Юмореска
Телевизор ҡарап диванда ятҡан Әхмәйҙең ҡарашы стенала элеүле торған календарға төштө. Хәйерһеҙ, декабрь башланған бит. Тиҙҙән Яңы йыл етә: бөтәһенә лә бүләк әҙерләргә кәрәк. Ҡатын да, балалар ҙа аҡсаның күктән яумағанын аңламай – бир ҙә бир!
Әхмәй уфтанып ҡуйҙы ла ҡабат телевизорға текәлде. Унда ниндәйҙер депутат ҡыҙып-ҡыҙып илдә күп ҡатынлылыҡты индереү кәрәклеген иҫбатлап маташа ине. Хужа, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, урынынан ҡалҡынғайны ғына, Күсәрбикәһенең сәрелдәк тауышы яңғыраны:
– Әйттем бит мин һиңә ошо нәскиләреңде түргә мендереп һалма тип! Тылҡы-тылҡыма, кеше аңламаһа аңламай икән. Эй, илаһым...
– Етер! Ташла шул сәүек кеүек сәңкелдәүеңде. Мыжыйһың да мыжыйһың, сәпсим ир ҡәҙерен белмәйһең. Йәнемде бик үртәһәң, тағы бер бисә алдым-ҡайттым. Белерһең унан урыныңды. Ана, телевизор ҡара: депутаттар күп ҡатынлылыҡты индерергә йыйына... – Әхмәй хәбәрен һөйләп бөтөрмәне, ҡулын бөйөрөнә таянған Күсәрбикәһе йөҙөн йәмрәйтеп тып итеп алдына килеп тә баҫты. Хәҙер ул, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, яҡшы тоҡомло һунар этен хәтерләтә ине.
– Ниммә-ә-ә? Икенсегә бисә алам тиһеңме? Йә-йә, алып ҡуймағайың. Әле берәүһен туйындырырға хәлеңдән килмәй. Ә тәүге бисәңдән балаңа алимент түләргә саҡ-саҡ аҡса еткереүең хәтереңдән сығып остомо?!
Күсәрбикә, артығын ысҡындырғанын аңлап, телен тешләне. Әммә һуң ине инде. Ире урынынан тороп, шкафтан ҙур ғына ҡара сумканы һөйрәп сығарҙы. Шифоньерҙы асып, барлыҡ кейемдәрен иҙәнгә һыпырып төшөрҙө лә сумкаһына тыңҡыслап тултырып, өйҙән сығып та китте. Ҡатыны, иҫәңгерәп, иҙән уртаһында тороп ҡалды.
Бутҡалыла – бер, өйрәлелә ике көн тигәндәй, Әхмәй танышынан – танышына, туғанынан туғанына йөрөнө. Ҡағылды-һуғылды, ләкин өйөнә ҡайтырға ашыҡманы. “Әҙерәк ыҙаланһын Күсәрбикә. Һыуынһын, үкенһен, аҡылға ултырһын. Һағындырып, инәлтеп кенә ҡайтып инермен”, – тип уйланы үҙенсә.
Тегендә-бында төртөлөп йөрөй торғас, декабрь аҙағы етте. Яңы йыл кисәһе яҡынлашты. Әхмәйҙең күңеле тынысһыҙланды, байрамды әҙәмсә ғаиләһе менән өйҙә ҡаршы алғыһы килде.
Ир утыҙ берен саҡ еткерҙе. Ҡатынына, балаларына бүләктәр алып, кисләтеп кенә ҡайтып инде. Ишекте оҙаҡ ҡына туҡылдатып-шаҡып торорға тура килде. Әйтерһең дә, эстә донъялары бөтөн, теүәл, берәүҙе лә көтмәйҙәр.
Бер аҙҙан ишек асылып китте. Суҡтан-суҡ кейенгән, төҙәнгән Күсәрбикәһе пәйҙә булды. Ғүмерҙә булмағанса сәскәләр гөлләмәһе һуҙған ирен күреп, ҡатын телһеҙ ҡалды. Шунан, байрам икәнлеген иҫенә төшөрөпмө, йылмайып ебәрҙе:
– Әйҙү-ү-үк! Ин-ин, торма етем бала шикелле. Табынға ултырырға ғына торабыҙ.
Әхмәй ҡаты ғына итеп тамағын ҡырып алды. Сәскәләрен ҡатынына тоттороп, хужаларса ныҡлы баҫып түргә уҙып китте. Өҫтәл янындағы балаларын күреп, күңеле тулды. Күстәнәстәрен теҙеп, һәр береһен арҡаһынан тупылдатып һөйҙө, уйынсыҡтар таратты. Ҡуйынынан ҡатынының яратҡан хушбуйын сығарып, янына килгән Күсәрбикәһенә һуҙҙы. Шунан, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, ҡәнәғәт йылмайҙы.
Күсәрбикә күкрәгенә ҡыҫҡан хушбуй һауытын кәштәгә илтеп ҡуйҙы. Шунан унда торған шкатулканы асты ла бер ҡағыҙҙы алды. Шуны Әхмәйгә һуҙып:
– Ғ-ғәфү ит, мин бүләк әҙерләй алманым инде... – тине.
Әхмәй ҡағыҙҙы ҡулына алып ҡабаланып күҙ йүгертте. Был унан Күсәрбикә файҙаһына балаларына алимент юллау тураһындағы суд ҡарары ине.
Ирҙең күҙ алды ҡараңғыланып китте. Быуындары йомшарып, диванға лып ултырҙы, ә ҡолағында теге депутаттың күп ҡатынлылыҡ хаҡындағы һүҙҙәре яңғырап тик торҙо. Вәт, ҡаптың, Әхмәй!..