Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Урам балалары (2)Повестан өҙөк

Данил төнө буйы йоҡлай алманы. Быға тиклем уға өйҙән ситтә ҡунырға тура килмәне. Ҡайһылайтаһың – башҡа сара юҡ. Өйөнән сығып киткәс тә, ошо биш ҡатлы йорт подъезына килде. Иң юғары ҡатҡа күтәрелеп, туңып бөткән ҡулдарын батареяға терәп йылытып алды. Һөйәккә бер аҙ йылылыҡ йүгергәс, кәйефе күтәрелгәндәй булды. Тышта бер әҙәм заты күренмәй. Башына, әллә кире ҡайтырғамы, тигән икеле уй килде. Теге эскеселәр янынамы? Юҡ! Ас тамағым – тыныс ҡолағым. Таң ғына атһын – иртәгә күҙ күрер.
Малай батареяға һыйынып ойоп ҡына киткәйне, подъезд ишегенең шаҡылдап ябылыуына тертләп уянды. Тыҡылдата баҫып өҫкә күтәрелгән тауыш ишетелде. Урта йәштәрҙәге апай икән.
— Бә-әй, был кем балаһы? – тине ул, малайҙы күреп. – Кемгә килгәйнең?
— Бер кемгә лә түгел, – тине ҡалтыранған тауыш менән Данил. – Йылынырға тип кенә ингәйнем.
— Улай икән... Ярай, подъезды бысрата күрмә. Әтеү бүтән аяғыңды баҫтырмабыҙ! – Ҡатын был малайҙың берәҙәк булыуын төшөндө шикелле. Шулай булмай ни, төн уртаһында еңелсә кейемдә ниндәй әсә балаһын урамға сығарып ебәрһен, ти. Буйға тәпәшәк, нәҙек ҡуллы, ябыҡ малайҙы ханым йәлләп ҡуйҙы. – Әллә асыҡҡанһың инде?
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Данилдың ауыҙына әскелтем шыйыҡса йүгерҙе.
— Иртәнсәк өйҙә ашағайным да ул, шулай ҙа асыҡтырҙы, – тигән булды малай. Күптән йүнле аш күрмәһә лә, таныш булмаған апай алдында уңайһыҙланып шулай яуапланы.
— Хәҙер, көтөп тор саҡ ҡына...
Апай май һыланған ике телем икмәк сығарҙы. Ҡатындың фатирына ингәнен дә көтөп торманы ул, танһыҡ ризыҡты ҡабалана-ҡабалана ашарға тотондо. Икмәк эләккәс, был апайға рәхмәт әйтергә лә онотто.
Ике телемде Данил һә тигәнсә ашап ҡуйҙы. Иҙәнгә ҡойолған валсыҡтарҙы ла сүпләп ҡапты. Эстән генә теге ханымға ҡат-ҡат рәхмәттәр уҡыны. Тик тамағы туйманы. Тағы нығыраҡ ашағыһы килде. Бәлки, тағы берәйһе өйөнә һуңлап ҡайтыр, шул кешенән һорармын тип уйлағайны ла, подъезға бүтән инеүсе булманы.
Данил тубыҡланып төнө буйына ултырып сыҡты. Таң һыҙылғас, малайҙың ашау теләге артҡандан-арта барҙы. Башы әйләнә, эсе сәнсеп-сәнсеп ҡуя. Инде күҙен йомһа, уның алдында ҙур ҡалас ятҡан кеүек. Ахырҙа кисәге ике телем икмәк биргән апайҙың ишеген шаҡыны.
— Бәй, һин һаман бындамы ни?.. — тине малайҙы күреп, эшкә ҡабаланып йөрөгән ҡатын.
— Апай, берәй телем икмәгегеҙ булмаҫмы?
— Эй, Хоҙай! Ни булды был донъяһына?! Ҡайҙа ҡарама — етем-еһер. Берәүҙең бер кемдә эше юҡ, – хужабикә башын һелкте лә инеп китте. Иртәнсәк кенә бешергән ике йомортҡаны тәрилкәгә һалды, икмәк телеп, май һыланы.
Ишек төбөндә күҙҙәрен мөлдөрәтеп торған малайға һыйын бирәм тип подъезға сыҡҡайны, күршеһе тап булды. Йолҡош кейенгән малайҙы, ризыҡ тотҡан күршеһен күреп, тегенеһе ҡоторондо ла китте.
— Ғүмер баҡый кешеләрҙе подъезға эйәләттең, — тине ул Данилдың кисәге танышына. — Шул бомждарҙың бында инеп эсеү-бысратыуҙары етмәгән, тағы ашатып маташаһың!
— Һин баланы берәҙәктәр менән бутама, йәме. Уның һиңә ни зыяны тейгән?
— Яҡлашма шуларҙы. Ана, почта йәшнигенә хат һалыр әмәл юҡ, тоҡандыралар ҙа китәләр, тоҡандыралар ҙа китәләр. Бына иҙәнде көнбағыш ҡабығы менән кем тултыра тиһең? Һин шуларҙы яҡлайһың...
— Ҡуй, күрше, кеше хәленә керә белмәйһең...
