***
Ике йылға бер ҡушылып аҡһа,
Мул һәм тәрән була һыуҙары.
Мин теләйем: ярҙарынан ташып,
Аҡһын һеҙҙең тормош юлдары.

***
Бөгөнгөләй матур, көләс булып,
Ныҡ-ныҡ баҫып йәнәш атлағыҙ.
Оҙаҡ йылдар hау-сәләмәт булып,
Йәшен булып күкрәп йәшәгеҙ.

***
Икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ,
Ҡотло булһын туйығыҙ,
Бәхет менән балҡып торһон
Һеҙҙең тормош юлығыҙ!
Изге мөхәббәт хистәрен
Ваҡламайса һаҡлағыҙ.
Тормош тигән оло юлдан
Гел йәнәшә атлағыҙ!
Шатлыҡ менән тулып торһон
Һеҙҙең тормош кәсәгеҙ.
Бер тамырҙан үҫкән гөлдәй
Гел йәнәшә йәшәгеҙ.

***
Сәстәрегеҙ сәскә бәйләнһен,
Ожмахтарға донъя әйләнһен.

***
Һеҙ пар килгәс, беҙ ҙә килдек,
Ҡотло булһын туйығыҙ.
Муллыҡта тигеҙ йәшәгеҙ,
Бергә булһын уйығыҙ!