Йылыбыҙ икмәкле, йырлы булһын!

28-06-2014, 05:00 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Йылыбыҙ икмәкле, йырлы булһын!
Тупраҡтар сөм-ҡара бында,
Тупраҡ һутланып тора,
Бураҙнаға ҡояш төшһә,
Ялтырап, янып тора.
Кисен уға орлоҡ сәсһәң,
Таң менән шытып сыға,
Ер хаҡында шуға әйтәләр:
«Тот та икмәккә һыла».

М. Кәрим.

Йылыбыҙ икмәкле, йырлы булһын!Хозур Хажы тауы итәгендә урын­лашҡан Аҙнай ауылы эргәһендәге төр­лө төҫкә биҙәлгән ялан ысын мәғәнәһендә байрам үҙәген хәтерләт­те. Халыҡтың шат йөҙө уны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Ишембайҙарҙың һабан байрамына, ялан батырҙарын хөрмәтләп, байтаҡ мәртәбәле ҡунаҡтар – Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Александр Работяев, Федоровка, Мәләүез, Благовещен райондарынан хакимиәт башлыҡтары һәм Ҡа­ҙағстан делегацияһы ла килгәйне. Әйт­кән­дәй, үткән йыл Ишембай ҡалаһы сәхнә оҫталары Ҡаҙағстанға барып, ҡаҙаҡ халҡына онотолмаҫлыҡ концерт программаһы бүләк итте.
Ҡунаҡтарҙы “Юрматы” башҡорт фольклор ансамбле ағзаларының икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алыуы, дүрт йәшлек Камил Мө­хә­мәтйәновтың өҙҙөрә баҫып бейеүе күңелдәрҙә йылы хистәр ҡалдырҙы. Шул уҡ урында умартасылыҡ, һунар­сылыҡ, ҡымыҙ бешеү, балаҫ һуғыу һөнәрҙәрен күрһәтеүҙәре үҙенсә­лекле күренеш булды. Тирмәләр алдында борондан һаҡланып ҡалған башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙар­ҙың халҡыбыҙҙың көнкүрешен са­ғыл­дырыуы үткәнебеҙ менән ­ бәйләне.
Байрамдың төп өлөшө театр­лаштырылған тамашанан башланды. Тәүҙә ауыл хужалығы алдынғы­ла­ры­ның парады уҙҙы. Кескәй балалар­ҙың, бал ҡорттары кейемендә сығып, ҡунаҡтарға бал бүләк итеүе үҙен­сәлекле булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сә­ғитов ауыл хужалығы тармағында яҡшы күрһәткестәре һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм алдын­ғы­ларға Ауыл хужалығы министр­лы­ғының Почет грамоталарын тап­­шырҙы.
“Иң яҡшы ауыл”, “Өлгөлө шәхси ихата” конкурсы еңеүселәрен тә­б­рикләү ҙә һабантуйҙың йәмле өлөшө булды. “Иң яҡшы ауыл – ауыл билә­мәһе үҙәге” номинацияһында 1-се урынға Көҙән, 2-сегә – Кинйәбулат, 3-сөгә Маҡар ауылы лайыҡ тип табылды. “Иң яҡшы бәләкәй ауыл” номи­нация­һында 1-се урынды Һар­ғай, 2-сене – Арлар, 3-сөнө Бәләкәй Байыҡ ауылдары яуланы.
Тирмәләр конкурсында Байғужа ауыл биләмәһе еңеп сыҡты. Уның вәкилдәре “Йәйләү ҡотлау” йолаһын күрһәтте. Боронғо ҡомартҡыларға ла бай булды тирмә. Баҡсаһы, түңәрәк күле, умартаһы, ҡоҙоғо ла бар ине.
Милли байрамдың төп биҙәк­тәренең береһе булған ат сабышын бигерәк тә түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Көсөргәнешле бәйгелә Евгений Федоров биш саҡрымға яҡын араны беренсе булып үтте. Еңеүсе “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Евгений Лейтерға муниципаль район хакимиәте баш­лығы Марат Ғайсин “Нива” ма­шинаһының асҡысын тапшырҙы.
Милли көрәш тә күп тамашасыны йыйҙы. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыу­сыһы Рөстәм Вәлиев­тең тәрбиә­ләнеүселәре Әмир Вәлиев, Азат Шәйәхмәтов, Эмиль Ғималетдинов һынатманы – үҙ ауыр­лыҡтарында еңеүсе булды. Рә­сәй­ҙең көрәш буйынса өс тапҡыр чемпионы Алик Яҡупов, баһадир Рәлиф Мурзин, былтырғы һабан­туй­ҙың абсолют еңеүсеһе Илмир Рә­шитовтарҙың майҙанда­ алы­шын күҙәтеүе һоҡлан­дырғыс тамаша ине. Алик – 80, Илмир – 90, Рәлиф 90 килограмдан ашыу ауыр­лыҡтағы категорияларҙа иң-иңдәре булды. Район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин еңеү­селәрҙең иңенә лайыҡлы рәүештә шәп бүләк – һарыҡ тәкәһе һалды.
Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ үт­hен инде?! Ҡала һәм район үҙеш­мәкәр артистары үҙҙәренең сағыу сығышы менән байрамға ҡабат­лан­маҫ йәм өҫтәне.

Ләйсән ҺӨЙӨНДӨКОВА,
Гөлназ ХАЛИҠОВА.