Ижадҡа таянған ғүмерҮткән быуаттың илленсе йылдарында, “Ленинсы” гәзитендә эшләгәндә, Ҡариҙел районының Яугилде ауылынан Ғаян Лоҡманов менән ныҡ аралаштым. Редакциялағы тәүге осрашыуҙа унан тормош юлы хаҡында һөйләүен һорағас, ул ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе: “Яугилде урта мәктәбендә уҡытам, һуғышта ҡатнаштым”.

Уның тормош юлы Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге йәштәрҙең кисергәндәре менән уртаҡ ине: Бөрө педагогия училещеһын тамамлай, 1942 йылда уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Хәрби училищела уҡып сыҡҡас, артиллерия идара һәм типографик разведка взводы командиры дәрәжәһендә немецтарға ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Ғаян Лоҡманов етәкселегендә артиллеристар немецтарға ҡаршы ҡыйыу һуғыша. Бер алыш мәлендә ул ауыр яралана, 1944 йылда армия сафынан тыуған Яугилде ауылына ҡайтып төшә.
Ғаян Лоҡманов 1962 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Аҡҡош күле” тигән беренсе китабын баҫтырып сығарҙы. Ижадтағы был ҙур еңеүе менән Ватан һуғышы ветеранын ихлас ҡотланыҡ. Артабан уның “Ағым һыу”, “Әсә йөрәге”, “Тирәк шаулай”, “Һибелә сәскә” исемле хикәйәләр, повестар китаптары донъя күрҙе. 1969 йылда һәләтле авторҙы СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул иттеләр.
Ҡатыны Ғәлимә апай, балалары, ейәндәре яҙыусының ижади мираҫын ҡәҙерләп һаҡлай, әҙәби осрашыуҙарға ихлас йөрөйҙәр. Яҙыусының улы Мансур Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, билдәле геофизик, фән кандидаты, ҙур ғына фәнни-производство предприятиеһы етәксеһе. Ул — 70-ләгән фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән ундан артыҡ уйлап табыу авторы, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефтсеһе” тигән хөрмәтле исем бирелгән. Райондың Ғаян Лоҡманов исемендәге премияһы бағыусыһы ла. Ҡыҙы Флүзә Яугилде урта мәктәбендә физика һәм математика фәндәрен уҡыта.
Ғаян Лоҡмановтың өлкән улы Фәнис атаһы һөнәрен һайланы: егерме йылдан ашыу Ҡариҙел районы гәзите редакцияһында журналист, әҙәби хеҙмәткәр булып эшләне. Үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында уның хикәйәләре район, ҡала, өлкә гәзит-журналдарында баҫылып сыҡты. Ә 1985 йылда “Дуҫлыҡ ҡәҙере” тигән беренсе китабы донъя күрҙе. Әммә, үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыу сәбәпле, уның ғүмере лә, ижад юлы ла бик ҡыҫҡа булды.
Ҡариҙелдәр Ғаян Лоҡмановты элек тә ныҡ ихтирам итте, хәҙер ҙә уның иҫтәлеген, ижадын ҡәҙерләй.