Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йоҡларға форсат бирмәнеләр
Йоҡларға форсат бирмәнеләрНимә генә булып бөтмәне был төндә! Әйтһәм, ышанмай торорһоғоҙ әле. Яратҡан актерыбыҙ Фидан Ғафаровты “гаишник” туҡтатты. Имеш, ул картуф тейәп ҡайтып килгән йөк машинаһы һауаны бысрата. Ә Нурия Ирсаева һуң?! “Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым йәшлегемдең уҙғанын...” тип йырлап йөрөнө урам буйлап. Был төндә Светлана Хәкимова Себер һынлы Себерҙән гастролен өҙөп, болан егеп ҡайтып төштө...

Ана шундай мажараларға бай булды Өфөлә тәүге тапҡыр үткәрелгән “Театрҙар төнө” акцияһы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылар өсөн бай программа әҙерләгәйне. Йәйге ялдан һуң халыҡтың театрға сарсағаны күренеп тора: залда алма төшөрлөк тә урын юҡ!
Бында кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа рәхәтләнеп күңел асты. Балалар “Юл ҡағиҙәләре — беҙҙең дуҫтар!”, “Ут уйынсыҡ түгел!” кеүек әкиәттәрҙе ҡарап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә шул тамашала ҡатнашты.
Йоҡларға форсат бирмәнеләрТанылған артистар менән бергә сығыш яһарға күптәр хыяллана. Нәҡ ошо төндә театрға килгәндәр үҙенең актерлыҡ һәләтен дә күрһәтте. Кемдер “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында Рәүис Заһитов менән ҡосаҡлашып байрам итте, икенсе егеткә “Шәүрәкәй” драмаһында Хөрмәтулла Үтәшев менән өшкөрөү йолаһын күрһәтергә насип булды. Теләгәндәр гримм бүлмәһенә, костюм цехына инеп, театр тормошо менән яҡындан таныша алды.
Нисек сәхнә әҫәре әҙерләнгәнен дә күреү бәхете тейҙе. Әлфис Ғаязовтың “Яңғыҙҙар ташы” пьесаһы буйынса артистарҙың асыҡ репетицияһын да күҙәттек. Ә инде төп залда ойошторолған театрлаштырылған тамаша халыҡтың кәйефен бермә-бер күтәрҙе.
Иң мөһиме, Өфөнөң театрҙарына инеү бушлай булды. Киләһе йылда ла “Театрҙар төнө”н халыҡ көтөп аласағына шик юҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 17

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 39

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 56

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 44

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 53

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 38

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 50

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 63

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 62

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 51

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 55