— Етәр! Подъезд буйынса мин яуаплы! — тине теге ҡатын, ауыҙын ослайтып, шунан Данилға яҡыная биреп, уны ҡыуырға тотондо. — Хәҙер үк эҙең булмаһын! Әтеү иремде саҡырам. Бар-бар, торма бында теләнселәп!..
Аҙыҡты ҡулына ла алып өлгөрмәйенсә, Данил уҫал апайҙың әрләүенән ҡурҡып, сығып һыпыртты.
Йорттан сыҡҡас та, ҡайҙа барырға икән, тип аптырап торҙо ул. Бер кемгә лә кәрәкмәгән, донъяла бөтәһенә лә ҡамасаулаған көсөк кеүек хис итте үҙен. Ошо уйҙарға бирелеп, ауыр тын алды ла ҡаршылағы йорт яғына ыңғайланы.
Көн аяҙ. Ҡояш та йылыһын йәлләмәй бөгөн. Их, рәхәтләнеп уйнарға ине, тип хыялланып ҡуйҙы Данил. Ләкин нисек тә тамағын туйҙырырға кәрәк. Бейек таш йорт янында дүрт сүп һауытын күргәс, малай туҡтап ҡалды.
— Әллә бүтәндәр күрмәгән саҡта шунда соҡоноп алырға инде, — тип уйланы ул. — Моғайын, ашарға яраҡлы берәй нәмә барҙыр әле.
Тик, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, һауыт янынан кешеләр үтә лә үтә. Данил ситкәрәк китеп, уңайлыраҡ ваҡытты һағаланы.
Кеше һирәгәйгәс, төрлө пакеттар менән тулы өйөмгә яҡынлашты. Тәүҙә сирҡана биреп соҡондо ул. Һауыттарҙы асып, ергә түгеп ҡараны. Буш һауыттарҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Икенсе пакетҡа ҡулын тығып, һәрмәп ҡарағайны, бармаҡтары ниндәйҙер банкаға төртөлдө. Ҙур табышҡа юлыҡҡандай, малайҙың күҙҙәре янып китте, йәһәт кенә банканы тартып сығарҙы. Эсе тулы кәбеҫтә икән. Шуны ашаһам, бер аҙға тамағым туйыр, исмаһам, тип һөйөндө ул. Ҡапҡасты асып ебәреүе булды, тирә-яҡҡа һаҫыҡ еҫ таралды.
— Тфү, тфү, тфү!.. — төкөрөнөп банканы ситкә бәрҙе малай. Данилдың тамаҡ туйҙырам тигән хыялы ергә төшөп ватылған банка кеүек селпәрәмә килде. Хәҙер был контейнерҙарҙың янына яҡын барырлыҡ түгел, тирә-яҡҡа шул тиклем насар еҫ таралғайны.
Малай бүтән яҡҡа китергә ыңғайлағанда ғына, күҙенә контейнер янындағы ҡатырға йәшник салынды. Иғтибар итмәҫлек тә түгел: теге нәмә йә алға, йә артҡа табан ҡыбырлай. Был нимә икән тип ғәжәпләнде Данил. Бәлки, елгә шулай ҡыбырлайҙыр? Улайһа бер яҡҡа ғына шылыр ине. Ана бит, уң яҡҡа боролдо, тағы алға шыуа башланы. Бына һиңә мә!
Малай түҙмәне. Танауын ҡапланы ла теге нәмәнең янына барҙы. Йәшникте күтәреп ебәргәйне, терт итеп ҡалды! Уның алдында сөм-ҡара төҫтәге матур ғына көсөк уйнаҡлай. Күрәһең, ошонда ризыҡ эҙләп йөрөгәнендә яңылыш йәшник ҡаплаған да ҡуйған. Күҙҙәре һоро, үҙе ҡап-ҡара, бәләкәс кенә ҡойроғон уңға-һулға һелтәгән була. Данил көсөктө ҡулына алды. Уның маңлайында йондоҙ кеүек ап-аҡ билдәһе лә бар. Малай уны яратып һыйпап алғас, көсөк иркәләнде лә китте.
— Һине лә әсәйең ташлап киттеме, бахырҡай? — тип өндәште Данил, көсөктөң хәленә кергәндәй. — Ҡурҡма, бәләкәсем, мин һине үҙемә дуҫ итеп алам. Мин Данил булам. Ә һинең исемең нисек? Ниңә шул тиклем мөлдөрәп ҡарайһың? Белмәйһеңме исемеңде? Улайһа, һиңә Йондоҙ тип исем ҡушам. Ишеттеңме — Йондоҙ! Ана маңлайыңда ҡалай матур йондоҙоң бар. — Малайҙың шулай һөйләнә-һөйләнә йомшаҡ ҡына итеп һыйпауына көсөк күҙҙәрен йомоп, рәхәтләнеп иркәләнә бирҙе.
Шул саҡ ҙур ғына эттең ырылдап туп-тура уға табан килеүенә малай тертләп китте. Малайҙы тешләргә тырышып, лауҡылдап инеп килә. Данил, ҡото осоп, көсөктө ҡулынан ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ә Йондоҙ бер нәмә лә булмағандай теге эткә барып һырынды. Уныһы һаман да тынысланырға уйламай. Данил ситкә ҡасҡас ҡына баҫыла төштө. Шунан эт, көсөгөн йәлләгәндәй, уны ялап алды. Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар

Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙа шәхестең...

Тотош уҡырға 21

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 46

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә “Фолк-тайм” фольклор сәнғәте конкурсы булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады...

Тотош уҡырға 53

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәрҙе уңыштарына бәйле дәртләндереү – уларҙың артабанғы үҫешенә этәргес биреү. Быны тәрән...

Тотош уҡырға 52

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем”

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем” 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Луна...

Тотош уҡырға 122

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 35

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды”

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды” 20.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн – бөйөк әҙиптең тыуыуына 99 йыл. Ошо...

Тотош уҡырға 110

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине”

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине” 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фонд...

Тотош уҡырға 202

Ҡытайҙарҙы көлдөрөп...

Ҡытайҙарҙы көлдөрөп... 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Марсель Сәлимов Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби йыйында ҡатнашты. Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары,...

Тотош уҡырға 80

“Ашҡаҙар” ҡайтты

“Ашҡаҙар” ҡайтты 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Беренсе башҡорт спектакле йәнә сәхнәлә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры...

Тотош уҡырға 96

Флүр Ғәлимов ил майҙанына сыға

Флүр Ғәлимов ил майҙанына сыға 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҙыусы Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” китабы урыҫ теленә тәржемә ителеп, Мәскәүҙә “Художественная...

Тотош уҡырға 70

Уңғандарҙан илһам алып

Уңғандарҙан илһам алып 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Тарих биттәре” фестиваль-марафонында – ғафуриҙар. Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында район...

Тотош уҡырға 76