Сәнғәтле милләт — илдә зиннәт

31-01-2014, 16:14 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Сибай концерт-театр берекмәһе һәм Учалы муниципаль филармонияһы төбәктә Мәҙәниәт йылын берлектәге үҙенсәлекле концерт программаһы менән асып ебәрҙе. “Планетабыҙ ритмдары” тип исемләнгән ҙур сара ике ҡала тамашасыларына ла рухи байлыҡ, күңел күтәренкелеге, дәрт һәм илһам тулы матур кистәр бүләк итте.


Сибай концерт-театр берекмәһенән Ильяс Сафин сценарий яҙған һәм сәхнәгә ҡуйған концерт программаһы халыҡтар дуҫлығын, сәнғәтебеҙ берҙәмлеген тулы яҡтыртыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Концерт барышында тамашасылар донъя халыҡтары бейеүҙәрен ҡарап кинәнде, итальян, аргентин, башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә яңғыраған аһәңле моң тулҡындарында йөҙҙө. Әйткәндәй, башҡорт, татар, урыҫ, молдован, ҡалмыҡ, йәһүд, сиған, һинд һәм башҡа халыҡтар бейеүҙәре үҙҙәренә генә хас дәртлелек, саялыҡ һәм сәмлелек менән дә, милли колоритлы сәхнә кейемдәре менән дә һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырғандыр. Һәр сығыш дәррәү алҡыштар, ҡеүәтләү ауаздары менән оҙатылды, артистарға гөлләмәләр бүләк ителде. Учалы таланттары йәшлек дәрте һәм ихласлығы менән алдырһа, сибайҙар үҙҙәренең бай тәжрибәһе, рухлы булыуы менән ихтирам яуланы.
Сәнғәтле милләт — илдә зиннәтКонцертты Учалы филармонияһының художество етәксеһе Раушания Мәхмүтова, Сибай концерт-театр берекмәһенең художество етәксеһе Нәсимә Ғиззәтуллина һәм республика, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рөстәм Хәсәнов юғары кимәлдә алып барҙы. Улар тамаша барышында ике коллектив етәкселәрен — Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов менән атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлимйән Хилажевты — сәхнәгә саҡырып, бейетеп алырға ла, балетмейстерҙар Фәнил Әсәҙуллин (Сибай) һәм Гөлнур Сөләймәнова (Учалы) етәкселегендә тамашасыларға бейеү һалдырып, уларҙы башҡартырға ла өлгөрҙө. Тамашасыларҙың дәррәү алҡышы аҫтында сәхнәне бер итеп бейегән Рәмил ағай менән Зөлхизә һылыуға Сибай концерт-театр берекмәһенең сираттағы тамашаһына саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырылды.
Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәйруллин да тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
— Учалы һәм Сибай — туғандаш ҡалалар, — тине Илгиз Рәхимйән улы. — Уларға таусылар нигеҙ һалған. Бөгөнгө күркәм, мәртәбәле тамашала беҙ дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәрен тағы ла нығытабыҙ, яңыртабыҙ. Ошондай осрашыуҙар матур бер йолаға әүерелһен ине!
— Сибайҙағы коллегаларыбыҙҙың эстафетаны лайыҡлы дауам итәсәгенә ышанабыҙ! — Учалы муниципаль филармонияһы директоры Ғәлимйән Хилажев ошо һүҙҙәр менән Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Вәкил Йосоповҡа күсмә кубок тапшырҙы. — Кубок, республикабыҙҙың ҙур мәҙәниәт үҙәктәрен урап, йыл аҙағына яңынан Учалыға ҡайтыр тигән өмөттә ҡалабыҙ!
Шулай итеп, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә Мәҙәниәт йылын лайыҡлы ҡаршыланылар. Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын мәғәнәһендә шатлыҡлы ваҡиғаларға бай, илһамлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ йыл булһын ул!

Мотал РӘМОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.