“Аксаков кисе” етә
19 – 21 сентябрҙә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Халыҡ-ара Аксаков фонды менән берлектә ХХIV Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрә.


Төп саралар Өфөлә буласаҡ: С. Т. Акса­ков­тың йорт-музейында күргәҙмә асыу, уның һәйкәленә сәскә һалыу ҡаралған. Шулай уҡ “Аксаков балы”, “Аксаков кисе” лә халыҡ күңеленә хуш килер, моғайын.
Артабан әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Өфөлә, Бәләбәй, Ҡырмыҫ­ҡалы райондарында уҙасаҡ фольклор байрамдары көтә.