“Ябай хеҙмәт кешеләрен хөрмәт итәм”

18-09-2013, 03:32 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Ябай хеҙмәт кешеләрен хөрмәт итәм”Ҡәләмгә тотонған һәр кем яҙыусы йә шағир булып китә алмай. Моңға мөкиббән ғашиҡ күңеллеләрҙең дә күбеһенә сәхнәгә үк үрләрлек көс бирелмәй. Бәләкәйҙән бөйөк рәссам булырға теләп, ҡылҡәләмдән айырылмағандарҙың хыял осҡондары ла бер мәл һүнеүе ихтимал. Тормошта үҙ урыныңды табыу, көсөңдө иҫбатлау өсөн теләк, хатта тырышлыҡ ҡына етмәй шул — Хоҙайҙан бирелгән һәләттең булыуы мөһим.

Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзитенең фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов, һис шикһеҙ, бәхетле. Барлыҡ күркәм һыҙаттар хас уға: ифрат тырыш, егәрле, тынғыһыҙ булыуы өҫтөнә ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле оҫталыҡҡа эйә хеҙмәттәшебеҙ. Уның фотоһүрәттәрен башҡа берәүҙеке менән бутау мөмкин түгел: тәбиғәттең матурлығын, тойғо-кисереште Айрат Билал улы кеүек тәрән төшөнгәндәр бик һирәктер.
— Ауыл балаһы бит мин: гүзәллектең, ихласлыҡтың уртаһында йөрөп үҫтем, — ти ул. — Тыуған төйәгем — Нуриман районының Иҫке Күл ауылы. Атай-әсәйем Билал Әйүп улы менән Әҙибә Варис ҡыҙы ергә ереккән, һәр көнөн эшкә, балаларына бағышлаған тырыш хеҙмәт кешеләре булды. Ғаиләлә дүрт малай үҫтек, мин — кинйәләре. Атай тәрбиәһендә көн дә эштә, ир-атҡа кәрәкле барлыҡ һөнәрҙе белеп буй еткерҙек. Үҙебеҙгә бесән, колхозға сенаж, силос әҙерләү иң күңелле, матур ваҡыттар булып иҫтә ҡалған. Эштән саҡ ҡына бушаған арала фотоаппаратымды ҡулға алам — ағайым “Чайка-2” маркалыны бүләк иткәйне. Тымыҡ күлдәр уратып алған тыуған төйәгемдең матурлығын, хеҙмәт кешеләренең тойғоларын, күңел кисерештәрен “эләктереп алырға” ашығам...
Ошо шөғөлө Айрат ағайҙы Өфөләге 1-се полиграфия училищеһына (хәҙер — лицей) алып килә. Ул саҡта уҡыу йортонда фотохәбәрселәр әҙерләү бүлеге эшләгән, унда бөтөн Советтар Союзынан килеп белем алғандар. Шуға ла училищены уңышлы тамамлаған Айрат Нурмөхәмәтовҡа тәүге хеҙмәт тәжрибәһен Кострома өлкәһенең “Коммунизм” гәзитендә үтергә тура килгән. Унан, Мәскәүҙә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, республикабыҙҙың төп милли баҫмаһына килә Айрат Билал улы: 1985 йылдан бирле “Башҡортостан”дың алыштырғыһыҙ фотохәбәрсеһе ул.
— Тәүге командировкам Саҡмағош районының “Ҡыҙыл Октябрь” колхозына булды, — тип хәтерләй хеҙмәттәшебеҙ. — Шул саҡта уҡ һөнәремде ысын күңелдән яратҡаныма, уны дөрөҫ һайлағаныма ныҡлы инандым. Беҙ, республика баҫмаһында эшләүселәр, мәҡәләләрҙә, фотоһүрәттәрҙә ябай хеҙмәт кешеләренең тойғолары аша тотош төбәктең һулышын, тормош кимәлен сағылдырырға тейеш. Ә эске донъяны, хистәрҙе, кисерештәрҙе “тотоп алыуы” һис тә еңел түгел: уларҙы иң тәүҙә күңелең менән тойорға кәрәк. Ошоно аңларға өйрәткән уҡытыусыларыма — фотожурналистика өлкәһендә легендаға әйләнгән А.М. Виноградов менән В.Ю. Фоминға — айырыуса ҙур рәхмәтлемен.
Остаздарының тәжрибәһен лайыҡлы дауам итә Айрат Билал улы: үҙ бурысына ифрат яуаплы ҡараған хеҙмәттәшебеҙ бер ваҡытта ла эшен ашыҡ-бошоҡ, илке-һалҡы башҡармай, ә күңелен биреп, еренә еткереп үтәй. Шуға күрә лә уның фотоһүрәттәре араһынан гәзиткә бирерлеген оҙаҡ һайлап ултырырға кәрәкмәй — һәр береһе мәҡәләне алмаштырырлыҡ, яҙмала сағыласаҡ фекерҙәрҙе һүҙһеҙ әйтеп бирерлек килеп сыға. Тәжрибәле хеҙмәттәшебеҙҙең ошондай үҙенсәлекле һәләте, оҫталығы — милли баҫмабыҙҙы юғарыла тотҡан терәк-таяныстың береһе.
Шуға өҫтәп, ғәжәп кешелекле, ышаныслы, иғтибарлы, ярҙамсыл ул Айрат Билал улы. Утыҙ йылға яҡын “Башҡортостан” гәзитендә эшләгәндә республиканың барлыҡ райондарын әйләнеп сыҡҡан, халыҡ әйтмешләй, “һәр соҡор-саҡырҙы күҙен йомоп үтерлек” кимәлгә еткән, гәзитебеҙҙең йөҙөнә әйләнгән, ихлас күңелле, аралашыусан фотохәбәрсене бөтөн ерҙә танып-белеп торалар, уны ябай игенсенән, малсынан башлап район хакимиәте башлығына, ойошма, ведомство етәкселәренә ҡәҙәр яҡын күрә, ихтирам итә.
Айрат Билал улының ижад эштәрен бергә туплаһаң, билдәле бер осорҙоң тарихи йылъяҙмаһы хасил була — бындай хис-тойғо, ысын кисерештәр менән һуғарылған, һәр мәлде ысынбарлығында сағылдырған тырыш хеҙмәт емештәренең ҡиммәте гәзит кенә түгел, тотош төбәгебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ. “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөткән, республика Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған, бер нисә тапҡыр гәзиттең лауреаты тип билдәләнгән, ижадта, матбуғатта үҙенсәлекле фекере, ҡарашы, йәш быуынға өлгө күрһәтерлек тәжрибәһе булған, һоҡланғыс һәләткә эйә абруйлы фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға һис шикһеҙ лайыҡ.