙер...

Тотош уҡырға 1 323

Эшләй белгән халыҡ юғалып ҡалмаҫ

Эшләй белгән халыҡ юғалып ҡалмаҫ 12.07.2017 // Иҡтисад / Ҡотлайбыҙ!

Йыл башында республикабыҙҙың күренекле шәхесе, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр...

Тотош уҡырға 541

Байрам мөбәрәк булһын!

Байрам мөбәрәк булһын! 25.06.2017 // Анонстар / Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән тәбрикләне. Ҡотлауҙа былай...

Тотош уҡырға 2 615

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 31.05.2017 // Ҡотлайбыҙ!

Ғафури районының Мораҙ ауылында йәшәгән ҡәҙерле кешебеҙ — ағайыбыҙ Рәжәп Таип улы Кинйәбулатовты 70...

Тотош уҡырға 539

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 19.05.2017 // Ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Ҡуянтау ауылында йәшәүсе ҡәҙерле...

Тотош уҡырға 404

Илдус Илишевты ҠОТЛАЙБЫҘ!

Илдус Илишевты ҠОТЛАЙБЫҘ! 17.05.2017 // Ҡотлайбыҙ!

Яҡын Көнсығыштағы Катар илендә Рәсәй дипломаты булып эшләгән Илдус Ғөбәйҙулла улы Илишев үҙенең...

Тотош уҡырға 569

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 16.05.2017 // Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә хеҙмәттәшебеҙ Филиә һәм уның тормош иптәше Артур Бикановтарҙың ғаиләһендә шатлыҡлы...

Тотош уҡырға 352

Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы!

Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы! 28.04.2017 // Ҡотлайбыҙ!

Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон, Яғымлы, шат булһын күңелең. Оҙон ғүмер, бәхет-һаулыҡ менән...

Тотош уҡырға 551

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 26.04.2017 // Ҡотлайбыҙ!

“Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфитдин улы Ямалетдиновты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ...

Тотош уҡырға 495

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 14.04.2017 // Ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ районы Татлыбай ауылында тыуып, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Байбулова Гөлнур Әбделғәзи ҡыҙын 60...

Тотош уҡырға 683

Туй көнө!

Туй көнө! 24.03.2017 // Ҡотлайбыҙ!

Яҙғы ҡояш балҡыған мәлдә Ғафури районының Сәйетбаба ауылы йәштәре Игелеков Айназ Рәхимйән улы менән...

Тотош уҡырға 1 486