Немецтарҙы башҡорт моңо хисләндергән

18-09-2013, 03:33 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Немецтарҙы башҡорт моңо хисләндергәнБелеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттары сит илдәрҙекеләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй башланы. Был уҡытыусылар өсөн дә, йәштәргә лә ифрат файҙалы: башҡа милләттәрҙең тарихын, телен, мәҙәниәтен өйрәнәһең, холоҡ-фиғелен тойомлайһың, яҡындан аралашаһың, дуҫлашаһың... Ғөмүмән, киңерәк даирәгә сығыу мөмкинлеге асыла.

Күптән түгел Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Өфө филиалына ла Германиянан ҡунаҡтар килеп төштө. Хәйер, бындай күренеш уҡыу йорто өсөн ят түгел: сит ил студенттарын ҡабул итеү бында күптәнге йолаға әйләнгән. Әле лә 15 кешенән торған делегацияны университет филиалында ихлас ҡаршы алдылар. Башҡортостандағы йәшәү рәүеше, социаль хәл, мәҙәни тормош, йәштәрҙең көнитмеше һәм башҡалар менән танышырға килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе ғаиләләргә урынлаштырылды.
Әлбиттә, немец ҡыҙын йәки егетен үҙендә ҡабул итәсәк йорт хужаларына еңел булмағандыр. Беҙҙекеләр бит ҡунаҡ ҡаршылауға, уны тәрбиәләүгә ифрат етди, яуаплы ҡарай. Йортта барыһы ла ялт итеп торорға, ашарға ризыҡ мул булырға тейеш. Ғөмүмән, үҙебеҙҙе ситкә ҡуйып, ҡунаҡҡа уңайлылыҡ тыуҙырырға тырышабыҙ. Был немец йәштәренә бик оҡшаған.
— Башҡортостан халҡы бик ҡунаҡсыл, хәстәрлекле икән, — тип белдерҙе улар “Йәшлек” гәзите редакцияһында ойошторолған осрашыуҙа. — Беҙ төшкән ғаиләләрҙең хужаларына ҙур рәхмәт: үҙ балалары кеүек ҡаранылар. Шуныһы айырыуса ғәжәпләндерҙе: һеҙҙә аҙыҡты өҫтәл тултырып ултырталар икән, һәр төрлөһөнән ауыҙ итергә мөмкин. Германияла иһә алдыңа бер генә аҙыҡ төрө ҡуялар. Уны һөйләшмәйенсә, тиҙ-тиҙ генә ашарға күнеккәнбеҙ.
Ә эсемлектәргә килгәндә, немец йәштәре “Рәсәйҙә иҫерткес эсемлектәрҙе күп ҡулланалар” тигән мәғлүмәт менән килгән икән. Башҡортостанға килгәс, был хәбәрҙең бигүк дөрөҫлөккә тап килмәгәнен үҙ күҙҙәре менән күргәндәр. Ә бына Өфөлә сүп-сарҙың күплеге ныҡ ҡына аптырауға һалған уларҙы. “Ҡала иһә ифрат йәмле, төҙөк, тарихи урындарға бай, халҡы алсаҡ, аралашыусан”, — тип ихлас һоҡланыуын белдерҙеләр. Ҡунаҡтар “Театрҙар төнө” акцияһына ҡушылып киткән, башҡорт моңон, бейеүҙәрен оҡшатҡандар.
— Мин хатта ҡушылып йырланым да, — ти Йоханс исемле егет. — Башҡорт моңо күңелдең түренән, йөрәктән урғылып сыға кеүек. Ҡушылмаҫ ерҙән ҡушылып китәһең.
Башҡа йәштәр ҙә был фекерҙе дәррәү ҡеүәтләне. “Миңә, ғөмүмән, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте, милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәт ифрат оҡшай, — ти бала сағында Рәсәйҙә йәшәп киткән Катя исемле ҡыҙ. — Үҫеш өсөн дә мөмкинлектәр бар. Мин, мәҫәлән, Рәсәйҙә бер нисә йыл эшләп ҡарарға теләйем”.
Яҡшы эш, матди тотороҡлолоҡ, тормошта үҙ урыныңды табыуға немец йәштәре бик етди ҡарай. Шуға ла беҙҙең журналистарҙың: “Ифрат матур мәлегеҙ: йәшһегеҙ, ғашиҡ булыр сағығыҙ. Ғаилә ҡорор ваҡытығыҙ ҙа етә”, — тип ҡыҙыҡһыныуын ғәжәпләнеңкерәп ҡабул иттеләр. “Юҡ, беҙҙә 28 — 30 йәш тирәһендә генә өйләнеү ғәҙәти һанала, — тип ҡаршы төштө улар. — Матди йәһәттән әҙерлекһеҙ, үҙ урыныңды тапмаған килеш ғаилә ҡорорға ашығыу һайлаған парыңа ҡарата ихтирам, хөрмәт күрһәтмәүгә тиң”.
Ғөмүмән, немец йәштәре үҙҙәренә нимә кәрәклекте яҡшы белә: тормош пландары алдан яҙып ҡуйылған кеүек. Әйтеүҙәренсә, уларҙа балаларҙы бәләкәйҙән үҙаллы, шәхси фекерле итеп тәрбиәләргә тырышалар. Шуға ла һәр кем үҙ ҡылыҡтарына яуап бирерлек, маҡсатлы булып үҫә. Ата-әсә, уҡытыусылар менән мөнәсәбәт тә иреклеккә, асыҡлыҡҡа ҡоролған. Әйтәйек, студент дәрестәрҙе үҙ теләге менән ҡалдыра ала — бының өсөн бер нәмә лә өндәшмәйәсәктәр, беҙҙәге кеүек “зачет, имтихан мәлендә артымдан йөрөрһөң әле” тигән кеүек ҡурҡытыуҙар, янауҙар юҡ. Иң мөһиме — һынауҙы уңышлы тапшырыу.
Ата-әсә лә бәлиғ булған балаһының һәр аҙымы менән ҡыҙыҡһынып тормай. Башҡортостанға юлланған саҡта ла күптәрҙе ҡаршылыҡһыҙ оҙатып ебәргәндәр. Ҡайһы бер ата-әсәне генә Германия менән Рәсәй араһындағы тарихи мөнәсәбәт бер аҙ шикләндереп, уйға һалып ҡуйған. Әйткәндәй, немец йәштәре беҙҙекеләргә ҡарағанда сәйәсәт менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына икән. “Һайлауҙарға мотлаҡ барабыҙ, һәр кем үҙенең фекерен белдерергә хоҡуҡлы”, — ти улар.
Тел, дин, матбуғат мәсьәләләре, ватансылыҡ, толерантлыҡ, ике ил граждандарының социаль хәле, йәштәрҙең үҫеш мөмкинлектәре һәм башҡа бихисап темалар буйынса фекерҙәрен ишеттек немец йәштәренең. Әлбиттә, ҡараштарыбыҙ, йәшәү асылыбыҙ төрлө. Шулай ҙа, ил ни тиклем алға китмәһен, рухи ҡиммәттәр бөтөн ерҙә лә иң юғары көс булып ҡалыуына тағы ла бер инандыҡ.