Ҡотлайбыҙ! Улар – ижади йәштәр. Бөрйән районы ҡыҙы, ша­ғирә Таңсулпан Рәсүл менән Баймаҡ районы егете, хәҙер инде кейәүебеҙ, ҡурайсы Айҙар Байти­меровтың сәстәрен сәскә бәйләп, дөбөрләтеп яуған ямғырҙары, сағыу ҡояшлы көндәре менән хәтерҙә ҡаласаҡ иҫ киткес йәмле йәйҙә үткән никахтары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һәр миҙгелдә тормош шат­лыҡтары, байлыҡтары, даны, ҡаршылыҡтары менән һынағанда ла бер-берегеҙгә терәк булып ҡалығыҙ, таныш­ҡан, ғашиҡ булышҡан көнөгөҙ һеҙҙе ғүмерлеккә бәйләр ныҡлы һөйөү тамғаһы булһын!
Ул – бар,
Һин дә – бар,
Донъя – әйләнә.
Туғандар – терәк
Туйлап бәйләгән.

Һин – бар,
Ул да – бар.
Донъя – түңәрәк.
Тик диңгеҙ гиҙер
Дуҫтар ҙа кәрәк.

Һин – бар,
Ул да – бар.
Донъя – ҡуласа.
Тик ҡото китер,
Бала булмаһа.

Ул – бар,
Һин дә – бар.
Донъяғыҙ – бөтөн.
Тик йәмен тапмаҫ
Һин унһыҙ бер көн.
Ул һинһеҙ бер көн.

Ҡотлау менән “Башҡортостан”дар.